Ирҙе ир итер көс09.12.2016
Ирҙе ир итер көс
Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлегендәге спорт секторы координаторы, “Тархан” көрәш клубы етәксеһе һәм тренеры Динар Аҡмырҙин күптән түгел республикаға тағы бер еңеү алып ҡайтты: Францияның Амьен ҡалаһында үткәрелгән грэпплинг буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙал яуланы. Төбәгебеҙгә, милләтебеҙгә дан өҫтәгән батырҙы ихлас күңелдән ҡотлап, уға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Динар, һине грэпплинг, джиу-джитсу, панкратион, ирекле көрәш буйынса турнирҙар призеры, күп тапҡыр респуб­лика чемпионы тип белә­беҙ. Йәшләй яулан­ған ошон­дай ҡаҙаныш­тар­ҙың нигеҙендә күпме ты­рыш­лыҡ, ихтыяр көсө ят­ҡа­нын самаларға мөм­кин...
– Йәш тип, был спорт төр­ҙәре өсөн ғүмеремдең әлеге мәле бигүк иртә һаналмай. Тап “кульминация” осоро. Ул барлыҡ иғ­тибарҙы, көс-ҡеүәтте тотошлай үҙенә йүнәлтеүҙе талап итә. Нәҡ ошо ва­ҡыт­та биргән мөмкинлек­тән тулы­һынса файҙала­нып ҡалыр­ға тейешмен.
Спортҡа юлым бик иртә башланды. Был, әлбиттә, атай-әсәйемдең тырыш­лы­ғы һөҙөмтәһе. Үҙҙәре спорт менән шөғөллән­гән­лектән, тормош бәрәкәте­нең хәрә­кәттә икәненә ныҡ­лы тө­шөн­гән кешеләр. Атайым­дың ҡушыуы буйынса биш йәштән турникта ҡалҡына, шпагатҡа ултыра, башҡа дөйөм күнек­мәләр яһай башланым. Әҙерәк үҫә төш­кәс, йүгереү, футбол менән шөғөллә­нергә тотондом. Мәктәптә спорт сек­ция­ларының күп­ләп эшлә­үе артабанғы үҫешемә булышлыҡ итте. Уларҙа мил­ли көрәш, бокс серҙә­ренә төшөндөм.
Ун өс йәштән Өфөлә­мен. Рәми Ғарипов исе­мен­дәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернатында, Республика иҡтисад лицей-интернатында, артабан БДУ-ла уҡығанда ла спорттан айырылманым. Улай ғына ла тү­гел, был шөғөл тормо­шом­доң төп мәғәнәһенә әүерелә бар­ҙы. Күпселек ваҡыт­ты фут­бол­ға бүл­гән хәлдә лә, өҫ­тәмә рәүеш­тә бергә-бер кө­рәш төр­ҙә­рен өйрә­неү­ҙе дауам иттем. Ләкин бер аҙҙан тормошомда ҡырҡа үҙгәреш яһарға тура килде. Киләсә­гемдең футболда түгелле­ген аңла­ғас, көрәш залына аяҡ баҫ­тым. Шулай үҙ урынымды, юлымды тап­тым тип әйтер­гә мөмкин.
– Өс йыл элек бар­лыҡ­ҡа килгән “Тархан” көрәш клу­бы ниндәй эшмә­кәр­лек алып бара?
– Уны ва­ҡы­тында егет­тәр ме­нән бер­гә ойош­тор­ҙоҡ. Тәүҙә үҙе­беҙ генә шө­ғөлләнһәк, бер аҙҙан баш­ҡа­лар­ҙы күнектерә баш­ла­ныҡ. Хәҙер инде беҙҙең клуб ағзала­ры араһында республика, тө­бәк, халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙар­ҙың ундан ашыу призеры бар.
“Тархан”да өйрәтелгән төп спорт төрҙәре – көрәш, грэпплинг. Шулай уҡ панкратион, самбо, кикбоксинг, ҡатнаш бергә-бер алыш менән шөғөлләнеп, ярыш­тарҙа уңыш ҡаҙанғандар күп. Ни өсөн төп иғтибар грэпплингка бирелә? Ул – спорттың универсаль төрө, яҡшы алыш базаһы тупла­ғанда, башҡа ярыштарҙа ла уңышлы сығыш яһарға мөмкин. Быға үҙем тәүләп бер нисә йыл Федор Емельяненко менән Фабрисиу Вердумдың алышын ҡарағандан һуң төшөндөм. Еңелеүҙе белмәгән спорт­сыбыҙҙың унда ҡапыл бирешерен берәү ҙә көтмә­гәндер. Миңә лә ныҡ тәьҫир итте был хәл. Һуңынан мәғ­лүм булыуынса, Бразилия алышсыһы грэп­плинг һәм джиу-джитсу менән етди шөғөлләнгән икән.
