Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИНды юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!09.12.2016
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй, гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы Нурмөхә­мәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИНды ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫыуы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағынан алып республикабыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән абруйлы милләттәшебеҙ – халҡыбыҙҙы хаҡ юлға баҫтырыуға күп көс түккән шәхес. Бөгөн төбәгебеҙҙә Ислам тәрбиәһе ныҡлы тамыр йәйә, мәсеттәр йылдан-йыл күбәйә, дини ғилемгә иғтибар көсәйә, әҙәп-әхлаҡ төшөнсәләренең баһаһы арта, йәштәр ҙә иман нигеҙендә матур йәшәргә ынтыла икән, бында, һис шикһеҙ, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмә­туллиндың өлөшө ҙур. Республика­быҙҙағы башҡа дини ойошмалар, конфессиялар менән күркәм мөнә­сәбәттә булыуыбыҙҙың, төбәк хал­ҡының дуҫ һәм татыу йәшәүенең нигеҙендә лә олуғ остазыбыҙҙың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше ята.
Милләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың хөрмәтле улы, өлгөлө ир-уҙаман Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллинды 70 йәше менән ҡотлап, уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әлегеләй дәрт-дарманлы, көслө ихтыярлы, һынмаҫ рухлы булып ҡалығыҙ! Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, ғаилә, хеҙмәт бәхете, изге ғәмәлдә­регеҙҙең үҙегеҙгә меңләтә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
“Башҡортостан” гәзите редакцияһы коллективы.


Вернуться назад