Тиҙлеген юғалтмаған ҡош ҡолап төшмәй09.12.2016
Тиҙлеген юғалтмаған ҡош ҡолап төшмәй
Киләһе йыл “Башҡортостан” гәзите үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Бер быуат буйы башҡорт халҡының көндәлек тарихын теркәп, һөйөнөс һәм көйөнөстәрен байҡап барған гәзит милләтебеҙҙең ысын мәғәнәһендә рухи байлығы булып тора. Ә, бәлки, хәҙер ул да, башҡа ваҡытлы баҫмалар ҙа рухи байлыҡ тип иҫәпләнмәйҙер? Ғөмүмән, нимә ул бөгөнгө матбуғат? Юбилей алдынан, әйҙәгеҙ, шул турала һөйләшеп алайыҡ. Маҡсатыбыҙ – милли матбуғатҡа ҡарап, халыҡтың бөгөнгө кимәлен дә баһалау. Ауыр һәм игелекһеҙ маҡсат. Ә шулай ҙа...
Өфөнән килгән “ҡунаҡтар”
Уҙған быуаттың бала сағыма тура килгән 60 – 70-се йылдары иҫкә төшә. Ҡышҡы оҙон кистә сана шыуып ҡайтҡандан һуң өйгә ингәс тә күреп шатланған беренсе әйбер – әсәйемдең нимә бешергәне түгел, ә почтальон яңы ғына килтереп киткән “Пионер” журналы һәм “Башҡортостан пионеры” гәзите. Нисек көтөп ала инек уларҙы... Юҡ, беҙҙе республика пионер ойошмаһының ниндәй эштәр башҡарыуы ла, матбуғатта “йәш ленинсылар” тип аталған ҡайһы бер тиҫтерҙәремдең нисек һәр йүнәлештә өлгө күрһәтә алыуы ла артыҡ ҡыҙыҡһын­дырманы шикелле. Иғтибарыбыҙҙы гәзиттең һуңғы битендәге хикәйәләр, Әнүәр Бикчәнтәев йәки Рәйес Ғабдрахмановтың повестары, Юрий Чувилиндың көлкөлө һүрәттәре, ребустар, йомаҡтар йәлеп итә ине. Мәҡәләләрҙең етди стилдә яҙылғаны, күҙ күрһә лә, күңелгә үтеп инмәй. “Ишғәле менән Ҡушғәле мажаралары” иһә бер тында уҡып сығыла. Йылдар үткәс, был гәзиттә үҙемә лә эшләргә яҙҙы һәм балалар стилендә яҙыуҙың һис тә еңел түгеллеген шунда төшөндөм.
Күңелгә генә түгел, йөрәккә лә үтеп инә алырлыҡ образдар тыуҙырыу әҙәби әҫәрҙәргә хас. Шуға күрә “Ағиҙел” журналын алдырыусылар ҙа бик күп булды. “Һәнәк” журналы иртә таңдан кискә саҡлы ауыр эштә йөрөп ҡайтҡан колхозсыға аҙ булһа ла күңел асыу, көлөп алыу сараһы һымаҡ ҡабул ителә ине. Дөрөҫ, ундағы карикатуралар һәм фельетондарҙың геройҙары бригадир йәки колхоз рәйесенән, ҡалала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ йәки юл төҙөү идаралығы етәксеһенән дә юғарыраҡ булманы. Был журналдың йәки бүтән баҫмаларҙың тиҫтәләрсә йыллыҡ төпләнмәһен ҡарап сыҡһағыҙ ҙа, унда райком секретарын фашлаған мәҡәлә таба алмаҫһығыҙ. Партияның өлкә комитеты йәки министр­ҙар советы тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Үҙен “совет халҡын етәкләгән һәм йүнәлткән көс” тип иғлан иткән фирҡә быға юл ҡуя алмай ине. Ә барлыҡ киң мәғлүмәт сараларына коммунистар партияһы етәкселек һәм контроллек итте. Хатта ҙур булмаған завод үҙ коллективы өсөн сығарған гәзиттең дә һәр һаны предприятиеның партбюро контролендә нәшер ителде.
Донъяла иң күп уҡыған ил инек...
Тимәк, ул заманда ошо партияның идеологик йүнәлеше һәм пропагандаһы матбуғаттың йөкмәткеһен генә түгел, ә уны алдырғандарҙың да миллионлаған булыуын тәьмин иткән. Гәзит йәки журнал яҙҙырмаған ғаилә ғәмәлдә булмай ҙа торғайны. Мәҫәлән, “Совет Башҡорт­останы”ның тиражы тиҫтәләрсә йыл 100 мең дана кимәлендә килде. Ысын уҡыусылары һаны ла шул саҡлы булған тип раҫлауы ҡыйын. Гәзит, йорттар һәм фатирҙарҙан тыш, һәр дәүләт учреж­дениеһына, предприятиеға, уларҙың ятаҡтарына һәм цехтарына, бәләкәй генә китапханаларға ла килде.
Ойошмалар буйынса аңлашыла: матбуғатты шулай күпләп алдырырға, берҙән, “өҫтән” ҡушылды, икенсенән, сығымдар дәүләт ҡаҙнаһынан ине. Ә ғаиләләрҙең дә шул заманда тормошто ваҡытлы матбуғатһыҙ күҙ алдына килтермәүен нисек аңларға?
