Шәжәрәңде беләһеңме?09.12.2016
Екатеринбург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте фестивале булды. Ун дүртенсе тапҡыр уҙғарылған сара быйыл шәжәрәгә арналды. Ойоштороусылар билдәләүенсә, ғаилә тарихын өйрәнеү тотош башҡорт халҡы тарихына ҡыҙыҡһыныу уята, милли үҙаңдың формалашыуына булышлыҡ итә.
Фестиваль сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Башҡортостан, Свердловск һәм Силәбе өлкәләре ғалимдары һәм тарихсылары үҙ сығыштарында шәжәрәне өйрәнеүҙең әһәмиәте хаҡында һөйләне, нәҫел ағасын төҙөү буйынса методик тәҡдимдәр кәңәш итте.
Башҡорт үҙәге етәкселәре Уралдың аҫаба халҡы – башҡорттарҙың милли һәм мәҙәни ҡомартҡыларын үҫтереүгә һәм һаҡлауға өлкә хакимиәте хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп иткән. Свердловск өлкәһе губернаторы Башҡорт мәҙәниәте фестивален үткәреү буйынса ҡарар ҡабул иткән, һәм сара Башҡортостан Республикаһының Урал төбәгендәге вәкиллеге менән берлектә үткәрелә.
2008 йылда Башҡорт үҙәгенең тырышлығы менән өлкәнең Красноуфимск районында Салауат Юлаевҡа обелиск ҡуйыла. Шулай уҡ Екатеринбург ҡалаһы урамдарының береһе башҡорт халҡының данлыҡлы энергетигы Тәҡиулла Әлиев исемен йөрөтә. Свердловск башҡорттары яҡташының исемен Башҡортостанда ла мәңгеләштерергә ниәтләй.