Был донъяла була төрлө хәлдәр...30.11.2011
Был донъяла була төрлө хәлдәр...Кемде нимә борсой: берәү торлаҡ мәсьәләһен хәл итә алмай, бәғзеләр эшһеҙ йонсой... Ижтимағи-сәйәси, тәбиғәтте һаҡлау, ауыл хужалығы һәм башҡа мөһим проблемаларҙы хәл итеү өсөн янып-көйгәндәр ҙә етерлек. Килеп тыуған хәлдән сығыу юлдарын да һәр кем үҙенсә эҙләй: төрлө кимәлдәге чиновниктарҙың тупһаһын тапай, судлаша, йәмәғәтселек яҡлауына өмөт бағлай. Ахыр сиктә, ғәҙеллектең ҡасан да булһа тантана итеренә ышанып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына хат яҙырға йөрьәт итә...
Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, Бүздәк районының Уран ауылында йәшәүсе Ирек Ғабдрахманов та – шундайҙарҙан. Тик уның үтенесе башҡаларҙыҡынан бер ни тиклем айырылып тора.
Эш шунда: Ирек Мәғәсүм улы бала саҡтан ауыр сир – матдәләрҙең алмашыныуы боҙолоуынан яфалана. Бының төп билдәһе – 48 йәшлек ирҙең ауырлығы 300 килограмдан ашҡан (120-се үлсәмле кейем-һалым кейә).
– Бала саҡтан ҙур кәүҙәле булдым. Шулай ҙа был һөнәр үҙләштерергә ҡамасауламаны, – ти Ирек ағай. – Бер нисә йыл тракторсы булып эшләнем, шуға ла үҙ ҡулым менән үҫтергән икмәктең ҡәҙерен беләм... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, минең өсөн трактор кабинаһы тарая башлағас, эште ҡалдырырға тура килде.
Ирек Мәғәсүм улы бер нисә йыл ғүмерен инвалидтар йортонда үткәргән.
– Яңы шөғөлдәр үҙләштерергә, китап уҡырға, тормош хаҡында фәлсәфә ҡорорға ваҡытым күп булды, – ти уҙаман. – Интернет аша аралаша башланым, күп дуҫтар таптым. Реабилитация курсын үткәндән һуң, тыуған йортома әйләнеп ҡайттым.
Башҡортостандағы иң ҙур кеше белдереүенсә (был рәсми иҫбатланған; әйткәндәй, Ирек Ғабдрахмановты Рәсәйҙә Гиннестың рекордтар китабына индереү буйынса документтар тупланған һәм комиссия ҡарамағына ебәрелгән), Бүздәк районы хакимиәте уның яҙмышына битараф ҡалмаған: торлағына ремонт яһау өсөн аҡса бүлгән, электр, газ, һыу мәсьәләләре лә хәл ителгән.
Хоҙай Тәғәләгә яҙмыш һынауҙары алдында яңғыҙ ҡалдырмағаны өсөн дә рәхмәтле Ирек Ғабдрахманов: ҡатыны Гөлсара – тормошоноң йәме, төп ярҙамсыһы һәм кәңәшсеһе. Тормош юлдашының ҡыҙы Гөлнурҙы үҙ ҡыҙылай ҡабул иткән. Хәҙер ул кейәүҙә, күрше ауылда йәшәй.
– Гөлшат, Илмир, Вилмир исемле өс ейәнебеҙ үҫеп килә. Шуларҙың уңыштарына шатланып, ҡәҙимгесә донъя көтәбеҙ, – ти көндәлек тормошо хаҡында ағай.
Әммә... Нисек кенә тырышмаһын, Ирек Ғабдрахмановҡа донъяуи ҡағиҙә ҡалыптарына яраҡлашыу бик еңел түгел. Ашау яғын хәстәрләүҙән башлап кейем яратыуға тиклем, тәүге ҡарамаҡҡа, иң ябай ғәмәлдәр ҙә ауыр мәсьәләгә әүерелә.