Совет власының киң мәғлүмәт сараларына ҡарата сәйәсәте революцияға хәтлем үк төҫмөрләнә башлай. Владимир Лениндың “Гәзит – коллектив пропагандист һәм агитатор ғына түгел, ә коллектив ойоштороусы ла” тигән киң билдәле лозунгыһы ул 1917 йылдың йәйендә Разлив күле буйындағы ҡыуышта йәшәгәндә барлыҡҡа килә, йәғни Октябрь революцияһына саҡлы уҡ. Большевиктар халыҡтың тарихи хыялының иң нескә ҡылдарында уйнай белгән: уларҙың “Заводтар – эшселәргә, ер – крәҫтиәндәргә, тыныслыҡ – халыҡҡа” тигән саҡырыуын ғына ла иҫкә төшөрәйек. Ғәйәт ҙур илде үҙ яғына ауҙарыу, социаль ғәҙеллек тантана иткән һәм ябай кеше тураһында даими хәстәрлек күргән дәүләтте большевиктар ғына төҙөй аласағына ышандырыу өсөн уларҙың партияһына тарихта бығаса күрелмәгән пропаганда йәйелдерергә кәрәк була. Ә бының өсөн һәр ғаиләгә партия гәзитен еткереү, уҡый алһындар өсөн ашығыс рәүештә бөтә ил күләмендә наҙанлыҡты бөтөрөү зарур. Илдең ул саҡта иң ҙур тиражлы матбуғатҡа эйә булыуының сәбәбе шунда. Хәҙерге Интернет һәм үҙәк телевидение беҙҙә көнбайышса йәшәү өлгөһө тәрбиәләргә тырышҡан кеүек, совет матбуғаты ла коммунизм төҙөү юлынан атлауыбыҙҙы быуындан быуынға аңға һеңдереп килде. Сәйәси маҡсаты тураһында төрлөсә әйтергә мөмкин, әммә бында һөҙөмтәһе мөһим – Советтар Союзы халҡы донъяла иң күп матбуғат һәм китап уҡыған йәмғиәт булып танылды.
Әгәр ҙә пролетариат диктатураһы булмаһа, әйтәйек, баҙар иҡтисады өҫтөнлөк алып китһә, наҙанлыҡты бөтөрөү һәм һәр совет кешеһен тиерлек матбуғат уҡыусыға әйләндереү эше шулай тиҙ уңышҡа ирешмәҫ ине тип уйлайым. Ҡағыҙ, типография, почта сығымдарын, миллионлаған уҡытыусылар армияһына эш хаҡын түләү һәм башҡаһы ул йылдарҙа административ-команда системаһы аша хәл ителгән.
Типографияла баҫтырып сығарып почтальондың ҡулына тоттороуҙы ғына түгел, ә гәзит-журналдарҙы нисек алдырыуҙары ла дәүләт күҙәтеүе аҫтында барҙы. Тракторсы булып эшләгән атайыма, мәҫәлән, “Сельская жизнь”, “Сельский механизатор” кеүек баҫмаларҙы, унан һорап та тормай, хеҙмәт хаҡы иҫәбенә яҙҙыралар ине. Колхоздың партком секретары алдан уҡ почтаға һәм бухгалтерияға шулай ҡушып ҡуя, сөнки уның да башы икәү түгел бит. Хужалыҡ етәксеһе менән ауыл Советы рәйесе лә быны аңлап ҡабул итә.
Дөрөҫ, мәғлүмәт өсөн каналдарҙың аҙлығы ла матбуғаттың киң таралыуына сәбәпсе булғандыр. Телевидение ауыл ерендә 70-се йылдар башында ғына киң тарала башланы, ул да артабан тиҫтәләрсә йыл ике программала ғына күрһәтте, радио бер генә йышлыҡта һөйләй ине. Ләкин башҡа сығанаҡтарға юл ҡуйылманы ла бит! Булғандары ла ныҡлы контролдә тотолдо. Был йәһәттән ВКП(б) Үҙәк комитетының “Звезда” һәм “Ленинград” журналдары тураһындағы 1946 йылғы тарихи яҡтан билдәле ҡарарын иҫкә төшөрөү ҙә етә: йөкмәткеһе партия сәйәсәтенә тап килмәгән өсөн уларҙың тәүгеһенең етәкселеге эштән ебәрелә, икенсеһе бөтөнләй ябыла. Техник йәһәттән дәүләт милке һәм ҡарауы аҫтында булған радио, телевидение хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Тимәк, дәүләт идеологияһы шулай ҙа хәл иткес роль уйнаған.
