ФЕКЕРЛЕ, ФӘҺЕМЛЕ, ФАЙҘАЛЫ27.03.2012
Ил башлығы әйткәнсә…

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса совет ултырышында шулай тине:
“Әгәр ҙә тикшереү һөҙөмтәһендә чиновниктың сығымы уның килеменән юғарыраҡ булып сыҡһа һәм ул аҡсаның ҡайҙан килеүен аңлата алмай икән, был уның эштән ебәрелеүенә тура юл. Чиновниктың мөлкәтен был осраҡта дәүләт мөлкәтенә күсерергә мөмкин”.
* * *
Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр,
Илен борсоған ил буҫағаһы булыр.
(Халыҡ мәҡәле)
* * *
Юлда һаҡ булығыҙ!

Республика юлдарында юл-транспорт ваҡиғалары кәмемәй. Көн һайын күңелһеҙ статистика мәғлүмәттәре менән танышып торабыҙ. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында хәбәр итергә мөмкин. Бының өсөн түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға кәрәк:
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы:
8 (347) 235-84-02, 233-27-31
Өфө ҡалаһы буйынса “ышаныс телефоны” –
8 (347) 237-14-92.

Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр?


19 марттан 29 мартҡа тиклем Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында “Үлем менән ҡайҙа һатыу итәләр – хәбәр ит” тип аталған акция үтә. Башҡортостандың бөтөн йәмәғәт ойошмалары ла был сараға әүҙем ҡушылмаҡсы.
Наркотик матдәләр әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығына бушлай шылтыратыу өсөн “ышаныс телефоны”: 8-800-347-20-30. Ошо номер буйынса наркотик етештереүселәр, һатыусылар, ҡулланыусылар һәм притондар тураһында аноним рәүештә хәбәр итергә була. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында ла ошондай уҡ “ышаныс телефоны” бар: 128 номеры буйынса ла мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.
* * *
Өфө ҡалаһының “Индиго” психологик-медицина-социаль оҙатыу үҙәге:
282-04-83
“Алкоголизм һәм наркоманияға – юҡ!” фонды:
223-11-08

Үҙәк банктың ваҡланғыһы килмәй

Үҙәк банк Дәүләт Думаһы депутаттарына йәнә 1 һәм 5 тинлек аҡсаларҙы әйләнештән сығарырға тәҡдим итә. Ил парламенты кәрәкле закон сығармайынса, быны эшләп булмай.
Әлеге ваҡытта 1 һәм 5 тинлек аҡсаларҙы сығарыу уларҙы етештереү өсөн ҡуйылған хаҡтан артып киткән. Мәҫәлән, бер тинлекте етештереү – 47 тингә, биш тинлек 69 тингә төшә.
Тәңкәләрҙең дөйөм күләмендә ҡайһы бер аҡсаларҙың дөйөм өлөшө:

Файҙалы ҡаҙылмалар етерлекме?


Республикалағы нефть запасы тағы утыҙ йыллыҡ ҡына ҡалған, ә баҡыр колчеданы рудалары – 20, төҫлө металл – 40–50, аҫыл металдар 5–15 йылға етәсәк.
Былтыр 14,4 миллион тонна нефть сығарылған, баҡыр – 75,7 мең тонна, цинк – 84,5 мең тонна, алтын – 6,8 тонна, көмөш – 80,1 тонна, таш тоҙ – 3 миллион тонна, гипс – 187 мең тонна, цемент балсығы – 509 мең тонна, гранит 20 мең кубометр тәшкил иткән.

Ҡулланыусыға ярҙамға:

Башҡортостан Республикаһының тауар экспертизаһы буйынса дәүләт бюроһы:
8 (347) 22-98-10.

Сауҙа, тауар һәм хеҙмәттәрҙең сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы:

тауар буйынса – 8 (347) 250-59-15;
сифат буйынса – 8 (347) 250-49-44;
көнкүреш тауарҙары буйынса – 8 (347) 250-59-23;
алкоголь буйынса – 250-70-51.
* * *
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт торлаҡ инспекцияһы: 8 (347) 224-35-19.
* * *
Башҡортостан Республикаһының стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге:
8 (347) 223-51-21;

аҙыҡ-түлек сертификацияһы бүлеге:
8 (347) 222-72-52;
сәнәғәт сертификацияһы бүлеге:
8 (347) 222-07-04.

Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад