Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы, утыҙ дүрт уйлап табыу авторы, йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәт, дүрт уҡыу әсбабы, дүрт монография авторы, техник фәндәр докторы, Өфө нефть техник университеты профессоры Әбүбәкер Әхмәҙулла улы ИШМЫРҘИНға 80 йәш тулды. Уны күркәм юбилейы менән ҡотлап, түбәндәге шиғырҙы арнайым. “Ниһайәт, бейек “Алтын тауҙың”
Түбәһенә менеп баҫҡанһың…” Иҫеңдәме, бала сағыбыҙҙа
Ҡар тауҙары яулап уйнаныҡ?
Малайҙарҙың бәһлеүәне булғас,
“Алтын тауҙы” гелән һин алдың.
Үҫеп еткәс, уҡыу һәм хеҙмәттә
Тайпылманың ниәт-уйыңдан,
Күтәрелә барҙың армыттарҙан
“Тау үренә” тотҡан юлыңдан.
Алпамыша – мәғрур вышкаларың
Алыҫтарҙа тороп ҡалғандар,
Тик шулар бит оло фән иленә
Үҙең өсөн юлдар һалғандар.
Шәкерттәрең менән бергәләшеп
Өйрәндең һин ерҙең серҙәрен,
Ҙур ғалимдар менән йәнәш тороп,
Яуланың һин ғилем үрҙәрен.
Һәм, ниһайәт, бейек “Алтын тауҙың”
Түбәһенә менеп баҫҡанһың,
Инде йәшәү, тормош матурлығын
Бейектәрҙән оҙаҡ байҡарһың.
Күҙ алдыңда ғына тыуған ерең,
Ҡарлуғаслы Өйә1 ярҙары,
Ишетелеп тора йәй көндәре
Мәндем2 һандуғасы йырҙары.
Йәш талиптар, яңы шәкерттәр ҙә
Килеп торор, һыуһап белемгә,
Һис өҙөлмәҫ юлдар “Алтын тауға” –
Сиктәр ҡуйылмаған ғилемгә!
Тантанаға бергә шатланайыҡ,
Һуң, йәшәү бит – әүҙем хәрәкәт,
Һанамайыҡ йылғыр йылдар һанын,
Киләсәккә ҡалһын бәрәкәт!
1 Өйә – Сәйетбаба ауылының ҡап уртаһынан ағып үткән йылға исеме.
2 Мәндем – Сәйетбаба ауылы янындағы йылға исеме.