Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлидиҙе хөрмәтләп09.12.2016
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Зәки Вәлидиҙе хөрмәтләп
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл, Башҡорт автономияһына нигеҙ һалыусы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, йәмәғәт эшмәкәре, шәрҡиәтсе ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 126 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәлдә Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г.Ә.Ишемғолова, ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Э.Ғ.Кирәйева, Сибай ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, тарих уҡытыусылары, Сибай ҡала башҡорттарының ҡоролтай ағзалары, БДУ-ның Сибай институты студенттары һәм Сибай гимназия-интернатының уҡыусылары ҡатнашты.
Сара ҡалала урынлашҡан бюсҡа сәскәләр һалыуҙан башланды. Артабан “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар һөйләшеүҙе БДУ-ның Сибай институтында дауам итте. Тарих фәндәре кандидаты, төбәк-ара стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов архив материалдарына һәм З.Вәлидиҙең “Хәтирәләр”енә таянып әҙерләнгән йөкмәткеле доклад менән сығыш яһаны. Артабан сәйәси фәндәр кандидаты, Сибай институтының хоҡуҡ факультеты деканы Әхтәр Мөхәмәт улы Боҫҡонов Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилми эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.
Билдәле булыуынса, 1919 йылда кантон үҙәге Темәстә Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлә. 18 февралдә тап ошо ауылда Әхмәтзәки Вәлиди етәкселегендәге башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына күсә. Ә 21 февралдә бында беренсе башҡорт хәрби съезы үтә һәм Башҡорт Хөкүмәте вәкәләттәренә эйә булған Ваҡытлы революцион комитет (Башревком) төҙөлә. Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитеты ҡарары менән Темәс Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы тип иғлан ителә. Темәс ауылы биләмәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рауил Хөрмәт улы Йәнсурин үҙенең сығышында үрҙәгеләрҙе бәйән итте һәм бөгөнгө көндә Әхмәтзәки Вәлиди исемен һаҡлау һәм яҡлау буйынса төбәктә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне.
Сибай крайҙы өйрәнеү музейының ғилми бүлек мөдире Миңнур Шәриф ҡыҙы Шаһиева шәрҡиәтсе ғалимдың исемен мәңгеләштереү буйынса башҡарылған эштәр менән таныштырҙы.
Сара аҙағында “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар резолюцияға үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙеләр һәм резолюция ҡабул иттеләр.



Вернуться назад