Тәбиғәт яҡлауға мохтаж27.03.2012
"Көньяҡ Урал райондарының 2011 – 2015 йылдарҙа иҡтисади үҫешенең урта сроклы комплекслы программаһы"на ярашлы республиканың сәнәғәт предприятиелары 282 миллион һумлыҡ тәбиғәтте һаҡлау саралары үткәреүҙе планлаштыра.
Ошо иҫәпкә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты биләмәләрендәге бысранған ерҙәрҙе санациялау, Төйәләҫ ятҡылығының карьер һыуҙарын таҙартыу инә, әлеге ваҡытта ла Көньяҡ Уралдың тау-руда предприятиелары экология мәсьәләләрен хәл итә. Әммә был ғына аҙ: предприятиеларҙың ташландыҡ һыуы, нигеҙҙә, бәләкәй йылғаларға эләгә һәм һыуҙы бысрата. Тимәк, башҡараһы эштәр байтаҡ әле.


Вернуться назад