Матбуғатҡа советса идара итеү алымдары тураһында 90-сы йылдарҙа журналистика ветерандарының иҫтәлектәре байтаҡ баҫылды. Шуларҙың берәүһе – Сталиндың “Известия”ның баш мөхәр­риренә эш йүнәлешен күрһәтеүе хаҡында. “Һеҙ гәзиттең беренсе битендә фәҡәт коммунистар партияһы менән совет хөкү­мәтенең рәсми ҡарарҙарын урынлаш­тырырға тейешһегеҙ, – ти ул, баш мөхәррирҙе үҙенең дачаһына саҡыртып алғас. – Икенсе һәм өсөнсө биттәрҙә ошо ҡарарҙарҙы ябай халыҡҡа аңлайышлы итеп төшөндөрөп биргән материалдар урын алһын. Ә бына инде дүртенсе биттә үҙегеҙҙекен, “Известия”ға хас тип тапҡан мәҡәләләрегеҙҙе бирә алаһығыҙ”.
Гәзиттең йөкмәткеһен ошо күрһәтмә нигеҙендә планлаштырыу совет матбуғаты өсөн уҙған быуаттың аҙағына хәтлем дауам итте. Дөрөҫ, Сталин күптән үлгәйне инде, әммә сәйәсәт һәм пропаганда юғалмаған бит. Быға ышаныу өсөн гәзиттәрҙең шул йылдарҙағы төпләнмәһен ҡарап сығыу ҙа етә. Беҙҙең респуб­ликалағы партия өлкә комитеты органдары булған “Совет Башҡортостаны”, “Кызыл таң”, “Советская Башкирия” гәзиттәренең ошо дәүерҙәге сығарылыштарына ла йөкмәтке яғынан оҡшашлыҡ хас: бер үк ҡарарҙар, ауыл хужалығы эштәренән алып халыҡ контроле комитеты материалдарына саҡлы берҙәй аңлатмалар... Тел, мәҡәләләрҙең урынлашыуы, әҙәби әҫәрҙәр генә был гәзиттәрҙе бер-береһенән айырып тора. Рубрикалар, жанрҙар, бирелеү стиле төрлөсә булырға ла мөмкин, әммә йөкмәткеһенең асылы һәм ваҡиғаға ҡарата сәйәси баһа шул уҡ. Гәзит-журналдар партия ҡарарҙарының нисек тормошҡа ашырылыуын, советса йәшәү рәүешен берҙәй яҡтыртты. Өфөләге Матбуғат йортоноң икенсе ҡатында ултырған “Главлит” вәкилдәре һәр гәзиттең һәр битенә “Баҫырға мөмкин” тигән мисәт һуҡҡас ҡына, сираттағы һан типографияға оҙатыла ине.
Әйткәндәй, киләһе йылда “Известия” гәзитенә лә 100 йыл тула. Шул арауыҡта унда 33 баш мөхәррир алмашынған, шуларҙың бишәүһе атыуға хөкөм ителгән. Ни өсөн шундай ҡаты язаға дусар итеүҙәре аңлашыла – партия сәйәсәтен “дөрөҫ аңламағандар” ...
Бар эштән дә ауыр эш
Журналист һөнәрен еңел тип әйтмәҫ инем. Гәзит редакцияһына эшкә килеп, һәләте юҡлығын аңлап йәки “конвейер”ҙа эшләргә теләге булмағанлыҡтан китеү­селәр ҙә аҙ түгел. “Бар эштән дә ауыр һүҙ эше”, тип Рәми Ғарипов юҡҡа ғына әйтмәгән. Ошо күренекле шағирыбыҙҙың “Совет Башҡортостаны” редакцияһында хәбәрсе булған осоронда көндөҙ редакцияла эшләп, төнөн шиғыр яҙыуы билдәле. Тимәк, көндөҙгө сәғәттәрҙә, йәғни ағымдағы эш шарттарында, әҙәби әҫәр ижад итеү форсаты бик булмаған. Күренекле шағирҙары­быҙҙың береһе Рәйес Түләктең дә үҙенең илһамлы ижадында шундай ҡыйынлыҡтар кисереүе билдәле. Был миҫалдар менән мин көндәлек гәзит эшенең ижади хеҙмәт кенә түгел, ә конвейер булыуын да иҫбатлағым килә. Хәйер, һәр һөнәрҙең үҙ нескәлектәре барҙыр инде.
