Бер урында тапанмайыҡ09.12.2016
Һаумыһығыҙ, милләттәштәр! Мин – Себерҙә тыуған башҡорт ҡыҙы. Иркутск өлкәһенең Черемхово ҡалаһында йәшәйем.
Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ҡатнашып, ҡәрҙәштәр менән күрешеү, үҙ хәлдәребеҙҙе һөйләп, кәңәшләшеү бәхете тейҙе миңә.
Әсә теле, үҙ телебеҙ, тип күпме һөйләһәк тә, күпме йырлап-бейеп йөрөһәк тә, эштәребеҙ бик уңышлы түгел. Тел онотола, бейеүселәр ҡартая, йырсылар ҙа фани донъянан китә башланы. Минең уйымса, беҙ атлап барған ерҙән туҡтап ҡалдыҡ кеүек.
Иркутск өлкәһендә 18 башҡорт һәм татар үҙәге бар. Уларҙа инде нисәмә йыл бер нисә йола байрамы үткәреү, мәҙәни тормоштоң ҡайһы бер шоу-программаларында ҡатнашыу менән сикләнәләр. Һуңғы йылдарҙа ғына милли фестивалдәрҙең кимәле күтәрелә башланы. Тик диплом алыу өсөн бер-ике яҡшы йырсы-башҡарыусы әҙерләү ҙә етә. Күбеһе “йоҡлай”, өйҙәрендә “тәрилкә”нән тапшырыуҙар ҡарай, унда йыр-бейеүҙәр ҡыҙығыраҡ.
Әммә бөтәбеҙгә лә үҙебеҙҙең милли тарихыбыҙ кәрәк. Мәҙәниәтебеҙ, рухи ҡомартҡылар ниндәй бай. Йәш быуынға шуларҙы тапшырыу эше алып барыу мотлаҡ тип иҫәпләйем. Башҡорт халҡының тарихын (халыҡ эпостары, милли батырҙар, мөһим тарихи ваҡиғалар, мәҫәлән) өйрәнеүҙән башларға ла, торған ерҙең дә тарихын белергә.
Беҙ Иркутск тарафтарында башҡорт һәм татарҙар ҡасандан йәшәй, төбәк үҫешенә ниндәй өлөш индерә, милли үҙенсәлектәрҙе нисек һаҡлай – шуларҙы асыҡлайбыҙ. Әлбиттә, һәр кем үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен дә өйрәнергә тейеш. Ҡарағыҙ әле, беҙҙең алда күпме эш!
Әгәр милләтебеҙгә ихтирам менән ҡарайбыҙ икән, башҡалар ҙа хөрмәт итәсәк. Тарихыбыҙҙы балаларыбыҙға һөйләһәк, үҫкәс, улар үҙҙәре лә быға битараф ҡалмаһа, йәм­ғиәттә лайыҡлы йәшәргә, ғаилә ҡиммәттәрен ҡәҙерләргә өйрәнәсәк, ҡарт­лығыбыҙҙа ныҡлы таяныс буласаҡ.
Беҙ инде ете йыл рәттән башҡорт һәм татар тарихы буйынса конференция үткәрәбеҙ. “Татары и башкиры Черемхово” тигән китабы­быҙ ҙа баҫылып сыҡты. Әммә бындағы тарихыбыҙҙы яҡшы белеүселәр ҡартайып, мәрхүм була, беҙгә белгәндәрҙе йәш быуынға тапшырып өлгөрөргә кәрәк.


Вернуться назад