Ишетелә Хоҙай илағаны Йөрәк тауышында Раймандың...13.12.2016
Милләтем
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ...
Шәйехзада БАБИЧ.

Милләтем!
Бишегендә Ерҙе тибрәлтер,
Ғәмлеләрҙең йәнен иңрәтер,
Ғәмһеҙҙәрҙең йәнен көйрәтер,
Көйләгәндә тарих һөйләтер,
Сабырлыҡҡа йәнде өйрәтер
Моңдарың бар һинең, милләтем!

Милләтем!
Толстой әйткән дә һуң нимә тип?
Геродотлыҡ аңҡый һинән, тип.
Тарих арғымағын тирләтер
Ҡиммәттәрҙән-ҡиммәт һиммәтең.
Тарихтарҙа күпме имгәтеп
Ҡуйһалар ҙа, барһың, милләтем!

Милләтем!
Күңелең аҡ, юҡ һис негатив, –
Ихласлыҡта һин тик фанатик.
“Урал” йыры – һинең лейтмотив,
Уралтауың – үҙе логотип.
Тик бер уйлы булһа өммәтең,
Тоҡос булмаҫ ине дәүләтең.

Милләтем!
Йөрәгең дә өнгә типә-тиң,
“Аллаһ” тиеп кенә тибә тик.
Көйләнгән ул ошо көйгә тик,
Көйләнгән ул ошо өнгә тик.
Йәшәмәйһең, тимәк, тикмә-тик,
Хоҙайға һин кәрәк, милләтем!

Милләтем!
Башҡорт булыуҙарым – йәннәтем,
Бер көн йәшәүҙәрем меңгә тиң.
Киләсәктә урын һиңә тип
Әҙерләйем ғәзиз милләтем,
Ваҡыт толпарҙарын тиҙләтеп,
Йыһан ҡапҡаларын киңәйтеп.
Милләтем!

Райманды тыңлағанда

Ул йыр ғына түгел, оран кеүек,
Рухың әйтһә ошо фарманды.
Асылыңа асырғанып ҡайтып,
Айыраһың хаҡты, ялғанды.
Ишетелә Хоҙай илағаны
Йөрәк тауышында Раймандың.

Ҡыйғыр йәнең атҡа атланғандай,
Ҡуҙ өткәндәй йәнә табанды.
Халҡыбыҙҙың барлыҡ аһ-зарҙарын
Йыйған ине йәне Раймандың.
Тарих күтәргеһеҙ моң-зарҙары
Бер йәненә нисек һыйғандыр?

Шуға күрә Хоҙай, уны йәлләп,
Үҙ янына тартып алғандыр...
Ахырыһы, “теге тарафта” ла
Йәшәп булмайҙыр ул моңдарһыҙ, –
Хоҙай үҙе тыңлап кинәнәлер
Ожмахтарҙа йырын Раймандың.

Миң

Ҡайсағында бутайым да ҡуям,
Һин, тип өндәшәм дә үҙемә.
Иренеңде иренемдә тоям,
Күҙҙәремде күрәм күҙеңдә.

Бер йәнме икән беҙ әллә шулай,
Аҙаҡ айырылған икегә.
Әллә һинме йәйғор ашатлаған,
Әллә минме уны һикергән?

Анауында торған анау миңең
Минең мынауҙағы миңме ул?
Ҡайсағында бутайым да ҡуям:
Был һинме ул, әллә минме ул?

Лапҡанда бесән сапҡанда

Ағиҙелдең аръяғында
Һыулы үҙәндә – Лапҡанда
Рәхәтләнеп ҡолас киреп,
Йәйелеп бесән сапҡанда
Һинең хаҡта уйлағайным,
Уй үҙәнен буйлағайным, –
Күкрәгемде тумыртҡалай
Йөрәгем туҡ-туҡ ҡаҡҡандай;
Дала иңләп елдәй елеп
Арғымаҡтар сапҡандай;
Йәнемдә ҡояш ҡапҡандай;
Тәнемдә усаҡ яҡҡандай...
...Кипте бесән, күбәләнек,
Бар эштәрҙе теүәлләнек...
Ҡояш инде сөмбөләлә
Китмәҫ өсөн сәбәләнә.
Һинең хаҡта уйлау менән,
Уй үҙәнен буйлау менән, –
Йөрәгем бесән сапҡандай,
Һыулы үҙәндә – Лапҡанда.
Йөрәгемә тиң кешегә,
Йөрәгемдең тибешенә
Күптән инде әйләнгәнһең,
Тибешенә көйләнгәнһең...

***
Ҡараштарың сатҡы һинең,
Киләсәгең яҡты һинең,
Яҡтыларҙан яҡты һының,
Яҡшыларҙан яҡшы һылыу!

Тормош булғас, барыһы ла
Булыр, әммә бирешмә һин!
Намыҫ, һөйөү юҡ, тиһәләр,
Бының менән килешмә һин!

Ғазап аша ғына килә
Ысын бәхет мәғәнәһе.
Тик шуны бел: һәр уңыштың
Түләр кәрәк иғәнәһен!