Аҡыл эше менән шөғөлләнгән башҡа хеҙмәт эйәләре нисек уйлайҙыр, совет осоронда матбуғат хеҙмәткәренең баһаһы әллә ни булманы тип иҫәпләйем. Һүҙ, әлбиттә, матди баһа тураһында бара. Хеҙмәт хаҡын заводтағы эшселәрҙән ике-өс тапҡырға аҙыраҡ алһа ла, журналист һәр саҡ коммунистар партияһы сәйәсәтен яҡлап яҙҙы, совет йәмғиәтенең яҡты киләсәккә барыуын гәзит битендә көн һайын ышандырырға ынтылды. Төҙө­лөштәге ташсы фатир менән ике-өс йылдан һуң тәьмин ителһә, уны алғансы ла үҙе эшләгән трестың ятағында йәшәү мөмкинлегенә эйә булһа, матбуғатсы торлаҡты тиҫтәләрсә йыл буйы көттө, уға саҡлы ғаиләһе йәшәү урыны таба алмай йонсоно. Фатир хужаһы ҡуртым өсөн йә бик ҡиммәт һорай, йә ул эскесе булып сыға, йә йорт эштән алыҫ. Башҡаларҙы яҡлап, уларҙың социаль мәсьәләһен хәл итешеү өсөн ҙур дәрәжәле етәкселәр менән яғалаша алһа ла, шәхси проблемаһы менән йылдар буйы интегеүе тураһында бөгөнгө ҡарт журналистар әллә күпме миҫал килтерә ала. Айырым хәбәрселәр генә, ойошмалар менән бәйләнешкә инеп, уларҙың директорҙары тураһында ыңғай мәҡәләләр баҫтырып, ошо предприятиелар ятағында ваҡытлыса булһа ла йәшәп тороу форсатына эйә була торғайны. Ни эшләһендәр, нужа мәжбүр иткәс. Ә бит бөгөнгө йәш журналистарға хатта ундай ятаҡ та тәтемәй. Милли матбуғат өсөн был мәсьәлә элек-электән ҡырҡыу булды: башҡортса тейешле кимәлдә яҙа белгәндәрҙе йыш ҡына райондарҙан саҡырып килтерҙеләр, сөнки Өфөләге урыҫ телле йәки туған телен ярым-йорто ғына белгән милләттәштәребеҙ респуб­ликаның башҡортса матбуғатында эшләрлек түгел. Ә ситтән саҡырыл­ғандарға, тәбиғи, Өфөлә фатир кәрәк.
Урыҫ телле гәзиттәргә еңелерәк: ҡалала йәшәгән һәм фатиры булғандарҙы эшкә ҡабул итергә мөмкин. Әммә торлаҡ бүлгәндә башҡортса гәзиттең үҙенсә­лектәре ни өсөндөр иҫәпкә алынманы. Бөгөнгө баҙар иҡтисады фатир бүлеү тигән төшөнсәнең үҙен дә иҫәпкә алмай. Торлаҡты һатып алырға кәрәк.
Хеҙмәт хаҡын да әллә ни ыратып түләй алманылар журналистарға. Өфөнөң моторҙар берекмәһендә эшләгән йылдарым иҫкә төшә: сменанан һуң тағы бер-ике сәғәткә тороп ҡалһаң да, байрам демонстрацияһында плакат тотһаң да өҫтәп түләйҙәр ине. Шунһыҙ “революцион синыф” ҡыл да ҡыбырлатмаясаҡ. Ә бына журналист халҡына ундай мөмкинлек тәтемәне – гәзиттең сираттағы һаны өҫтөндә төнгө сәғәт 12-гә хәтлем дежурлыҡ итеү ҙә, киләһе һанға ҙур мәҡәлә яҙып өлгөртөү өсөн шулай уҡ төн уртаһына саҡлы редакция өҫтәле артында ултырыу ҙа, өйҙә яҙырға тура килеүе лә – береһе лә эш хаҡы күләменә йоғонто яһаманы.
Әлеге шарттарҙа урыҫ телле матбуғат, йәнә килеп, милли (йәғни урыҫса булмаған) гәзит-журналдарға ҡарағанда сағыштырмаса һәйбәтерәк көн күрә: уларҙың аҡса эшләү – реклама һәм башҡа түләүле материалдар биреү – форсаты күпкә ҙурыраҡ, сөнки эшҡыуарҙар һәм идарасылар донъяһы башлыса урыҫ телендә уҡый. Донъя матбуғаты тәжрибәһе күрһәтеүенсә, бер генә милли матбуғат та финанс йәһәтенән үҙаллы йәшәй алмай, уға ярҙам кәрәк.
Дуҫтар яуҙа һынала
Баҫма матбуғат – интеллектуаль яҡтан күпмелер дәрәжәлә көсөргәнешлек талап иткән әйбер. Икенсе төрлө әйткәндә – уны уҡығанда, телевизор менән Интернеттағы һымаҡ, күҙҙе һәм ҡолаҡты ғына түгел, ә мейене лә эшкә ҡушырға кәрәк. Әйтергә теләгәнем: гәзит уҡыусы уйланырға һәләтле генә түгел, ә тирә-яғындағы тормошто сағыштырып ҡарарлыҡ, яҡшыны насарҙан айыра белгән кеше лә булырға тейеш. Телевизорҙа “брендовый” йырсы сығыш яһап бөткәс тә, яңылыҡтар башланыу менән уны һүндереп ҡуйған, “Әйҙә, өйләнешәйек!” һымаҡ күңел асыу тапшырыуҙарын сәғәттәр буйы ҡарай алған апай-ағайҙарыбыҙ етди гәзит уҡыусы була алмайҙыр ул.
Матбуғаттың, бигерәк тә милли баҫмаларҙың хәлен мөшкөлләткәндәр – халыҡ үҙе. Гәзит йәки журналға яҙылыуҙы бер кем дә тыймай бит... Рухи аҙыҡты башҡа сығанаҡтарҙан эҙләйҙәр тип әйтер инең, телевизорҙағы “Әйҙә, һөйләһендәр!” һымағыраҡ шоу рухи сығанаҡ була аламы ни?!
