Хөсәйенгә йән инә14.12.2016
Хөсәйенгә йән инә
Хөсәйенгә йән инә
Хөсәйенгә йән инә
Хөсәйен – районда ҡасандыр “перспективаһыҙ” тип мөһөр һуғылған ауылдарҙың береһе. Бында йәшәгәндәрҙең күбеһе Хәлил ауылына күсеп китергә мәжбүр була, әммә тыуған төйәгенең ысын хужаһы Рәфҡәт Бараков ата-бабалары төйәк иткән ерҙән ҡуҙғалырға ашыҡмай. Ауылдағы бер-ике генә өй мейесенән төтөн сыҡһа ла, шунда йәшәүен дауам итә. Дүрт улға ғүмер биргән Рәфҡәт Ғәфүр улы, күрәһең,ҡасан да булһа улдары тыуған ауылына ҡайтыр тип өмөтләнгәндер ҙә. Өмөтө хыялға аша ҡарттың.

“Кеше ҡаланы һайлай, ә һин – ауылды...”

Атай йортона ҡайтып йөрөгән уландарына Хөсәйендең боронғо ауыл икәнен, мал-тыуар көтөү өсөн бик уңайлы, емеш-еләккә бай булыуы хаҡында йыш һөйләй ул. Аҡрынлап уларҙың күңеленә кендек ҡаны тамған ер, тыуған ауыл төшөнсәһен һеңдерә, ерҙең ысын хужалары булыу кәрәклеген аңлата.
Күрше колхозда хеҙмәт итеп, донъя көткән балалары, илдәге үҙгәрештәр баш­ланғас, атайҙарының аҡыллы кәңәштәрен иҫкә төшөрә. Атай һүҙен йығырға батыр­сылыҡ итмәй, Хөсәйенгә беренселәрҙән булып Урал ғаиләһе менән күсеп ҡайта. Ер алып, малсылыҡ менән шөғөлләнергә тотона.
Тәүҙәрәк уның был аҙымына күптәр бер аҙ сәйерһенеп ҡарай: имеш, бөткән ауылда ни эшләйһең? Кешеләр ҡаланы һайлай, ә һин – ауылды. Ауырлыҡтар булмай түгел, була. Һәр ерҙә осрап ҡына тора улар, ҡыш ауылға юлдың булмауы, йыл һайын ҡоролоҡтоң ҡабатланыуы ла, балаларының күрше ауылға йәйәүләп йөрөп уҡырға мәжбүр булыуы ла Урал Рәфҡәт улын бошондормай ҡалмай. Әммә атаһының ҡәнәғәт йөҙө уны тынысландыра, дөрөҫ юл һайлауына ышандыра. Артабан ағаларының артынан башҡа туғандары ла ауылға ҡайтып төпләнә башлай. Уларҙың барыһы ла үҙ эшен таба, күңеленә оҡшаған шөғөлгә тотона.
Бөгөн Хөсәйендә туғыҙ йорт иҫәпләнһә, шуның 5-еһендә Бараковтар йәшәй. Урал йылҡысылыҡ менән шөғөлләнһә, уның улдары Айбулат менән Азамат малсылыҡ йүнәлешен һайлаған.
Тәбиғәте менән дә ҡырыҫ был яҡтар: Ирәндек итәгендә һыйынып ҡына ултырыуына ҡарамаҫтан, әсе елдәрҙән дә, ыжғыр бурандарҙан да һаҡламай ул. Шунлыҡтан бындай шарттарҙа тыуған ерҙең киләсәген ҡайғыртҡан, тыуған ер ҡәҙерен белгән кешеләр генә йәшәй ала. Улар күңелендә иң беренселәрҙән булып тыуған ауылдарының киләсәге хаҡында хәстәр тиртһә, аҙаҡ ҡына – үҙ мәнфә­ғәттәрен ҡайғыртыу. Минең геройҙарым барыһын да йөрәктәре аша кисереп, заман һулышы менән берегеп йәшәй, тыуған ер менән ҡуша һулай, тыуған тупраҡҡа мәҙхиә йырлай, эргәлә генә аҡҡан Ҡарасәй йылғаһының шифалы һыуына ҡойоноп, көн дә хозур, матур һәм ҡәҙерле Хөсәйен ауылы буйлап хәстәрлекле, ышаныслы аҙымдары менән атлай.

Атанан күргән – уҡ юнған

Азамат Башҡорт дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлағас, тыуған районына эшкә ҡайта. Ерҙе яратыуын, эшкә егәрле булыуын күргән уҡытыусылары уға артабан уҡыуын аспирантурала дауам итергә тәҡдим итһә лә, фән менән шөғөлләнергә бер ҡасан да һуң түгел, бер аҙ тәжрибә туплайым тигән маҡсат менән “Әбйәлил-Агро” МТС-ында агрохимик булып эш башлай.
Эшкә тырыш егетте шунда уҡ етәкселәр ҙә күрә, уға артабан яуаплы вазифа тәҡдим итәләр. Әммә студент йылдарында уҡ үҙ эшен асырға ҡарар иткән Азамат, “Эш башлаусы фермер” республика программаһы ғәмәлгә ингәс, бизнес-планын комиссияға тапшыра. Тәүге йылда конкурстан үтмәй, шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй. Киләһе йыл комиссия алдына йәнә үҙенең бизнес-планын һала, был юлы уңыш йылмая.
– Грант аҡсаһына өр-яңы “МТЗ” тракторы алдым, – ти йәш фермер. – 10 баш тана һатып алдым, үҙебеҙҙекен дә ҡуштыҡ. Ҡуртымға ер алып, ауылдан алыҫ түгел ферма төҙөнөм.
Әйткәндәй, йәш эшҡыуарҙың 150 гектар сәсеүлек, 100 гектар көтөүлек ере бар. Уларҙың барыһы ла әлегә ҡуртымға алынған. Быйыл һоло сәсеп, унан байтаҡ ҡына уңыш алыуға ирешкән. “Ҡыш­ҡылыҡҡа етәрлек мал аҙығы тупланған, фураж бар”, – ти Азамат Бараков.
– Ауылда үҙ хужалығыңда мал көтөп, аҡса эшләргә мөмкин. Әлегә теләк һәм дәрт булғанда, атай-әсәйем, туғандарым ярҙам ҡулы һуҙып торғанда, етмәһә, район етәкселеге тарафынан аңлау һәм яҡлау тапҡанда, үҙ эшемде асырға тейешмендер тигән уйға килдем. Дүрт кешегә эш урыны булдырылды, – ти ул.
Йәш булыуына ҡарамаҫтан, геройым­дың һәр һүҙенең төптән уйланыл­ған­лығына иғтибар иттем. Бәләкәй һәм төпкөл ауыл булыуға ҡарамаҫтан, хөсәйендәр һин дә мин Интернет аша аралашып, сымһыҙ телефондан һөйләшеп донъя көтә.
Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл районы эшҡыуары менән килешеү төҙөлгән, һәр көн һөттө улар үҙ транспорты менән килеп ала. Көнөнә 200 литрға яҡын аҡ һауылған, киләһе йыл был һан ике-өс тапҡырға артасаҡ, ти йәш эшҡыуар, мал һанын тағы күбәйтеүҙе күҙ уңында тотоп.
Пландарға килгәндә, улар күп. Ферма барлығы 50 баш малға иҫәпләнгән, тимәк, улар һанын ошоға еткереү бурысы тора. Сәсеү ерҙәрен дә киңәйтергә иҫәбе бар, сөнки фураж йылдан-йыл күберәк талап ителәсәк. “Ә кәләш алыу, балалар үҫтереү алдағы пландарға кермәйме?” тигән һорауыма йылмайып: “Мал һанын иллегә тултырһам, кәләш аласаҡмын!” – тип яуап­ланы.
Булыр барыһы ла, ундай тырыш егеттәргә бәхет тә, уңыш та, мөхәббәт тә йылмайыр. Тап шундайҙар хаҡында халыҡта “Торған ерҙән ут сәсрәтер” тип әйтәләр.

“Ағайымдан һис тә ҡалышыу юҡ”

Шулай тип ҡаршы алды беҙҙе Аза­маттың бер туған ҡустыһы Айбулат. Ысынлап та, ҡалышмаған ағаһынан, киреһенсә, уҙҙырып ебәргән. Дүрт йәшлек Айтуған менән бәләкәс Әҙиләне тәрбиә­ләй йәш Бараковтар. Йорт хужабикәһе Гөлнәфис – Үтәгән ауылы ҡыҙы. Төпкөлгә килен булып төшөүенә һис тә үкенмәй, киреһенсә, йортобоҙ бар, балалар эргәлә, барыһы ла – үҙебеҙ етештергән ризыҡ, тип дәрт­ләнеп донъя көтә.
Ағаһына малсылыҡта ярҙам итеп кенә ҡалмай Айбулат Урал улы, үҙенә диләнкә яҙҙырып, ағас сығарып, уны утынға ярып, ха­лыҡҡа һата. Киләсәктә атаһы кеүек йыл­ҡысылыҡ менән дә шөғөлләнергә уйлай.
– Йылҡысылыҡ – беҙҙең яҡтарҙа иң отошлоһо, сөнки аттар ҡыш буйына тиерлек тибендә йөрөп сыға. Уларҙы тиҙ арала үрсетергә мөмкин. Ҡымыҙ етеш­тереүҙе яйға һалғанда, күпкә табышлы буласаҡ, – тип үҙенең уй-пландары менән дә уртаҡлашты егет.
Аталары улдарының һәр эшен ҡеүәт­ләп, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Үҙенең йылҡыларын ҡарау менән бер рәттән, һыйырҙарҙы көтөү ҙә уның яуаплы­лығында. Ышаныслы таяныстары барында бер төптән уйлаған, фекер йөрөткән уңған Бараковтар артабан да тыуған ауылының ысын хужалары буласағына һис икеләнергә ярамай.
Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың башлан­ғысы күптәргә өлгө булған. Кендектәре ошо ергә тоташҡандар тыуған ауылдарына ҡайтырға теләк белдереп, ер биләмәләре алған, яңы йорт күтәреүселәр ҙә бар. Ҡасандыр “перспективаһыҙ” тип аталған Хөсәйен ауылы ҡайтанан сәскә атып килә.


Вернуться назад