Һөнәрҙәр күп, бик күп, һайлаһаң...09.12.2016
Һөнәрҙәр күп, бик күп, һайлаһаң... Ер йөҙөндә ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Бала саҡта Самуил Маршактың шиғырынан “бар һөнәрҙәр ҙә кәрәкле, мөһим” тип уҡып үҫһәк тә, бөгөн улар араһында модалы һаналғандары ла, онотолоп бөткәндәре лә етерлек. Мәҫәлән, XVIII быуаттағы ни бары 200 һөнәрҙән табип, уҡытыусы, иҡтисадсылар киң билдәле, барыһына ла таныш булһа, бөгөн провизор, супервайзер, веб-дизайнер, маркетолог, имиджмейкер, менеджер кеүектәренең нимә аңлатыуын, ниндәй йүнәлештә эшләүен күптәр төшөнөп тә етмәйҙер.
Барыһына мәғарифта юл һалына
Хәҙерге һөнәрҙәрҙең иҫәбе 50 меңдән ашып китә, уларҙың өс мең тирәһе төҙөлөш һәм сәнәғәт өлкәһенә ҡарай. Яңы һөнәрҙәрҙең күбәйеүе башлыса илдәге социаль-иҡтисади хәлгә бәйле, уларҙың хеҙмәт баҙарын­да тотҡан урыны һәм эшмәкәр­леге яҡынса 10 – 15 йыл тип һа­най белгестәр. Әлбиттә, тормош үҙгәргән һайын һөнәрҙәр ҙә алмашына бара. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй юғалып ҡалыр­ға ла, танымаҫлыҡ итеп йүнәле­шен үҙгәртергә йәки икенсе һөнәр менән берләшергә лә мөмкин. Шул сәбәпле, ғүмер буйы ошо эштәге кешеләргә барыһын да баштан өйрәнергә, яңынан үҙләш­терергә тура килә. Ә инде тормош ҡуласаһының тиҙ әйләнеүе һәм аныҡ, дөрөҫ ҡарар талап итеүе был мәшәҡәттең кәрәге тейерме-юҡмы икәнен уйлап торорға урын да ҡалдырмай.
Бынан 60 – 70 йыл самаһы элек һөнәр һайлау буйынса әллә ни баш ватырға ла кәрәкмәгән. Хәҙер иһә элекке кеүек ете юл сатында баҫып тормайһың, ә шулай ҙа 50 мең араһынан берәүҙе һайлау өсөн ныҡлы уйланырға, алдан уҡ ниндәйҙер йәһәттән әҙерлекле, мәғлүмәтле булырға тура килә, сөнки нәҡ ошо аҙымдан киләсәк тормошҡа нигеҙ һалына. Һәр кемгә лә башланғыс белем базаһы, ниндәйҙер сифаттарҙың, һәләттәрҙең үҫешкән булыуы кәрәк.
Төптәнерәк фекер йөрөткәндәр бар һөнәрҙәргә лә мәғариф өлкә­һендә генә юл һалыныуын яҡшы аңлайҙыр. Шуға ла ошо системала эшләгән уҡытыу­сыларҙың хеҙмәтен баһалап бөтмәү ҙә дө­рөҫ булмаҫ, моғайын. Нәҡ улар тырышлығы менән киләсәктә төрлө ерҙә эшләйәсәк һәм шул өлкәнең тотороҡлоғон тәьмин итәсәк ышаныслы граждандар тәрбиәләнә. Илдең иң ҡеүәтле һәм кәрәкле өлкәләре сәйәсәт, иҡтисад һәм армия тиһәләр ҙә, бында эшләйәсәк белгестәрҙең ҡайҙан юл алыуын, ниндәй һөнәр эйәләренең емеше булыуын да оноторға ярамайҙыр.
Уҡытыусылар бизнесҡа киттеме, әллә мәктәптәме?
Һуңғы йылдарҙа мәғариф системаһындағы бәхәстәрҙең, үҙгәрештәрҙең ҡуйырғандан-ҡуйыра барыуына хәҙер әллә ни иғтибар ҙа итмәйбеҙ. Быға ғәжәп­ләнергә лә кәрәкмәйҙер, сөнки нәҡ ошо өлкәлә киләсәгебеҙ тәр­биә­ләнә, буласаҡ тормо­шобоҙҙоң ниндәй булыры билдәләнә. Реформалар социаль талаптарға ярашлы алып барыла тиһәләр ҙә, мәғарифтағы сәйәсәт илдәге иң бәхәсле өлкәләрҙең береһе һанала. Шул арҡала уҡытыусы­ларҙың эшмәкәрлеге, дөйөм мәға­риф программалары буйынса ла һүҙ көрәштереүҙәр туҡ­тамай. Педагогтарҙың абруйына шик белдереүселәр, уларҙы төрлөсә ғәйепләүселәр, кеҫә­ләренең ҡалынлығын самалаусылар ҙа көндән-көн күбәйә. Мәҫәлән, Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге уҙғарған һорау алыуҙарҙан күренеүенсә, респонденттарҙың 20 процент самаһы ғына уҡытыусыларҙың абруйы бар, 40 проценты уларҙы башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған ғәҙәти һөнәр эйәһе тип һанай. Илдәге һәр өсөн­сө кеше педагогтарҙың килеме сағыштырмаса һәйбәт, 15 проценты – уҡытыусы булып та финанс уңышҡа ирешергә мөм­кин, 40 проценты был эштә байып булмай тип иҫәпләй.