Һуңғы егерме йыл эсендә Мәскәүҙең киң мәғлүмәт саралары йүнәлешен ҡапма-ҡаршы яҡҡа борҙо: элегерәк улар халыҡты ошо йәмғиәттә ҡабул ителгән яҡты идеалдар артынан эйәртергә тырышһа, хәҙер үҙҙәрен кем һатып ала, шуға эйәрергә риза. Ток-шоу оҫтаһы Андрей Малахов, әлбиттә, бындай тапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн һәр яҡтан да һәләтле кеше. Ләкин ул һәм хеҙмәттәштәре, мәҡәлә башындараҡ телгә алынған большевистик пропаганда оҫталары кеүек, халыҡтың иң нескә күңел ҡылдарына сиртә белә. Йәлләтеү хисе тыуҙырыуға өлгәшеү һөҙөмтәһендә был тапшырыуҙың рейтингы (тамашасылар һаны) күтәрелә, тимәк, реклама ла шунда ағыла, уның һәр минутының хаҡы арта. Бында төп маҡсат – телевидение өсөн аҡса эшләү. Ләкин шоу барышын күҙ алмай ҡарап ултырған милләттәштәребеҙҙең бындай коммерция серендә эше лә юҡ.
Ғафури районында бер оло йәштәге апай менән шундай һөйләшеү булып алды: “Нисек ҡарамайһың инде ул тапшырыуҙы, – ти ул. – Ана бит, бөгөн күрһәткәнендә илап та алдым: бахыр киленде ҡәйнәһе нисек кенә йәберләмәгән икән! Береһе лә яҡлашмай бит әле, ә ҡәйнәһе – үҙе эскесе, әрәмтамаҡ, алдаҡсы...”
– Апаҡай, ундай яҙмышлы кешеләр һеҙҙең тирә-яҡта ла тулып торалыр бит, күрше-күләндә, туған-тыумасала... Берәйһе яҡлашамы икән? – тим.
Хужабикәнең йөҙө һытылды: “Кит, шуларҙы кеше итеп һөйләп торорға! Береһен-бер йәлләрлек түгел...”
Ни өсөн шулай тип әйткәне аңлашыла ла, сөнки уның фекерләү ебенә Андрей Малахов йүнәлеш биреп тора бит. Ундай кешеләргә, “Башҡортостан” гәзитен төртөп күрһәтеп, халыҡта ни өсөн шундай әхлаҡи мөнәсәбәттәр хөкөм һөрә башлауы тураһындағы мәҡәләләрҙе, йәмғиәтебеҙҙең ҡайҙа табан тәгәрәүе хаҡындағы яҙма­ларҙы күрһәтеүҙән фәтүә юҡтыр.
“Гәзиткә яҙылыу хаҡы арта, уға ҡайҙан аҡса алайыҡ?” тип зарланыу, тикшереп ҡарай башлаһаң, дөрөҫкә тап килмәй. Ауыл һайын өй һалалар, һәр кемдә тиерлек заманса техника, Өфөлә йәшәгән башҡорттарҙың әллә һәр береһендә “иномарка” инде... Ә гәзиткә яҙылырға мөмкинлектәре юҡ... Тимәк, эш аҡса таба алмауҙа түгел, ә рухи ҡиммәтте һәм милләт яҙмышын ихтыяждар баҫҡысында ҡайһы урынға ҡуйыуҙа.
Бер юлы Учалы районында Яҙыусылар ойошмаһы үткәргән ултырышта урта йәштәрҙәге шағирәнең сығышы ла иҫкә төшә.
– Ни өсөн почта гәзитте һуңлап килтерә, ниңә тәртипкә һалмайһығыҙ? – тип сәсрәп сыҡты ул.
– Һатыусы эшкә гел һуңлап йөрөй икән, кибет кәштәләренә тауар ебәреп торған завод ғәйеплеме? – тим. – Редакция хеҙмәткәрҙәре һәр ауыл-ҡасабаға килеп, почтальондарҙы етәкләп йөрөй алмай. Был эш йәмәғәтселек контролендә булырға тейеш.
Беҙҙең халыҡ ҡулына килтереп тотторғанды көтөп ултырырға ғәҙәтләнгән шул. Аҡса түләп яҙҙырған матбуғатын ваҡытында килтертә алмаған да, гәзит-журналды бер аҙнаға һуңлап ташыған почтальон да – шул халыҡтың вәкилдәре. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса квитанция – юридик килешеү ул. Уның үтәлеше өсөн ике яҡ та ҡануниәт алдында яуап бирә. Өфө районында үҙем йәшәгән ҡасабала почтаның гәзитте ваҡытында килтереүе, тотҡарлыҡ тыуа ҡалһа, яза биреүҙәре ихтималлығы тураһында һөйләйем. Шағирә апай өндәшмәй. “Һы, көрәшергә кәрәк бит әле...” – тип эстән генә уйлап ҡуйғандыр инде. Бер үҙе көрәшеп, башҡалар яҡлап сыҡмаһа, еңере икеле. Халҡы ниндәй, почтаһы ла шулай...