Бигерәк тә ауыр булһа,
Уҡы ошо шиғырҙарҙы.
Һиңә булған хистәремдән
Уларҙы бит мин сығарҙым.

Юлдарыңа томан ятһа,
Йөрәгеңә ятһа һағыш, –
Ебәрермен яндарыңа
Алтын балыҡ йә Хоттабыч...

***
Һин томандан килеп сығып,
Юғалдың миндә...
Баҡһаң, тормош матур икән,
Мөғжизә – ниндәй!
Икебеҙҙе аҡ келәттә
Уятты еңгәй...

Полярлыҡ

Бер ҡараһаң көлөрлөк тә,
Бер ҡараһаң – иларлыҡ.
Донъя ҡапма-ҡаршылыҡлы,
Ә фәндә ул – полярлыҡ.

Кешелекте һәләкәттән
Ҡотҡарған Урал батыр.
Шүлгән, уның үҙ ағаһы,
Киткән бит һулға тартып...

Яуызлыҡ та, изгелек тә
Икеһе лә бер туған.
Урал башҡорт булған һымаҡ,
Шүлгән дә башҡорт булған.

Әсәнән бит алаһы ла,
Ҡолаһы ла тыуалыр.
Төн булғанға көн көн тиеп
Аталалыр шуғалыр...

Ошо хәлде аңлағас та,
Нимәләр һуң тиергә?
Ҡала: үҙебеҙҙә булған
Шүлгәнлекте еңергә.

Яугир
Рәйес Түләккә

Ер сатнаһа, һин тешеңде
Шығырлаттың – түҙмәнең...
Тәнең менән Ерҙе һаҡлап,
Ауҙың ғына – үлмәнең.
Урта быуаттарҙан килдең,
Килдең таш быуатынан.
Халҡыбыҙҙың бөйөк рухын
Тәфсирләп аңлатырға
(Янғындан аңғартырға).
Ҡалҡан булдың һин уҡтарҙың
Беҙгә йүнәлгәненә,
Илгә төбәлгәненә,
Миңә төбәлгәненә.
Ҡалҡан булдың, тик булманы
Ышыҡланыр “урының”.
Ысын шағирына Өфө
Асманы шул ҡуйынын.
Таш йорттарҙы тиңләнең шул
Баррикада-табутҡа.
Тик Өфөнән китәлманың
Һәм ҡалманың, ҡалып та...
Урта быуатыңа киттең,
Киттең таш быуатыңа, –
“Башҡорттар йәшәйҙәр!” тиеп
Тарихты йыуатырға.

Фирүзә

Мәктәп йылдары дуҫым
Фирүзә Абдуллина-Байтуринаға.

Хәтеремдә мәктәп коридоры,
Эх, күренһә, тиеп йөрөүҙәр...
Беҙ уҡыған Сыңғыҙ мәктәбенең
Һин Ҡояшы булдың, Фирүзә!

Хистәреңде ҡайҙан инде әйтмәк?!
Бәхет ине һине күреү ҙә.
Әйтелмәгән хистәр әйтелгәндән
Ҡәҙерлерәк тиҙәр, Фирүзә!

Ярай әле “дуҫлыҡ парашюты”
Һаҡлап ҡалды һағыш тейеүҙән.
Һиңә ҡарап ябайлыҡтың бөйөк
Булғанлығын белдем, Фирүзә!

Үҙ ғаләмең эҙләп күтәрелдең,
Ҡул болғашып ҡалдыҡ беҙ ерҙә.
Беҙ барыбер ижад арбаһында
Бергә барабыҙ бит, Фирүзә!

Һиңә арнап шиғыр яҙған өсөн
Үпкәләмәҫ әле Фәйрүзә.
Бала саҡтан күңел офоғомдоң
Һин ҡояшы булдың, Фирүзә!

Миңзәлә лә менән Ҡадурий

Миңзәлә һәм Ҡадурий
Фазлетдиновтарға.

Һеҙгә ҡарап ҡына белеү мөһим
Үтер ғүмерҙәрҙең ҡәҙерен.
Егәрле лә еңгәйебеҙ менән
Мәшһүр ағайыбыҙ Ҡадурий.

Матур эштәр эшләнә ул, беләм,
Күңелдәрҙә тыуһа матур уй.
Матурҙарҙан-матур Миңзәлә лә,
Батырҙарҙан-батыр Ҡадурий.

Йә, әйтегеҙ ерҙә мәсеттән дә,
Күркәм йорттар бармы, матур өй?
Хоҙайға өй һалып, сауап алған
Миңзәлә лә менән Ҡадурий.

Илебеҙҙә әле күпме ирҙәр
Эшһеҙлектән йонсоп “ауырый”...
Күпме йәнде эшле-ашлы иткән
Миңзәлә лә менән Ҡадурий.

Әлдә барһың әле, Аллам, тиеп
Яҙыр ине мәгәр Ғафури.
“Ететау”ҙа күрһә йөрөгәнен
Миңзәлә лә менән Ҡадурий.

Был уларға мәҙхиә лә түгел
Һәм түгел дә мәгәр попурри.
Исемдәре – халыҡ йөрәгендә:
Миңзәлә лә менән Ҡадурий.


Вернуться назад