Тәбиғи төҫкә шәп ҡаба13.12.2016
Тәбиғи төҫкә шәп ҡаба
Яһалма алдатҡыс емдәр силиконға (йомшаҡ), воблерҙарға һәм йылтырмаға (тимер) бүленә. Һәр береһенең үҙенсәлеге бар: тән формаһы, йөҙөү дәрәжәһе, тәрәнлеге, тирбәлеү йышлығы, төҫ, тауыш камераһы, алыҫҡа ырғытыу системаһы. Улар төрлө тәрәнлеккә иҫәпләнгән. Һыу өҫтө, һай һәм тәрән һыу алдатҡыстарын айырып йөрөтәләр.

Һыу өҫтө алдатҡысы һауа менән һыу сигендә ята. Балыҡтың ҡармаҡҡа ҡабыуы күренеп тора. Ҡармаҡты тартып сығарғанда шау-шыу ҡуба, быны айырыуса алабуға ярата.
Бер метрға тиклемге һай һыу алдатҡысы яр буйында ла файҙаланыла. Балыҡтар яр буйында йәки ылымыҡтар янында була, уларҙы ҡаптырыу өсөн оҙаҡ көтөргә тура килә.
Ике метрға тиклемге тәрән­лектәге алдатҡыс ем башҡа­ларынан оло ҡалағы менән айырыла. Уның ҙур ян ҡаршылығы бар, шуға күрә тәрәнгә төшөрөлөүсе спиннинг һайлап алалар. Балыҡты кәмәнән тотҡанда алдатҡыс ем тәрәнерәк төшә, ә ярҙан тотҡанда тәрәнлек һөйрәү тиҙлегенә, спиннингтың торошона, ағымға бәйле. Әгәр ҡапҡа төшөрөү тәрәнлеге 2 метр тип яҙылһа, яҡынса 1,5 – 2 метрға иҫәп тотола. Кәтүк тотҡа­һын әкренерәк әйләндерһәң, алдатҡыс ем, спиннинг өҫлөгө өҫтәрәк булһа, алдатҡыс ем дә өҫтәрәк йөрөй. Батыусы ал­датҡыс ем менән эш башҡасараҡ тора. Әгәр спиннинг торошо шулай уҡ тәьҫир итһә, һөйрәү тиҙлеге киреһенсә – тотҡаны тиҙерәк әйләндергән һайын воблер өҫкәрәк күтәрелә.
Һыу ағымы тиҙлегенең дә алдатҡысты тәрәнгә төшөрөүгә йоғонтоһо бар. Ағым ыңғайына воблер – өҫтәрәк, ағымға ҡаршы тәрәнерәк йөҙә.
Төрлө тирбәлеү йышлығы воблерҙың махсуслашыуынан тора. Был алдатҡыстың тән формаһына һәм ҡалағына бәй­ләнгән. Воблерҙың юғары йыш­лығы, урта йышлығы, түбән йышлығы булыуы ихтимал йә йышлығы бөтөнләй булмай. Юғары йышлыҡ – алабуға, ажау (ҡушбаш), ә түбән йышлыҡ суртан тотҡанда файҙаланыла.
Тауышһыҙ һәм шылтыраҡлы воблерҙар бар. Шылтыраҡ тауыш камераһындағы бер йәки ике шарҙан тора. Шарҙар ҡармаҡты ырғытыу алыҫлығын арттырыу өсөн дә ҡулланыла.
Төҫкә килгәндә инде, бында һәр кемдең үҙ иркендә. Воб­лерҙың төҫө һыуҙың үтә күре­неүсәнлегенә, балыҡтың ниндәй ем яратыуына, әүҙемлегенә, көн торошона, йыл миҙгеленә бәйле. Йәшел (алабуғалар өсөн), көмөш (аҡ) һәм алтын (һары) төҫөндәге воблерҙар һәйбәт. Улар тәбиғи һәм ярһытҡыс төҫтәргә бүленә. Тәбиғи төҫтәр – һунар объек­тының ҡәҙимге төҫө (селбәрә, сүмесбаш, тәлмәрйен һ. б.). Тәбиғи төҫтәргә балыҡ шәп ҡаба, ярһытҡыс төҫтәргә бик эләгеп бармай.


Вернуться назад