“Тарт гармуның, туҡтатма, Беҙ әйтәбеҙ таҡмаҡтар!”13.12.2016
“Тарт гармуның, туҡтатма, Беҙ әйтәбеҙ таҡмаҡтар!”
“Тарт гармуның, туҡтатма, Беҙ әйтәбеҙ таҡмаҡтар!”
Таҡмаҡ – халҡыбыҙҙың йәшәйешен, күңел кисерештәрен оҫта сағылдырған моңло тел сәнғәте ул! Элек-электән бер генә йыйын да, туй-мәжлес, байрамдар ҙа таҡмаҡһыҙ үтмәгән. Моңға һалынған төртмә шиғри юлдар, бейеү менән бергә үрелеп дәрт, күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф өҫтәп кенә ҡалмағандар, ә уйынлы формала аҡыл, кәңәш, хатта кәмселектәргә төрттөрөп әйтеп һабаҡ та биргәндәр.
Әлеге көндә лә таҡмаҡ – иң популяр жанрҙарҙың береһе, хал­ҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы булып йәшәп килә. Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған аҫыл мираҫыбыҙҙы юғалт­май үҫеп килгән йәш быуынға ет­кереү, халҡыбыҙ ижадына ҡыҙыҡ­һыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү, үҙеш­мәкәр оҫта таҡмаҡсыларҙы асыҡлау, башҡарыусыларҙың һә­ләтен үҫтереү маҡсатында Баймаҡ районының тарихҡа бай данлы Темәс ерендә “Таҡмаҡ бәйгеһе-2016” республика фестивале уҙҙы.
Был бәйге Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Баймаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге, Темәс ауыл хакимиәте, “Темәс” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм ауыл мәҙәниәт йорто тарафынан ойошторолдо.
Темәс ауыл хакимиәте баш­лы­ғы Бикйән Камалетдинов бәйгегә килгән барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла та­рихҡа бай Темәс еренә аяҡ ба­ҫыуҙары менән тәбрикләп, сараны асып, матур теләктәр еткерҙе.
Дүрт сәғәт дауамында барған көсөргәнешле бәйгелә Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан барлығы 245 таҡ­маҡсы башҡарыу оҫталығына ҙур һынау тотто, шуларҙың иң йәшенә – биш, ә иң олоһона 80 йәш ине.
Конкурсанттарҙың сығышын Баймаҡ районы хакимиәтенең мә­ҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йы­һаншина рәйеслегендәге абруй­лы баһалама ағзалары баһаланы.
Был көндә Темәс ауыл мәҙәниәт йортоноң байрамса биҙәлгән сәхнәһе береһенән-береһе сағыу милли кейемдәрҙән, ҡупшы биҙә­үес­тәрҙең төрлөлөгөнән хозур бер сәскә яланын хәтерләткән төҫлө ине.
Һоҡланғыс тамашаны ҡарау бә­хете тейҙе ауылдаштарыма. Ысын­лап та, Урал аръяғының иң көслө һәм һәләтле таҡмаҡсыларын йыйҙы Темәс ере.
Республикабыҙҙың ҡайһы тара­фында йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да халҡыбыҙ­ҙың йыр-моңона, сәнғәтенә булған һөйөү берләштерҙе. Һәр бер сы­ғыш яһаусының көс түгеп, тырыш­лыҡ һалып әҙерләнгәне күҙгә ташланды. Халыҡ ижадына битараф булмауҙары, күңелдәрендә дәрт осҡоно һаҡлауҙары, тормошта йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәүҙәре маҡтауға һәм һоҡланыуға лайыҡ.
Баһалама ағзалары сығыштар­ҙы йомғаҡлаған арала ла сәхнә тын торманы – дәртле, сая таҡмаҡ­сылар үҙҙәренең һәр яҡтан да һә­ләтле икәнен тағы ла бер иҫбат­лап, тамашасыларға йырлы-моңло ял минуттары бүләк итте, сығыш­тары сараны тағы ла йәмләп, биҙәп ебәрҙе.
– Баймаҡ районында республика таҡмаҡ бәйгеләре традицияға әйләнде. Заманалар ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, якташтар халыҡ ижадына тоғро ҡалып, аҫыл ҡомартҡыларыбыҙҙы юғалтмай һаҡлап, ҙур сәхнәгә сығарыуҙары һөйөндөрә, – тине мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Хәлидәр ҡыҙы.
Әбйәлил районынан Зөлфирә Моратшина – “Дәртле таҡмаҡсы”, Хәйбулланан Венера Байғусҡа­рова – “Шаян таҡмаҡсы”, Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылынан “Йәнтөйәк” фольклор ансамбле – “Илһөйәр таҡмаҡсылар”, Баймаҡ районының Байыш ауылынан “Иҫтәлек” фольклор ансамбле – “Иң позитив таҡмаҡсылар”, Баймаҡ районының Ярат ауылынан “Әхи­рәттәр” фольклор ансамбле “Иң музыкаль таҡмаҡсылар” номинацияларында билдәләнде.
Хәйбулла районынан Вәғиҙә Әхтәмова беренсе урынды яуланы, Сибай ҡалаһынан Рәйлә Ҡа­дирова – икенсе урынға, Хәйбулла районынан Әлфирә Ултраҡова өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Фестиваль ауылыбыҙ ғына тү­гел, районыбыҙ тормошонда ла онотолмаҫ бер яҡты хәтирә булып һаҡланыр. Таҡмаҡ бәйгеләре үткә­релеп торһа, халҡыбыҙҙың оното­лоп барған рухи ҡомартҡыһы – таҡ­маҡтарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итер.


Вернуться назад