Почта тигәндәй, баш ҡалабыҙ эргәһендәге Нижегородка ҡасабаһының почта элемтәһе бүлексәһендәге бер хеҙмәткәр менән бәхәсләшеүем иҫкә төштө. “Һеҙ, почтальондар, гәзит-журнал урынына консерва, туҡмас, һабын һатыусыға әйләнеп бөттөгөҙ инде”, – тим, бындағы кәштәләрҙә бер баҫма ла булмауын күреп. Ләкин сауҙа өҫтәленә макарон йәшниген рәтләп ҡуйып маташҡан ҡатын ауыҙымды тиҙ япты: “Консерва ла – тауар, туҡмас та, гәзит тә...” Почта ҡәҙимге сауҙа системаһына әйләнеп бара, һәм баҫма матбуғат уның кәштәләре араһындағы шырпы-һабын араһында хәҙер күренмәй ҙә тиерлек. Ә баҙарҙа тәҡдимде ихтыяж тыуҙыра. Ихтыяж нисек буламы? Элемтә бүлексәһенә ингән бер кеше: “Миңә фәлән гәзит кәрәк. Ни өсөн күренмәй? Әллә бөгөн дә килтермә­негеҙме?” – тип ныҡыша башлаһа, яҡын көндәрҙә был ихтыяжды ҡәнәғәтләндермәй саралары юҡ. Ләкин беҙҙең халыҡтың шундай әүҙемлек күрһәтеренә шикләнәм.
Салауат районында бер ағай миңә шулай тип дәғүә белдерҙе: “Бер үк нәмә тураһында ҡабат-ҡабат яҙаһығыҙ”. “Көнүҙәк һәм ҡырҡыу тема булһа, уны дауам итергә кәрәк, бындай һөйләшеүҙә һеҙ ҙә ҡатнаша алаһығыҙ”, – тип “аҡланырға” тырышам. “Гәзиттә яҙып сығыу проблеманы хәл итәме инде?” – тип кире ҡаға ағайыбыҙ. Тимәк, журналист сығыш яһағас та, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип көтөргә ғәҙәтләнгән ағайыбыҙ.
Был шулай булырға тейешме? Элегерәк, ысынлап та, гәзиттә тәнҡит мәҡәләһе баҫылып күпмелер ваҡыт уҙыуға, партияның ҡала йәки район комитеты тәнҡиттә күрһәтелгән факттарҙың тикшерелеүе һәм сара күрелеүе хаҡында редакцияға яуап та ебәрә ине, сөнки матбуғат партияныҡы булды. Халыҡтың был эштән һәр саҡ ситтә ҡала килеүе хәҙер бер кем өсөн дә сер түгел. Ул фәҡәт партияның өлкә комитеты органы булған матбуғаттың тәнҡитләп сығыуын, ә шул уҡ партияның түбәнерәк баҫҡыстағы органының сара күреүен ҡарап ҡына ултырҙы. Халыҡ контроле комитеты тигән ойошманың ҡарарҙары ла ғәмәлдә партия күҙәтеүе аҫтында сығарылды.
Бөгөн иһә хәл башҡаса: гәзит баҫтырған тәнҡитле йәки проблемалар тураһындағы яҙманы уҡыусылар шунда уҡ эләктереп алып, урындағы хакимиәткә мәсьәләне хәл итеүҙе талап итеп баҫым яһай башларға ла мөмкин. Гәзиттең төп вазифаһы – ғәҙәттән тыш хәл йәки йылдар буйы хәл ителмәгән проблема хаҡында яҙып сығып, урында “шау-шыу” тыуҙырыу, ҡыҙыҡһынған төркөмдөң әүҙемлеген тыуҙырыу. Был бөтә донъяла шулай. Тимәк, гәзиттең ойоштороусы булыуы тураһында Ленин әйткән билдәләмә дөрөҫ булып сыға түгелме? Баҡһаң, асылда ул әле лә үҙгәрмәгән.
Әлбиттә, беҙ күктә йөҙмәйбеҙ, ерҙә йәшәйбеҙ. “Йәмәғәтселек контроле” төшөнсәһенең Рәсәйҙә әлегә хыял ғына булыуын, халыҡтың кимәле үҫкәс кенә тормошҡа ашасағын (бәлки) аңлайбыҙ, ләкин был хәл матбуғаттың ролен барыбер үҙгәртмәй.
Тағы ла шуныһы: журналист яҙған икән, уның фекере мотлаҡ дөрөҫ тигәнде аңлатмай. Бында инде тәғәйен мәҡәләлә ел-ямғыр тейгән кешеләргә лә, башҡаларға ла сығыш яһау мөмкинлеге киң. “Башҡортостан” гәзитенең, мәҫәлән, үҙ яҙмаларына ҡарата килгән тәнҡиткә урын бирмәгән сағын хәтерләмәйем дә. Бәхәстә хәҡиҡәт тыуа, тиҙәр.
Күктәге торнамы, ҡулдағы сәпсекме?
“Яҡын киләсәктә телевидение бөтә тормошобоҙҙо тамырынан үҙгәртәсәк! Бер ниндәй театр ҙа, гәзит тә, китап та, хатта кино ла булмаясаҡ. Кеше фәҡәт телевизор ғына ҡараясаҡ!” Был һүҙҙәрҙе хәтерләйһегеҙме? Уны “Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай” фильмы геройы телеоператор Рудольф Рачков әйтә. Был киноны төшөргәндән һуң 40 йылға яҡын ваҡыт уҙҙы, әммә, бәхеткә күрә, театр ҙа, китап та, кино ла һаман бар. Хатта гәзит тә... Шуғамы икән, “гәзит-журналдар бөтә, Интернет ҡына ҡаласаҡ” тиһәләр, ошо кино иҫкә төшә.
Баҫма матбуғатҡа ихтыяж кәмеү сәбәбе итеп, ысынлап та, иң тәүҙә Интернеттың киң таралыуын күрһәтәләр. Бер яҡтан ҡарағанда, шулайҙыр ҙа. Ҡырҡ ете йыл элек кенә нигеҙ һалынған был “үрмәксе ауы”нда ҡайҙан һәм ниндәй генә мәғлүмәт юҡ. Донъяла Интернет сайттарының һаны, яңыраҡ яҙыуҙарынса, ике йөҙ миллионға яҡынлашты. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәт-бәйләнеш технологиялары буйынса төп ойошмаһы булып торған Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы (www.itu.int) хәбәр итеүенсә, бөгөн Ер шарындағы 7,3 миллиард кешенең 3,5 миллиарды Интернеттан файҙалана. Рәсәйҙәге 143 миллион кешенең 84 миллионы Интернет менән дуҫ. “Яндекс” эҙләнеү сайты ай һайын рәсәйҙәрҙең биш миллиардтан ашыу һорауына яуап бирә икән. Тәбиғи, бөтә был мәғлүмәт Интернеттың үҙенән – “Интернет Рәсәйҙә һәм донъяла” сайтынан – алынды. Шундай көләмәс тә бар бит: “Һеҙ Интернет ҡулланаһығыҙмы?” тигән һорауға яуап биреүселәрҙең 100(!) проценты ла “эйе” тигән. Баҡһаң, был социаль һорау алыу Интернет аша үткәрелгән, имеш.
Өҫтәүенә киң мәғлүмәт сараһының хәбәр итеү тиҙлеге иҫ киткес. Быйыл яҙ Бөтә Русь Патриархы Алексийҙың Башҡортостандағы Бөрө ҡалаһына, артабан Өфөгә сәфәр ҡылыуын барығыҙ ҙа иҫләйҙер. Уның яңыртып ҡоролған ҙур ҡорамдарҙа нисек ғибәҙәт ҡылыуын, вәғәз һөйләүен яҙыр һәм күрһәтер өсөн хәбәрселәр ҙә саҡырылды. Электрон мәғлүмәт сараларында эшләгән журналистар был ваҡиғаны сәғәте-минутында уҡ Интернеттағы сайттарында урынлаштырҙы. Әле Патриарх ҡорамдан сыҡмаҫ борон уҡ! Етмәһә, улар был эштә башҡаларҙан алдараҡ өлгөрөп ҡалырға тырыша. Ләкин Патриарх беҙгә шәмбе көнө килде, ә “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Республика Башкортостан” һәм башҡа урындағы баҫмалар был көндәрҙә нәшер ителмәй ине. Йәкшәмбе һәм дүшәмбе көндәре лә уҡыусыларыбыҙ был ваҡиға тураһындағы хәбәрҙәрҙе күрә алманы. Фәҡәт шишәмбе иртән генә, ошо ваҡиғанан һуң тәүге һаны сыҡҡан гәзиттәр типографиянан ҡала һәм райондарға таралды. Ләкин беҙҙең ташбаҡа аҙымдары менән эшләгән почта уны ҡасан тейешле йорттарға алып барып еткерә әле... Ул мәлдә телевидение һәм Интернет бөтөнләй башҡа яңылыҡтар тураһында һөйләйәсәк...
Әммә бөтә нәмәне тиҙ һәм уңайлылыҡ күрһәткестәре менән генә үлсәп булмайҙыр. Кемгә нисектер, ә баҫма матбуғатты мин – реаль, Интернетты виртуаль донъя тип ҡабул итәм. Яңыраҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә бер егеттең дуҫтарын Яңы йылды ошо үҙенең “битендә” йыйылып ҡаршыларға саҡы­рыуын күреп ҡалдым. Күктә гиҙә торғас, уны ер итеп хис итә башлаған, ахыры. Һауалағы торнанан ҡулдағы сәпсек яҡшыраҡ, ти халыҡ. Һеҙ тотҡан гәзит – һәр һүҙе үлсәп әйтелгән фекер. Унда буш һүҙгә урын юҡ, етмәһә, майҙаны ла сикле, әле етди кимәлдә яҙылған мәҡәләләрҙе лә һайлап ҡына баҫалар. Аҡыллы һүҙ күп булмай. Гәзит уҙған ваҡиғалар буйынса уйланыу нигеҙендә тыуған материалдар, аналитик яҙмалар менән дә сығыш яһау мөмкинлегенә эйә. Ә Интернетта, ғәҙәттә, бер ваҡиға тураһындағы мәғлүмәтте ике тапҡыр уҡымайҙар, экрандағы ҙур текстарҙан күҙ арый, тиҙ ялҡаһың.
