Яҙыл һәм бүләк от!09.12.2016
1 декабрҙән 11-енә тиклем Рәсәй мат­буғат баҫмаларына арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу буйынса ун көнлөк бара. “Баш­ҡортостан” гәзитенә тап ошо осорҙа ташламалы хаҡҡа яҙы­лып ҡалырға ашы­ғығыҙ, дуҫтар!
Хаҡтар түбәндә­гесә:
“Башҡортостан” – 1168 һум 92 тин;
“Башҡортостан” – Йома” – 507 һум 96 тин.
Квитанцияларығыҙ­ҙың күсермәһен ре­дакцияға ебәрһәгеҙ, “2017 йылға башҡортса дини календарь” алып ҡыуа­нырһығыҙ.
Шулай уҡ йыл аҙағында лотерея отошонда төрлө көнкүреш кәрәк-ярағы уйнатыласаҡ. Әйткәндәй, “Аҙна һайын бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде:
Архангел районының Архангел ауылы­нан Л. Ғәлина, Әбйәлил районының Амангил­де ауылынан З. Ғәлләмова, Бишбүләк райо­ны­ның Аҙнай ауылынан Риф Мөхәмәт­шин, Ишембай райо­нының Маҡар ауылынан Ф. Сә­лимова.
Бүләктәрҙе алыу өсөн редакцияға мөрәжәғәт итегеҙ, туғандарығыҙ килеп алһа ла була.
Белешмә өсөн телефон: 8(347)272-62-61.


Вернуться назад