Беҙҙең клубта төрлө төркөмдәр булдырылған, уларҙа биш йәшлек ма­лайҙарҙан алып олпат ир-атҡа ҡәҙәр шөғөлләнә. Бай­таҡ кеше, айырыуса өлкә­нерәктәр, сәләмәтле­ген яҡ­шыртыу, көс-ҡеүәтен, кәүҙә торошон һаҡлау маҡсатын­да килә. Әлбиттә, уларға күнекмәләр еңел бирел­мәй. Шулай ҙа туҡтап ҡа­лырға, ҡул һелтәргә ярамай, тырышырға, ныҡыш бу­лырға кәрәк. Ғөмүмән, спорт һәр ир-атҡа ғүмер буйы кәрәк. Ул физик яҡтан үҫтереп кенә ҡалмай, ә кү­ңелдә ихтыяр көсө, рухи ныҡлыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныс тәрбиәләй. Ә бөгөнгө йәм­ғиәттә, минеңсә, ҡайһы бер көслө зат вәкилдәренә ошо сифаттар етешмәй. Уларҙы тап спорт ыңғай яҡҡа үҙгәр­тәсәк. Бөйөк Сократтың “Үҙ тәненең мөмкинлектәрен белмәй үлеп киткән иргә оят” тигән һүҙҙәре бар. Бик хаҡ әйтелгән.
– Һин студент ваҡы­тыңдан Башҡортостан мосолмандарының Ди­ниә назаратында эшләй­һең, Ислам ғәмәлдәрен үтәйһең. Спорт менән динде нимә бәйләй?
– Ислам беренсе сиратта – тән менән йәндең, уй-фекерҙең, ҡылған ғә­мәл­дәрҙең таҙалығы. Ир­ҙе – ир, ҡатынды ҡатын итеп тәрбиәләү мәктәбе. Исламды ҡабул иткәс, тормошом тулы мәғәнәлегә әйлән­де, күңелемде бор­соған күп һорау­ҙарға яуап таптым.
Диндең спортта ғы­на түгел, тотош йә­шә­йеш­тә ың­ғай өлөшө баһалап бөт­көһөҙ. Ул ми­ңә көн дә, һәр мәсьәләлә яр­ҙам итә. Тормош “кү­тә­реп һуҡ­ҡан” ауыр ва­ҡыттарҙа ла ҡал­ҡып то­рорға көс табып, алға ат­лай­һың. Дин­ле бу­лыу­ҙың еңеү яу­лау­ҙа ла өлө­шө ҙур. Йәш­тәрҙе ошоға ышандырыу маҡса­тында беҙҙең Ди­ниә назаратының Йәш­тәр бүле­ге тарафынан спорт ярыш­тары йыш ойош­торола. Мә­ҫә­лән, республика тө­бәк­тәрендә грэпплинг бу­йын­са асыҡ чемпионат үткәреү йолаға әй­ләнде тиергә мөмкин. Был сара Баш­ҡортостан Баш­лы­ғы ҡара­мағын­дағы Дәү­ләт-кон­фессия мөнә­сәбәт­тәре советы ярҙамы менән уҙға­ры­ла. Йәштәргә үҙ-үҙе­беҙ­ҙе тотошобоҙ, сә­лә­мәт йәшәүгә ынтылышы­быҙ аша үрнәк күрһәтәбеҙ.
– Бәләкәй Ватаның менән бәйләнештәрең ныҡлымы?
– Эйе, тыуған төйәгемә – Учалы районының Мансур ауылына – мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтып ки­лергә тырышам. Атай-әсә­йемдең теләк-кәңәш­тәре – минең өсөн ҙур терәк-таяныс. Спортсы йә­шенән сыҡҡас, иншаллаһ, киләсәк тормошомдо тре­нерлыҡ эшмәкәрлегендә күрәм.


Вернуться назад