Интернеттың бер ҙур ғына насар яғы бар: был мәғлүмәт сараһында журналис­тар “үҙ-үҙеңә цензура” тип атаған төшөнсә юҡ. Рәсми һәм баҫма матбуғаттың сайттарынан башҡа. Һөҙөмтәлә туҙға яҙмаған хәбәрҙәр ҙә быуа быуырлыҡ була. Ҡайһыһы ысын, ҡайһыһы “пиар-акция” ғына – һис белерлек түгел. Экстремистик рәүештәге материалдарҙы әйтеп тә тораһы түгел.
Күпселек осраҡта уларҙың авторын табыу ҙа үтә ҡатмарлы, сөнки Интернеттағы ҡайһы бер сайттарға мәғлүмәтте йыш ҡына сит илдәрҙән ҡуялар. Шуға күрә белгестәр, мәҫәлән, медицина буйынса алынған кәңәштәрҙе үҙ организмыңда һынап ҡарауға бик һаҡ ҡарарға ҡуша. Балаларҙы глобаль селтәрҙең насар эҙемтәле мәғлүмәтенән һаҡлау – ҡырҡыулаша барған айырым ҙур мәсьәлә. Ҡулында смартфон булған баланы бер нисек тә контроллек итә алмайһың. Баҫма матбуғатта иһә ундай проблемалар юҡ.
Дөрөҫ, гәзит һәм журналдар технологик йәһәттән Интернет менән сағыштырғанда артта ҡала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының былтыр көҙ булып үткән IV съезында ла ошо мәсьәлә күтәрелгәйне.
– Боронғо замандарҙа мәғлүмәтте ташҡа баҫып таратҡандар, хәҙер – ҡағыҙға. Ә ни өсөн хәҙер ҡағыҙҙы тулыһынса электрон сараға, йәғни Интернет сайттарына алмаштырмаҫҡа? – тине, Ҡоролтайҙың мәғлүмәт секцияһында сығыш яһап, Башҡортостандың статистика идаралығы етәксеһе урынбаҫары, башҡортса “Википедия”ға нигеҙ һалғандарҙың береһе Рөстәм Ғатауллин.
Ысынлап та, был гәзит редакцияларына ҙур уңайлыҡ бирер ине: ҡағыҙ һатып алырға, типография сығымдарын түләргә кәрәкмәй, баҫма менән уҡыусылар араһындағы бәйләнеште тотҡарлап интектергән почтаны оноторға мөмкин... Ләкин төп ғиллә редакцияла эшләүселәрҙә түгел, ә гәзит-журнал уҡыусыларҙа. Баҫма матбуғатты ғына, уның йөҙөн күреп өйрәнгән оло йәштәге кешеләребеҙ, гәзиттең Интернетта таҫма рәүешендәге текст итеп кенә бирелеүен үҙ итерме? Юҡҡа ғынамы ни гәзиттәр хатта сайттарында ла PDF форматында күренергә тырыша... Ҡулдағы сәпсекте осороп ебәреп, һауалағы торнаның хәрәкәтен күҙәтеп тороу ғына элекке гәзит уҡыусыларға кинәнес бирерме?
Интернеттағы социаль селтәрҙә юғалған йәштәребеҙ иһә милли матбуғат сайттарына теләктәшлек күрһәтеү хаҡында уйлап та бирмәҫ, моғайын. Ә бит тап милли матбуғат өсөн был айырыуса шикле. “Башҡортостан” гәзитендә, мәҫәлән, күпме яҙыусылар, ғалимдар, сәнғәт әһелдәре һәм башҡа аҫыл вәкилдә­ребеҙҙең аҡыллы фекере тупланған... Интернетта ла дауам итерме ул? Беҙҙең талант эйәләре осһоҙ-ҡырыйһыҙ виртуаль донъя киңлегендә юғалып ҡалмаҫмы? Әллә һәр береһен “Яндекс”та эҙләп ултырырбыҙмы? Хәйер, Интернет “геймер”ҙарының улар менән ҡыҙыҡһыныуы икеле. Ә өйгә килгән гәзитте күрмәй, ҡулыңа тотмай булдыра алмайһың, уның һәр һанында – милли мәҙәниәтебеҙҙең бер ваҡиғаһы, зыялыларҙың сираттағы әйтер һүҙе. Ә Интернетта милләтте берләштергән башҡортса дөйөм сайт ҡайҙа?
Был урында философияны иҫкә төшөрмәй булмай. Билдәле психолог Абрахам Маслоу раҫлауынса, кеше примитив әйберҙәргә ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй тороп, юғары төшөнсәләргә ынтыла алмай. Ә Интернет ошо ихтыяжға баҫма матбу­ғатҡа ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ яуап бирә. Үҙ мәғлүмәтен кешегә еткереү өсөн уның технологик өҫтөнлөгө ҙур, шул арҡала ҡағыҙ мәғлүмәт саралары ҡыҫырыҡлана бара. Ләкин фәндә, әҙәбиәттә, эшҡыуар­лыҡта уңышҡа өлгәшкән, бер юлы милли матбуғатты ла алдырып, күҙәтеп барған мәҙәниәтле башҡорттар бар. Улар аҙ, әммә “Башҡортостан” гәзите, башҡа милли матбуғатыбыҙ киләсәктә лә йәшәһен өсөн етерлек әле...

[email protected]


Вернуться назад