Минең дә ағайым бар ине...13.12.2016
Минең дә ағайым бар ине...
Кешенең мәҙәнилеге бер нисек тә уның уҡымышлылығына бәйләнмәгән – быға иманым камил. Юғары уҡыу йорттарын тамамлап, ҙур вазифа биләгәндәр араһында әллә күпме әҙәпһеҙ, хаяһыҙ, мәҙәниәтһеҙ әҙәмдәрҙе осратҡаным булды. Ярай, уныһы икенсе мәсьәлә. Ә бөгөн һеҙгә әсәйемдең бер туған ҡустыһы Мәрхәм ағайым хаҡында һөйләгем килә. Бер туған, тинем дә... Бәлки, серҙе асырға ваҡыттыр?
Асылда әсәйем Мәрфуға менән Мәрхәм ағайым — ике туғандар, йәғни уларҙың әсәйҙәре бер туған. Мәрхәм ағайымдың әсәһе Хәлимә инәйем йәшләй генә тол ҡалғас, өләсәйем менән олатайым уның ай ярымлыҡ ҡына сабыйын үҙҙәре үҫтерергә ҡарар итә. Әсәйемә ул саҡта өс йәш була, ун ике баланан бер үҙе иҫән ҡалған. Моғайын, шуғалыр ҙа олатайым тәүге көндән сабыйҙы үҙенеке итеп ҡабул итә. Улай ғына ла түгел, өлкән өләсәйем (олатайымдың әсәһе) ҡоҙасаһының улына бауыр баҫа, уны һөйөү һәм хәстәрлек менән солғай. Ә Хәлимә инәйҙе Магнитогорскиға алып барып эшкә урынлаштыралар, күп тә үтмәй, инәйем унда үҙе өсөн өҙөлә яҙып торған Ҡасим апаға тормошҡа сыға.
Ғаиләлә олатай-өләсәйем өсөн балалар араһында бер ниндәй айырма ла булмай, быныһына инде үҙем дә шаһит. Ауылда ла, туғандар араһында ла Мәрхәм ағайҙың асылда ата-әсәһе икенсе булыуын берәү ҙә хәтерләмәне, минең өсөн иһә ағайым иң яҡын туғаным ине. Ул миңә исемем менән дә өндәшмәне, “ҡанатым” тип кенә йөрөттө. “Үгеҙ егеп, Магнит баҙарына китә лә төн еткәнсе үк ҡайтып етә ине ағайың, – тип хәтерләй торғайны өләсәйем. – Үгеҙ манма тиргә батҡан була. Ниңә улай ҡабаландың, тиһәң, Гөлгизәр йоҡлап ҡуймаҫ элек ҡайтып етәйем тинем, ти торғайны. Үҙе мотлаҡ һиңә күстәнәс, уйынсыҡтар алған була”.
Башҡаларҙы ҡыуандырырға ынтылыу, иҫ китмәле әҙәплелек, илтифатлылыҡ, күңел киңлеге, сабырлыҡ — ағайыма хас һыҙаттарҙың иң мөһимдәре. Бик намыҫсан, эшһөйәр, ярҙамсыл ине үҙе. Ғүмер буйы ул механизатор булды, юлдар һалды. Ял тигәнде лә белмәне, бульдозеры уның өсөн йәнле бер нәмә ине, минеңсә. Тракторын башҡа ҡулдарға тапшырырға теләмәйенсә, хатта отпуск та алмауын башҡаса нисек аңлатаһың?
— Мәрхәм ағай баҫыуҙа эшләһә, күптән Социалистик Хеҙмәт Геройы булыр ине, — тигәйне миңә бер ваҡыт ул саҡта бригадир булып эшләгән Тимербулат ағай Сәйетғәлин.
Бер ваҡыт Юлдаштан район үҙәге Асҡарға юл һала башлайҙар. Ағайыма юғарылағылар юлдың траекторияһын күрһәтә. Ул ауыл осондағы билдәһеҙ ҡәберлек аша үтергә тейеш була (шулай турараҡ).
— Унан ярамай, унда зыярат, — тип ҡаршы төшә ағайым.
— Әйткәнде эшлә, — тиҙәр ағайыма.
Ағайым юлды ҡәберлекте урап үтеп төҙөй башлай. Уны тыңлата алмаған түрәләр ҡул ғына һелтәй. Ауылдағы өлкәнерәк йәштәге кешеләр бөгөн булһын ағайымдың әлеге игелеклелеген иҫкә ала. Ә ауылдың ике осонда ике быуа быуып, унда балыҡтар ебәреүе һуң! Ағайым үҙе балыҡсы түгел ине, хәйер, уның берәй буш ваҡыты булдымы икән үҙенең быуаларына бер ҡарап һис юғы һоҡланырлыҡ!
Эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн ағайым бер ваҡыт Мәскәүҙә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә ҡатнашты, йәнә бер мәртәбә шифаханаға бушлай путевка менән бүләкләнде. Ә абруйлы исемдәрҙе, орден-миҙалдарҙы бүтәндәр алды...
1968 йылда олатайым баҡыйлыҡҡа күскәс, ағайым аҙна буйы уның ҡәберенән ҡайтып инә алмай ҡайғырҙы, уның тыйыла алмай илағанын мин шунда беренсе һәм һуңғы мәртәбә күрҙем.
Ә 1985 йылда ағайым үҙе бик ҡаты сирләп китте. Ауыр тракторҙа көнө-төнө һелкенеп йөрөү, ваҡытында туҡланмау, ял итмәү сирҙең аҙып китеүенә сәбәпсе булғандыр. Ҡурҡыныс диагноз ҡуйылғас та, ағайымды Өфөгә тикшереүгә ебәрҙеләр. Ғәҙәттәгесә, ул берәүҙе лә мәшәҡәтләргә теләмәне, юлға бер үҙе сыҡты.
“Магнитогорск — Өфө” пассажирҙар поезында ни булғанын үлер алдынан ағайым әсәйем менән миңә һөйләне. Вагонға инеп ултырғас, ағайым эргәһенә милиционер килә, документын талап итә. Ағайым паспорт күрһәткәс тә “закон һағында торған” әҙәм тынысланмай, һөйрәп тигәндәй ҡорбанын кондуктор бүлмәһенә алып инә. Ағайымдың кеҫәһендәге бар булған аҡсаһын талап алалар, кемгә лә булһа өндәшһәң, поездан ырғытып ҡалдырабыҙ, тип ҡурҡыталар.
— Бына һин бөтәһен дә беләһең, әйт әле, нисек шундай алама бәндә милиция формаһы кейеп йөрөй? — тип һораны Мәрхәм ағайым.
Бер ни тип әйтә алманым, сөнки ул саҡта минең өсөн милиция ғәҙеллек һаҡсыһы булып тойола ине.
Ағайым бер тинһеҙ Өфөгә барып төшкәс, Рафиҡ ағай Ғибәҙәтовтың фатирына бара. Луиза апай менән Рафиҡ ағай уны дауаханаға оҙатып, табиптарға күрһәтеп кенә ҡалмай, юллыҡ аҡса ла бирә. Инде нисәмә йылдар үткәс тә оло рәхмәтлемен уларға.
Әсәйем менән өләсәйем һуңғы минутына тиклем ағайым эргәһендә булды, уны тәрбиәләүҙә еңгәмә булышты. Район дауаханаһында онколог булып Зиннәт Ғилманов эшләй ине (хәҙер мәрхүм инде), ул көн һайын тиерлек эштән һуң ун саҡрымда ятҡан Юлдаш ауылына килеп йөрөнө, ағайымдың хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләне. Ишҡолдан Хәлимә инәйем дә улы менән бәхилләшергә килде...
Бригадир ағайым эшләгән тракторҙы ҡат-ҡат һорап килһә лә, Мәрхәм ағайым оҙаҡ ҡына үҙе урынында берәүҙе лә күрергә теләмәне, “Йүнәлгәс, тракторымда үҙем эшләйәсәкмен”, – тип һауығырына өмөтөн өҙмәне. Инде тамам хәлдән тайғас ҡына, бригадир Тимербулат ағайға: “Минең тракторға Ирбулаттан башҡа берәүҙе лә ултыртма, ул техника ҡәҙерен белә”, – тигән. Шулай итеп, оҙаҡ йылдар ағайым эшләгән тракторға бригаданың алдынғы механизаторы Ирбулат ағай Сәйетғәлин күсеп ултырҙы. Һуңынан һөйләнеләр: ул көн һайын эшкә барышлай ағайымдарҙың йорто эргәһендә бер нисә минутҡа туҡтап китер булған, инде яҡты донъя менән бәйләнеше көндән-көн өҙөлә барған ағайым өсөн был, моғайын, үҙенә күрә бер ҡыуаныс булғандыр.
Мәҡәләм барышында “мәҙәниәтле” тинем. Ағайым, ысынлап та, бик тәрбиәле, әҙәпле кеше булды. Ҙур уҡыуҙар эләкмәгән уға, әммә өйҙәренән гәзит-журнал, бигерәк тә “За рулем” журналы өҙөл­мәне. Ағайымдың тауыш күтәреп һөйләш­кәнен дә хәтерләмәйем. Бөгөн хатта теле­тапшы­рыуҙарҙа уҡымышлы ғына әҙәмдәрҙең әленән-әле оятһыҙ һүгенеүҙәрен күрәм дә ауыҙ асып әҙәпһеҙ һүҙ әйтмәгән ағайымды, башҡа ябай ауыл кешеләрен хәтерләйем...


Вернуться назад