Тән һәм йән яраһын еңеп13.12.2016
Тән һәм йән яраһын еңеп
Йөҙөнән нур таралған, тормошто яратҡан был мөләйем ҡатынға ҡарап, яҙмышының ни тиклем хәсрәтле булыуын уйламаҫһың да. Нескә күңелле ханымға ниндәй ауырлыҡтар аша үтергә, юлында осраған кәртәләрҙе еңеп сығырға, унан иһә үҙен донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тойорға тура килеүен күптәр, хатта яҡындары ла белмәйҙер. Үткән ваҡиғаларҙы хәтерләп, тән һәм йән яраларын һис тә яңынан ҡуҙғытҡыһы килмәһә лә, Мәмдүҙә Хәлисова беҙҙең менән аралашырға ихлас теләк белдерҙе. “Йәшәү өсөн көрәш юлдарым кемгәлер һабаҡ, икенселәргә өлгө булыр”, – тине ул.
Мәмдүҙә Харрас ҡыҙының тормошто яратыуы, маҡсатҡа ынтылышлы, рухи йәһәттән көслө булыуы тиҫтерҙәренең “сатан”, “ғәрип” тип кәмһетеү­ҙәрен бала саҡтан рәнйемәй ҡабул итеп, тыныс ҡына йәшәргә өйрәнергә мәжбүр итә. Бала саҡта янбашының сығып йөрөүенән башланған сирҙең аҙып китеүенә һәм ҡыҙҙың ғазап- йәберләүҙәргә дусар булыуына ата-әсәһе лә, үҙе лә ышанмағандыр. Әммә сир үҙенекен итә, һуңлап эшләнелгән операция килеш­мәй, етмәһә, инфекция эләгеп, тәне аҙа. Үҙ аяғында атларға өмөтө ҡалмаған ҡатынға артабан күпме көс, ныҡыш­маллыҡ һәм түҙемлек талап ителгәнен ул үҙе генә белә. Тормошта тик үҙеңә генә ышанырға кәрәклекте тойған Мәмдүҙә Хәлисова кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмаҫҡа, яҡшы итеп уҡырға, юғары белем алырға тигән маҡсат ҡуйып, ҡасан да булһа үҙенең бәхетле буласағына ышана, һәм был уның йәшәү мәғә­нәһенә әйләнә.
Әбйәлил районының Тәпән ауылында тыуып үҫкән ҡыҙға мәктәп йылдарын Баймаҡ тарафтарында Баймырҙа һәм Өмөтбай ауылдарында үткә­рергә тура килә. 1974 йылда Сибай педагогия училище­һына уҡырға керә. Ул саҡтағы директор Хөснөтдин Хәмитов Мәмдүҙәнең атаһына ҡыҙын уҡыу йорто янында фатирға урынлаштырырға кәңәш итә. Аталарса хәстәрлек күрһәткән етәксе студент йылдарында буласаҡ белгескә бар яҡлап ярҙам күрһәтә. Ҡулына диплом алған Мәмдүҙә Хәлисова хеҙмәт юлын Баймырҙа мәктәбендә башлай.
Бала саҡ хыялдары ныҡыш һәм үҙ-үҙенә талапсан йәш уҡытыусыны артабан Баш­ҡорт дәүләт педагогия институтына алып килә. Уны уңыш­лы тамамлап, йәнә Баймаҡ районына эшкә ҡайта. 1985 йылда Өмөтбай урта мәктә­бенә эшкә килгәс, белгестең физик мөмкинлектәре сиклән­гән булыуын хәтергә төшөрөп, мәктәп директоры уны эшкә алыуҙан баш тарта. Тал сыбығындай йәш ҡыҙҙы кәмһетеп, уның документтарын кире бирә.
Төрлө ауырлыҡтар күрә Мәмдүҙә апай, әммә был юлы уның өҫтөнә боҙло һыу һипкән кеүек тойола, бер аҙ шаңҡып торғас, үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшергә кәрәклеген аңлай, бер сигенһәм, һәр саҡ шулай булыр тигән уй менән мәктәп тупһаһынан аяҡтарын саҡ һөйрәп, ишек алдындағы эскәмйәгә ултыра. Яңаҡтары буйлап аҡҡан күҙ йәштәренә ирек бирә, артабан ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға, тип уйлана. Шул саҡ ҡәтғи ҡарарға килеп, ул саҡтағы мәғариф министры Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Ғафароваға мөрәжәғәт итә. “Эшкә алырға!” тигән ҡарарҙы директор өҫтәленә һалғас, етәксе уны ҡабул итә. Әммә кәмһетеүҙәр бының менән генә бөтмәй шул.
