Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡыны13.12.2016
Өфөлә республика муниципаль берәмектәренең IV съезы үтте. Сарала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципалитеттарҙың хөкүмәт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙа, илдең иҡтисади тормошон йәнләндереүҙә мөһим роль уйнауын билдәләне.
Республикабыҙ мөһим тантана – киләһе йыл Башҡортостан ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләргә йыйына. Әҙерлек әүҙем барырға тейеш. Тап шул маҡсаттан республиканың барлыҡ муниципалитеттары “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” акцияһына дәррәү ҡушылған. Был программа йүнәлешендә ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, поликлиникалар, мәҙәниәт йорттары, юлдар, күперҙәр төҙөләсәк. Рөстәм Зәки улы был изге эштә, проекттар булдырыуҙа муниципалитеттарҙың үҙҙәре лә әүҙем ҡатнашыуын теләне.
– Республика Хөкүмәте һеҙгә ышанып ҡарай, – тине ул. – Беҙ урындағы власть ҡарарҙарын хуплайбыҙ. Әммә һеҙгә булған талаптың да башҡарылған эштәрегеҙҙең һөҙөмтәлелегенә бәйле булыуын оноторға ярамай. Шул уҡ ваҡытта һеҙгә бер кемдең дә нисек йәшәргә һәм эшләргә кәрәклеге хаҡында күрһәтмә бирергә хаҡы юҡ. Һеҙ үҙегеҙ – властың халыҡ институты.
Эйе, һәр етәксегә үҙ төбәгендәге проблемалар яҡшы таныш. Урындарҙағы мәсьәләләрҙе дәрте ташып торған, теләге булған кешеләр ярҙамында хәл итергә мөмкин. Хәҙер тәү сиратта халыҡтың үҙенең инициативаһына таянырға кәрәклеген билдәләне Рөстәм Зәки улы.
Тормош булғас, төрлө мәшәҡәттәр тыуып тора. Тегенеһен хәл итергә кәрәк, быныһын тигәндәй. Бындай ваҡытта, әлбиттә, иң тәүҙә ярҙам һорап урындағы власть вәкиленә баралар. Ошо йәһәттән Рөстәм Зәки улы муниципалитет етәкселәренә һәр мөрәжәғәткә иғтибарлы булырға, халыҡтың тәнҡит һүҙенә ҡолаҡ һалырға саҡырҙы.
Йыйында федераль һәм республика дәүләт власы органдарынан, муниципаль берәмектәрҙән 600-ҙән ашыу делегат ҡатнашты, урындағы үҙидара эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде, көн ҡаҙағындағы мәсьәләләр буйынса фекерҙәр алышынды.