Сабый көтһәң, хоҡуғыңды ла бел13.12.2016
Әгәр ҙә хеҙмәткәр ике урында бер юлы эшләһә, уларҙың береһендә уның менән сикләүһеҙ хеҙмәт килешеүе төҙөлгән булһа, икенсел ойошмала уға 1,5 йәшкә тиклемге пособие билдәләнә аламы?

– Хеҙмәткәр ике урында эшләй икән, ул ойошмаларҙың береһен һайларға хоҡуҡлы. Әгәр ҙә граждан пособиены төп эш урынынан түгел, ә бер үк ваҡытта эшләгән ойошманан алырға теләһә, был ихтыяж ҡәнәғәтләндерелергә тейеш. Тик хеҙмәткәрҙең төп эш урынынан “пособие билдә­лән­мәне” тигән рәсми белешмә килтереүе шарт.

* * *

Ғаиләлә 1,5 йәшкә тиклемге ике бала үҫә икән, пособие нисек иҫәпләнә?

– Баланы ҡарау буйынса ай һайын түләнгән пособие стра­ховкаланған хеҙмәткәрҙең һуңғы ике календарь йылындағы уртаса эш хаҡынан сығып иҫәпләнә, ул ошо һандың 40 процентын тәшкил итергә тейеш.
Ғаиләлә 1,5 йәшкә тиклемге ике йәки унан да күберәк сабый тәрбиәләнә икән, пособие сум­маһы бала һанына ҡарап ҡу­шыла, әммә дөйөм күләме хеҙмәткәрҙең уртаса эш хаҡынан артырға һәм пособиеның билдә­ләнгән минималь суммаһынан кәм булырға тейеш түгел. Әлеге ваҡытта баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау өсөн билдәләнгән пособи­еның минималь суммаһы бер бала өсөн – 3344,91 һум (2016 йылдың 1 июленә тиклем) һәм 3450 һум (2016 йылдың 1 июленән һуң).
Ике һәм унан күберәк бала өсөн – 6689,83 һум.

* * *

Икенсе һәм унан һуңғы балалар өсөн пособие билдәләнгәндә өлкән баланың нисә йәштә булыуы иҫәпкә алынамы?

– Айлыҡ пособие күләме билдәләнгәндә ҡатындың уға тиклем тыуған, уллыҡҡа алған барлыҡ балалары иҫәпкә алына. Әммә икенсе һәм унан һуңғы (уллыҡҡа алынған) балаларҙың тыуыу факты айлыҡ пособиеның минималь күләмен билдәләгәндә генә кәрәк, өлкән балаларҙың йәше мөһим түгел.

* * *

Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡараған осоронда тулы булмаған көн эшләһә, уның йыл һайын бирелә торған түләүле ялға хоҡуғы бармы?

– Закон буйынса ҡатын-ҡыҙ баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡараған осорға тулы булмаған эш көнөндә йә иһә йорт шарттарында эшләргә хоҡуҡлы һәм уға был осраҡта пособие түләү туҡтатылмай. Әммә йыл һайын бирелә торған түләүле ялға уның хоҡуғы юҡ, сөнки бер юлы ике ялда булыу мөмкин түгел. Әммә түләүле ял ваҡыты еткәс, ул баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау ялын ғариза ярҙамында туҡтатып торорға, ә аҙаҡ тағы ла тулы булмаған эш көнө шарттарына күсергә мөмкин.

* * *

Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙ баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡараған осорҙа тағы ла бәпес көтә икән, уның йөклөлөк һәм бала табыу буйынса һәм балаға 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған посо­биеларҙы бер юлы алыу хоҡуғы бармы?

– Рәсәй Федерацияһы ҡану­ниәте буйынса, ике ялда бер юлы булыу мөмкин түгел. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособие алыу өсөн ҡатын-ҡыҙға баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау ялын өҙөргә тура киләсәк. Был осорҙа бала ҡарау ялын ғаиләнең башҡа ағзаһына билдәләргә һәм уға тулы булмаған эш көнөнә күсергә мөмкин. Әгәр ҙә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса “больничный” срогы тамамланыуға балаға 1,5 йәш тулып өлгөрмәгән икән, пособие ике балаға ла тәғәйенләнә.


Вернуться назад