– Сирҙе берәү ҙә һорап алмай. Шундай яҙмыш кисерергә насип булғас, ни хәл итәһең. Зарланғандан әйтмәйем: юлға сыҡһам, самолетҡа ла, поезға ла, автобусҡа ла ике урынлыҡ билет һатып алырға кәрәк. Ашау яғын да күберәк хәстәрләү зарур. Шулай ҙа иң ҙур бәлә – кейем яратыу. Миңә таман кейем-һалым магазиндарҙа бөтөнләй һатылмай, уны ательела заказ буйынса тектерергә кәрәк. Аяҡ кейеме менән дә – шул уҡ хәл. Айына 7 мең һум пенсия бирәләр. Уның 2 мең һумына шунда уҡ дарыуҙар һатып алам – именлек өсөн мөһим. 1,5 мең һумды коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләйбеҙ, 1 мең һум телефон һәм Интернет хеҙмәттәре өсөн китә. Ҡалғаны менән хушһынырға – ашарға, кейенергә һәм башҡа ваҡ-төйәккә еткерергә ҡала... Был – теория, ғәмәлдә мәсьәлә күпкә ҡатмарлыраҡ – булмағанды ҡайҙан алаһың? Миңә кейем тектереү өсөн генә лә бер нисә тиҫтә мең һум аҡса кәрәк...
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың блогына Ирек Ғабдрахманов сараһыҙлыҡтан мөрәжәғәт иткән. Ҡайһы бер матбуғат саралары яҙғанса, кейем түгел, ә кәңәш һорап яҙған. Сөнки был проблема бер Ғабдрахмановҡа ғына хас түгел: ҙур кәүҙәле кешеләр йәмғиәттә етерлек, әммә уларҙың йәшәйешен яҡшыртыу саралары ғына юҡ.
– Сит илдәрҙә инвалидтар лайыҡлы тормош кисерә, үҙҙәрен ҡыйырһытылған итеп тоймай. Улар өсөн махсус транспорт саралары, йәмәғәт ойошмаларына инеү өсөн урындар һәм башҡа мөмкинлектәр бар. Пенсиялары ла етерлек. Президент блогына иһә был йәһәттән, бәлки, республика ҡануниәтенә үҙгәреш индереп булыр, минең кеүек сирлеләрҙең проблемаһына иғтибар кәрәк, тигән эстәлекле хат яҙҙым, аныҡ дәлилдәр килтерҙем, артабан нисек йәшәргә, тип кәңәш һораным.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иһә кәңәш түгел, аныҡ эш менән ярҙам күрһәтергә ҡарар иткән. Ошо көндәрҙә Ирек Ғабдрахманов Өфөлә булды. Үлсәмдәрен алғандан һуң, "Салауат " ательеһы оҫталары "Ҙур кеше"гә костюм (6 метр тауар талап ителә), куртка (5 метр) тегәсәк. Өфө протез-ортопедия предприятиеһы белгестәре иһә аяҡ кейеме әҙерләгән дә инде, өҫтәүенә, өйҙә кейә торған кейеҙ аяҡ кейеме бүләк иткәндәр. Дөйөм алғанда, был эштәрҙең хаҡы 41 мең һумға баһаланған.
– Рөстәм Зәки улына шул тиклем рәхмәтем ҙур! Иғтибары, ихласлығы күңелемә ҡанат ҡуйҙы, йәшәү дәртен тағы ла нығыраҡ дөрләтеп ебәрҙе, – ти Ирек Ғабдрахманов.
Әйткәндәй, беҙҙең геройҙың күркәм шөғөлө бар: ул шиғырҙар яҙа, хатта ике йыйынтыҡ нәшер итеп өлгөргән. Киләсәктә лә хыялдарына хыянат итмәҫкә, илһамланып ижад итергә иҫәбе. Тормошондағы ыңғай ваҡиғалар – ҡомар өҫтәүсе этәргес кенә.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Бүздәк районы.


Вернуться назад