Тарихи хәтер мәңгелек27.03.2012
Тарихи хәтер мәңгелек112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған. Уларҙың хәрби үткәнен, тарихын республикабыҙҙа бик ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Дивизияға хәрби байраҡ тапшырылыуға 70 йыл тулыуҙы ла киң билдәләнеләр. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт филармонияһында тантана булды.
“Намыҫ, батырлыҡ һәм дан символы” тип аталған байрам концертына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, шул иҫәптән данлыҡлы 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре, ветеран, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, хәрби-патриотик клубтар тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусылары килде.
Филармония фойеһында китап күргәҙмәһе ойошторолдо, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың бюсы һәм уның биографияһы яҙылған стенд ҡуйылғайны. Кисә Тарихи хәтер мәңгелекбарышында легендар комдивҡа Рәсәй Геройы исемен биреү буйынса республика акцияһы дауам итте, һәр теләүсе үҙ ҡултамғаһын ҡалдырҙы.
Сәхнәгә дивизияның хәрби байрағы сығарылды, уны йыйылыусылар аяҡ өҫтө тороп ҡаршыланы. Балалар ветерандарға сәскә бүләк итте.
Залда ул саҡтағы һуғыштарҙың ике тере шаһиты — Ғабдулхай Зарипов менән Ғәле Кинйәкәев булды. Бабайҙарҙың килеүе кисәгә йәм өҫтәне, уның мәғәнәһен арттырҙы. Ветерандар иғтибар үҙәгенән төшмәне.
Тарихи хәтер мәңгелекТәбрикләү һүҙе менән Һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Мансур Ахунов сығыш яһаны.
— Беҙҙең атлылар хәрби оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ, түҙемлек күрһәтте, улар башҡорт хәрбиҙәре намыҫына тап төшөрмәне, — тине ул. — Хәрби байраҡ — ул намыҫ һәм батырлыҡ билдәһе. Совет ҡораллы көстәре тарихында 112-се кавалерия дивизияһы – 78 Советтар Союзы Геройы, Дан орденының биш тулы кавалерын биргән берҙән-бер дивизия. Изге бурысын үтәп, иңгә-иң килешеп башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, украиндар, төркмәндәр, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, Тарихи хәтер мәңгелекәрмәндәр һәм башҡа милләт вәкилдәре һуғышҡан. Улар киләсәк быуындарға бик яҡшы өлгө күрһәтте.
Республика Хәрби дан музейының ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитов легендар дивизияның хәрби юлы, уның нисек барлыҡҡа килеүе һәм әҙерләнеүе тураһында тулы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Кисә дауамында республика эстрадаһы артистары, үҙешмәкәр коллективтар һәм патриотик клубтар матур концерт күрһәтте.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад