Кисә Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы ведомство эшмәкәрлегенә арналған “Закондың көсө – уның үтәлеүендә” журналист эштәре конкурсына йомғаҡ яһаны.Ижади ярышта еңеүселәр һәм призерҙар биш номинация буйынса билдәләнде. Хеҙмәттәшебеҙ Алһыу Әһлиуллинаның эше “Баҫма матбуғатта иң яҡшы материал” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ тип табылды. Афарин, артабан да уңыштар юлдаш булһын!