“Ай, һылыуҡай, исемең кем?..”14.12.2016
“Ай, һылыуҡай, исемең кем?..”“Ай, һылыуҡай, исемең кем?..”
Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй “Азия һылыуҡайы. Рәсәй” матурлыҡ конкурсының финалы үтте. Ейәнсура районынан 18 йәшлек Илнара Ниязғолова “Беренсе вице-мисс” титулын яуланы.
Илнара И.М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының II курсында уҡый, “Йәсмин” һылыуҡай студияһына йөрөй. Әйткәндәй, ошондай бәйге­ләрҙә ҡыҙ тәүгә генә еңеп сыҡмай. Быйыл “Мәскәү һылыуҡайы” конкурсында төп бүләкте яуланы, “Һы­лыуҡай-2016” республика конкурсында II урынға лайыҡ булды. Әммә Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡыҙ беренсе тапҡыр ҡатнашты һәм финалға сыҡҡан 16 һылыуҡай араһында беренсе урынды алды.
– Был – Мәскәүҙә йәшәгән яҡташ­тарыбыҙҙың уртаҡ еңеүе. Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһына, “Алтын Ай” бейеү ансамбленә, “Йәсмин” студияһына һәм етәксем Фатима Янбаеваға рәхмәт. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашеваға бағыусылыҡ ярҙамы өсөн ихтирамымды белдерәм, – тине Илнара.
Ике ай дауамында бәйгелә ҡат­нашыусылар үҙ милләте менән та­ныштырыуҙы, “Милли кейем һәм талант”, “Милли аш-һыу”, “Спорт”, “Интеллектуаль бәйге” һәм башҡа һы­нау­ҙарҙы үтте. Илнара Ниязғолова Мәскәүҙәге “Алтын Ай” башҡорт ансамбле менән бергә “Гөлнәзирә” бейеүен башҡарҙы.
“Милли аш-һыу” этабында конкурсанттар баһалама комиссияһы алдында ризыҡ әҙерләү техноло­гия­һын күрһәтте, үҙ халҡының йолалары тураһында һөйләне. Бәй­генең был өлөшө ресторанда үтте. Илнара сәксәк бешерҙе.
– Жюри ағзалары ризыҡты күҙ асып йомғансы ашап бөттө. Тап ошо ризыҡты һайлап дөрөҫ эшләнем, тип уйлайым, – ти Илнара.
– Төбәгебеҙ таланттарға бай, улар­ға ярҙам итергә кәрәк. Конкурста тышҡы матурлыҡ ҡына баһаланмай. Азия, Көнсығыш – иң элек рухи ма­турлыҡ, эске донъяның байлығы сағылышы ул. Башҡортостан ҡыҙҙа­ры үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева. Әйткәндәй, ул республи­ка­быҙ һылыуҡайҙары Илнара Нияз­ғолова менән Эльвира Вәлиеваға конкурста финанс ярҙамы күрһәтте.
Финалда сағыу тамаша ҡоролдо. Һылыуҡайҙар дизайнерҙар теккән кейемдәрҙе тәҡдим итте, милли үҙен­сәлектәр менән таныштырҙы. Кисәне Рәсәй эстрадаһы “йондоҙҙары” биҙәне.
– Был матурлыҡ бәйгеһе генә тү­гел, милләт-ара байрам булды. Алтайҙарҙың өзләү оҫталығын, тыва­ларҙың мода театрын, корейҙарҙың барабанлы тамашаһын, халыҡ бе­йеүҙәрен ҡараныҡ һәм йырҙарын тыңланыҡ, сығыштарҙан кинәнес алдыҡ, – тине Башҡортостан һылыу­ҡайҙарының етәксеһе Фатима Янбаева. – Мәскәү­ҙә башҡорт коллек­тивтарының эшләүе ҡулай булды. Беҙгә “Zaman” һәм “Алтын Ай” төркөмдәре ярҙам итте. “Zaman” этно-проекты Эльвира Вәлиеваның ижади сығышын биҙәне. Ул кон­курстың финалында “Талантлы һылыуҡай” номинацияһында уңышҡа өлгәште.


Вернуться назад