Ҡышын ҡайҙа балыҡ тоторға?12.12.2016
Башҡортостанда ҡышҡы балыҡ тотоу өсөн урындар билдәләнде. Республика биләмәһендә ошо кәсеп өсөн 12 урын бүленгән.
Ағиҙел (Өфөләге Дуҫлыҡ монументы янында), Ҡариҙел (Сипайлово биҫтәһе), Кама (Краснокама районындағы Николо-Берёзовка ҡасабаһы) йылғаларында, Яҡтыкүл һәм Аҡкүл (Ғафури районы), Ҡандракүл (Туймазы районындағы Ҡандра ҡасабаһы), Асылыкүл (Дәүләкән районындағы Алға ҡасабаһы), Шәмсетдин (Бөрө) күлдәрендә, Туймазы (Туймазы ҡалаһы), Павловка (Нуриман районындағы Павловка ҡасабаһы) һәм Нөгөш һыу һаҡлағыстарында (Мәләүез районындағы Нөгөш ҡасабаһы) балыҡ тоторға мөмкин.