Бер аҙҙан Мәмдүҙә Харрас ҡыҙы белемен артабан камиллаштырыу маҡсатында аспирантураға уҡырға килә. Өфөгә күскәс, фән менән ныҡлап шөғөлләнә, диссертация эшенә тотона. Баш­көллө үҙен фәнгә бағышларға уйлаған геройымдың тормошонда йәнә ҡырҡа боролош яһарлыҡ бер аҙым була. Көндәрҙең береһендә ул үҙенең хеҙмәттәштәре менән филармонияға концертҡа бара һәм нәфис һүҙ оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллинаның: “Кеҫәмдә ике дипломым бар, әммә был мине йылытмай. Улар миңә ир ҙә, бала ла түгел”, – тигән бер сығышы уны уйға һала.
– Йәшем үтеп бара, ә йәшәүемдең бер мәғәнәһе лә булмаған кеүек тойолдо, ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, – тип хәтерләй ул ваҡытты Мәмдүҙә ханым. – Концерт шул тиклем көслө тәьҫир итте, электән Хоҙайҙан “ҡыҙ бала бүләк итһәң ине” тип һорай торғай­ным. Ир ҡатыны, бала әсәһе булғым килде. Ҡыйыулыҡмы, сәмме уянды үҙемдә: тоттом да “Башҡортостан ҡыҙы” журналына иғлан бирҙем. Күп тә үтмәй Учалы яғынан хәбәр килеп етте. Бер нәмәгә ҡарамай, күптәрҙе аптыратып, кейәүгә сығып киттем. Ауырға ҡалдым, иптәшем эсә башланы, аҙаҡ бәләгә осраны. Хоҙайҙан теләгәнем юш килде, берҙе генә түгел, игеҙәк ҡыҙҙар бүләк итте миңә. Уларға алты ай булғанда, ирем менән айырылыштым да йәнә ата-әсәйем янына ҡайтып төштөм.
Яҙгөл менән Наҙгөл исемле ҡыҙҙарға әсә булыу бер мөғжизә булһа, тағы ла үҙен кәмһеткән уҡытыусылар коллективына ҡайтанан эшкә сығыуы оло ғазапҡа әүерелә. Үҙ көсөнә ышанған, ныҡлы рухлы ҡатын был юлы юғалып ҡалмай, туғандары ла ярҙамға килә. Ҡыуанып бөтә алмай Мәмдүҙә апай: Әбйәлил районында йәшәгән туғандары уны Ишбулды мәктәбенә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы итеп эшкә саҡыра. Шатланып риза була ул, ҡыҙҙарын да үҙе менән ала. Яңы ерҙә яңыса тормош ҡороп ебәрә, ауырлыҡтар ҙа осрай, әммә барыһына ла түҙә, һәммәһен сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә. Ҡыҙсыҡтары хаҡына йәшәй, улар менән бергә шатлана, уларҙың уңыштарына һөйөнә.
– Ишбулды урта мәктәбе коллективы һәр саҡ үҙҙәре кеүек тиң күрҙе. Шуның өсөн уларға ифрат рәхмәтлемен, – ти Мәмдүҙә Харрас ҡыҙы.
Сәләмәт булғыһы, баш­ҡалар кеүек донъя көтөргә, ҡыҙҙарына һәйбәт тәрбиә һәм белем бирергә тырышҡан ҡатынға бында ла еңелдән булмай. Әммә ауырлыҡтарҙы тешен ҡыҫып үткәрә белгән, тире сыҡһа ла, күҙ йәшен сығармаған Мәмдүҙә Хәлисо­ваның бөгөн бынамын тигән донъяһы, йәйен шау сәскәгә күмелгән баҡсаһы, ҡышын тәҙрә төптәрендә сағыу нурҙар уйнатҡан гөлдәре, ике ҡыҙының үҙ ғаиләһе, Мәликә исемле ейәнсәре бар. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ошонан да оло бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Яҙмыш һынауҙарын ғына түгел, йән һәм тән һыҙлауҙарын да еңеп, тулы тормош менән йәшәргә ынтылған Мәмдүҙә Харрас ҡыҙының бөгөнгөһө – үҙе булдырған бәхет.


Вернуться назад