Балағыҙ ниндәй түңәрәккә йөрөй?13.12.2016
Баланың мәктәп биргән белем менән генә сикләнеп ҡалмауы, үҙе өсөн яңы офоҡтар асырға тырышыуы, яңы белемгә ынтылыуы – бик маҡтаулы күренеш. Дәрес­тәрҙән тыш төрлө түңәрәктәргә, секцияларға йө­рөү, төрлө клубтарҙа, студияларҙа шөғөлләнеү ба­лала тормошта бик кәрәк булған характер һы­ҙаттарын, оҫталыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итә, ҡайһы берҙә уның киләсәген билдәләүҙә ҙур роль уйнай. Шуға күрә ата-әсәләр алдында балаһын ҡайһы юҫыҡта үҫтерергә, ниндәй түңәрәктәргә бирергә тигән һорау килеп тыуыуы ла ихтимал.
Тәү сиратта ата-әсәгә ошо хәҡиҡәтте күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: түңәрәктәр һәм секциялар – улар рәхәтлек, күңелгә ҡәнәғәтләнеү хисе генә килтергән шөғөл түгел, ә билдәле бер көс, ваҡыт талап иткән хеҙмәт. Балағыҙ ни тиклем теләп йөрөһә лә, был өҫтәмә шөғөлгә уның энергияһы ла, ваҡыты ла сарыф ителәсәк. Һәр кешенең физик һәм психологик мөмкинлектәренә бәйле үҙ нормаһы бар. Әгәр ҙә бала шуҡ, көс-ҡеүәте ташып тора икән, ул 3-4 тү­ңә­рәктә лә бер ыңғай шөғөлләнә ала. Һаулығы насарыраҡ, күп нәмәне күңеленә ауыр алып барған сабый өсөн бер түңәрәк тә көс еткеһеҙ ауыр эшкә әүерелеүе мөмкин.
Шулай ҙа баланы нисә түңәрәккә бирергә тигән һорау менән осрашҡанда, педагогтарҙың һәм пси­хо­логтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалып, дөйөм ҡағиҙәгә күҙ ташлап китеү артыҡ булмаҫ. Уртаса ике түңәрәктә шөғөлләнеү бала өсөн оптималь вариант һанала: беренсеһе физик форманы үҫтереүгә, уны яҡшы ки­мәлдә тотоуға йүнәлтелһә, икенсеһе эстетик яҡтан үҫешкә, аң-белем ҡеүәһен үҫтереүгә арналһа, бик отош­ло буласаҡ. Мәҫәлән, бейеү түңәрәге һәм шах­мат клубы, йөҙөү буйынса секция һәм музыкаль мәктәп.
Терпе лә үҙ балаһын йомшағым тип һөйгән кеүек, һәр ата-әсә балаһын иң аҡыллыһы, иң һәләтлеһе тип һанай. Шул арҡала уларға сабыйы бар өлкәлә лә талантлы, барлыҡ эштәрҙе лә булдыра ала кеүек тойолоуы мөмкин. Ошо уй-фекерҙән сығып, балағыҙ­ҙы барлыҡ түңәрәктәргә һәм секцияларға яҙҙырырға ашыҡмағыҙ, береһенән сығып икенсеһенә йүгерергә ҡабаланмағыҙ, сөнки баланың ваҡыты һәм көс-ҡеүә­те етмәүҙән, уның физик торошо һәм әле нығынып етмәгән психикаһы артыҡ юғары талаптарға яуап бирә алмағанлыҡтан, беренсенән, уның һаулығына зыян килеүе ихтимал, икенсенән, бар өлкәлә лә өлгөрөргә тырышып, унға ярылып, бер йүнәлештә лә уңышҡа өлгәшмәҫкә мөмкин, ә был үҙ сиратында баланың үҙ көсөнә ышанысын кәметә, рухын төшөрә.
Тормоштан бер күренеш: бер таныш ҡатын ҡыҙын балалар баҡсаһынан уҡ төрлө түңәрәктәргә йөрөтә башланы. Мәктәпкәсә түңәрәктәр һаны өсәү булһа (бейеү, гимнастика һәм инглиз теле), мәктәпкә барғас, уларҙың һаны бишкә етте: булғандарына фортепиано менән йөҙөү өҫтәлде. 8-се класҡа тиклем тыңлаусан, әсәһенең һүҙенән сыҡмаған бала уҡыуын да, түңәрәк-секцияларын да алып барҙы, бар көсөн һалып тырышты. Әммә йылдан-йыл ҡатмарлаша ғына барған мәктәп программаһы һәм үҫмерлек осоро үҙенекен итте: ҡыҙ бала бер төптән бар шөғөлдәрен дә ташланы ла ҡуйҙы. Әсәһенең өгөтләүҙәре лә ярҙам ит­мәне, “Мин көн һайын мәктәптән һуң ҡайҙалыр йү­ге­реүҙән, кис ҡайтып инеп, төнгә тиклем дәрес әҙер­ләүҙән шул тиклем арыным, тыныс ҡына, үҙ яйыма мәктәптә уҡырға ирек бирегеҙ миңә”, – тип өҙә һуҡты.
