Даими хәстәрлек күрһәтелә13.12.2016
Даими хәстәрлек күрһәтелә
Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһендә производствола зыян күргән ке­шеләргә заказ буйынса эшләнгән һәм махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған “Лада Гранта” автомобилдәре тапшырылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Дөйөм алғанда, быйыл республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 36 кеше социаль реабилитация маҡсатында бүленгән транспорт сараһын алыу бәхетенә өлгәшкән. Автомобиль – зыян күреүсе­ләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыусы, мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙең тормошон тулыландырыусы ғәмәл. Мәҫәлән, үҙенә тәғәйенләнгән автомобиль артынан Бөрйән районынан килгән Бирғәле Ғиззәтуллинды алайыҡ. Ҡасандыр ул колхозда баш энергетик булып эшләгән, эш ваҡытында юл-транспорт ваҡиға­һына эләгеп аяҡһыҙ ҡалған, әле протез ҡуллана.
– Балаларым, ейәндәрем Башҡортос­тандың төрлө төбәктәрендә йәшәй, уларға йыш барып йөрөйөм. Уңайлы автомобиль сәйәхәттәремде күпкә еңеләйтә. Был юлы шундай шәп автомобиль тапшырҙылар – ҡыуанып бөтә алмайым. Социаль фонд тарафынан даими хәстәрлек тоям, ҙур рәхмәт, – тине Бирғәле ағай.
Автомобиль менән тәьмин итеү – произ­водстволағы бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында йәрәхәт алыусыларҙы социаль реаби­литациялауҙың бер төрө. Уны юллау өсөн медицина-социаль экспертиза яһаусы учреждениеның һығымтаһы булыуы мотлаҡ. Дөйөм алғанда, әлеге ваҡытта республикала 9 меңдән ашыу кеше Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡорт­остан буйынса төбәк бүлексәһенең производствола бәхетһеҙ осраҡтан һәм һөнәри ауырыуҙарҙан страховкалау буйынса мотлаҡ түләүҙәр иҫәбенән страховка пособиеларын ала.
Производствола зыян күреп, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр транспорт сараһын ете йылға бер яңыртыу хоҡуғына эйә. Шулай уҡ инвалидтарҙың квартал һайын автомобилде бушлай ремонтлау, яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн билдәле күләмдә аҡсалата компенсация алыу хоҡуғы бар.
Әйткәндәй, был ғәмәл Рәсәйҙә 2001 йылдан алып башҡарыла. Ошо йылдар эсендә Башҡортостанда производствола йәрәхәт алып, һаулығы зыян күреүселәргә 164,7 миллион һумлыҡ 980 автомобиль тапшырылған, шул иҫәптән ҡайһы берәүҙәр икенсе һәм өсөнсө тапҡыр транспорт сараһын яңыртҡан.

Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренән.


Вернуться назад