Был миҫалдан күренеүенсә, әгәр ҙә баланың күңе­ленә ятҡан, үҙе яратҡан бер йә ике шөғөлө булһа, ул шул йүнәлештә үҫешер ине, был тиклем арыу, көсөр­гә­неш йыйылмаҫ һәм киҫкен ҡарар ҡабул ителмәҫ ине.
Тағы ла бик мөһим шартты күҙ уңынан ыс­ҡын­дырмаҫҡа кәрәк: балағыҙҙы теге йәки был түңәрәккә яҙҙырыр алдынан ошо һорауға яуап бирегеҙ – был улығыҙҙың йә ҡыҙығыҙҙың теләгеме, әллә һеҙҙекеме? Ҡайһы бер ата-әсә үҙҙәренең тормошҡа ашмай ҡал­ған бала саҡ хыялдарын балаларының ғәмәлгә ашырыуын теләй һәм шул арҡала берәүҙәр бейергә бө­төн­ләй ҙә теләге булмаған улын, футбол уйнатыу уры­нына, сәнғәт мәктәбенә йөрөргә өгөтләй, икен­селәр һүрәт төшөрөргә яратҡан ҡыҙын скрипка класына алып барып бирә.
Бер таныш ҡыҙҙың һөйләгәндәренән: әсәйем икенсе синыфта уҡығанымда мине сәнғәт мәктәбенең скрипка класына яҙҙырҙы, шунда уҡ музыка ҡоралы ла һатып алды. Шул тиклем йөрөгөм килмәй торғайны, күңелем дә ятманы, ярата ла алманым. Әммә әсәйем­дең һүҙен йыҡмайым тип, скрипка буйынса сәнғәт мәктәбен тамамланым. Аттестат алған көндә үк скрип­каны минән түбәнерәк класта уҡыған ҡыҙҙың әсәһенә һатып ебәрҙем дә сәнғәт мәктәбен тамамла­уым тура­һындағы аттестатты өйгә алып ҡайтып әсәйемә бүләк иттем. Хәҙерге мәлдә скрипкала уйнау түгел, ҡағы­лаһым да килмәй. Уйлап ҡараһаң, мин үҙ теләгемде түгел, ә әсәйемдең хыялын тормошҡа ашырҙым.
Шуға күрә түңәрәк һайлар алдынан балағыҙ менән был темаға асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ, уның теләк­тәре, уй-хыялдары менән ҡыҙыҡһынығыҙ. Бәлки, ул күңеленә ятҡан шөғөл һайлап та ҡуйғандыр, шул турала хәбәрҙар булығыҙ. Был темаға һөйләшеү алып барылған ваҡытта шуны ла асыҡларға тыры­шығыҙ: балағыҙ теге йәки был түңәрәкте нимәгә нигеҙләнеп һайлаған? Уны нимәгәлер өйрәнеү, яңы белемгә, һөнәргә эйә булыу, ниндәйҙер өлкәлә оҫта­лығын арттырыу ҡыҙыҡтырамы, әллә тышҡы биҙәк­тәрҙән, йәмғиәттә таралған ҡайһы бер фекер­ҙәрҙән сығып ҡарар ҡабул ителгәнме? Мәҫәлән, бейеүсе булырға теләгән ҡыҙыҡайҙы сәхнәнең сағыу уттары, матур ке­йемдәр, алҡыштар арбауы мөмкин, ә та­нылған бейеүсе булыу өсөн көн һайын сәғәттәр буйына күнекмәләр яһарға кәрәклеген, бәлки, ул аңлап та етмәйҙер. Шулай уҡ бар донъяға билдәле хоккеист булырға хыялланған малай, голдар индереп, пас бирер алдынан, иң беренсе конькиҙа йөрөргә өйрәнергә кәрәклеген төшөнәме?
Нисек кенә булмаһын, түңәрәктәр, секцияларҙың төп маҡсаты – ул өҫтәмә белем биреү һәм улар, бе­рен­сенән, мәктәптәге уҡыуға, өлгәшкә ҡамасау­ла­маҫҡа тейеш, икенсенән, баланың теләгенән сығып һай­ланыуы бик мөһим, өсөнсөнән, ул-ҡыҙығыҙҙың фи­зик һәм психик һаулығына зыян килтермәүе лә шарт.


Вернуться назад