Кеше аҡсаһын һанау сәйер булһа ла, күршенең тауығын ҡаҙҙай итеп күргәндәр бында ла бар, һәм улар рәхәтләнеп, ҙур теләк менән уҡытыусыларҙың кеҫәһен тикшерә. Кемдер педагогтар йылыла ғына тик ултырып көрәп аҡса ала һәм һаман да етмәй тип зарлана тиһә, икенсе береһе уларҙы эш урындарын һәм шарттарын ата-әсәләр иҫәбе­нә еңелләштерергә тырыша тип ғәйепләй. Ә инде ил етәкселәре­нең дә был өлкәгә ҡыҫылыуы, ниндәйҙер кәңәштәр биреүе арҡаһында, бәхәс тағы ла ҡуйыра төшөп, уҡытыусылар темаһы көн ҡаҙағындағы мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде.
Хәйер, Премьер-министрыбыҙ Дмитрий Медведев биргән кәңәш­тәрҙең халыҡ араһында ҡанатлы һүҙҙәргә әйләнеп китеүенә хәҙер өйрәнеп тә бөттөк инде. Етәксе­беҙ яңыраҡ ҡына пенсионер­ҙа­рыбыҙға “аҡса юҡ, ләкин биреш­мә­геҙ, ныҡ тороғоҙ”, тип кәңәш бирһә, әле килеп уҡытыусыларға ла, һүҙ менән булһа ла ярҙам итергә теләп, “аҡсағыҙ етмәй икән, бизнесҡа китегеҙ”, тип кә­ңәш итте. Көнө-төнө мәктәп эшенән бушамаған, ҡағыҙҙар араһынан башын да күтәрә алмаған уҡытыусылар түҙемле­генең сиге булды был. Шунда уҡ Интернет селтәре Хөкүмәт етәксеһен отставкаға ебәреүҙе һораған петиция, асыулы һүҙҙәр менән тулды. Күптәр был кәңәште башҡа һыймаҫлыҡ хәл, етәксенең һүҙҙәрен кешелекһеҙлек, уҡытыу­сыларҙың эшен һанға һуҡмау ғына түгел, ә иҡтисади яҡтан да мәғәнәһеҙлек тип атаны. Ул тиклем бизнес әһеленә баҙарҙа урын табылһа, баштан-аяҡ проблемаға күмелгән мәғарифты ташлап киткән уҡытыусылар урынына кемдәр килер, кемдәр илгә кәрәкле кадрҙар әҙерләр, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләр һуң, тип аптыранды ҡайһы берәүҙәр.
Бөгөн яҡшыраҡ эш хаҡы алыу өсөн уҡытыусыларҙың 46 проценты 1,5-2 ставкаға эшләй һәм аҙнаһына 25-30 сәғәт дәрес бирә. 80 проценты белем биреүгә бәйле булмаған эштәр менән күмелә, 65 проценты класс һәм мәктәп биләмәһен йыйыштырыу менән булыша, башланғыс класс уҡытыусыһы аҙнаһына 250-нән ашыу дәфтәр тикшерә һәм бының өсөн ике сәғәттәй ваҡытын бүлә. Хеҙмәт кодексында уҡытыусының эш ваҡыты аҙнаһына 36 сәғәттән артмаҫҡа тейеш тип әйтелгән. Быны ла һәр кем үҙ мән­фәғәтен­дә файҙаланырға тырыша, шул арҡала ҡайһы бер мәк­тәптәрҙә артыҡ башҡарылған эш өсөн бер тин дә түләнмәй, икенселәре, ошо ваҡытты тултырыу өсөн уҡытыусының эш урынында булыуын талап итә.
Яңы кадрҙар тәрбиәләп буламы?
Бынан ун йыл самаһы элек илдә 1,7 миллион педагог булһа, хәҙер был күрһәткес 1,2 миллион, тип бара белгестәр. Мәғариф өлкәһендәге реформалар, ҡағыҙ эшенең күплеге, эш хаҡының тейешле кимәлдә булмауы киләсәктә был һанды тағы ла кәметмәҫме тигән хәүеф тә тыуа. Илдең социаль хәле уҡытыу­сыларҙың нисек йәшәүенә, уларҙың эш шарттарының ниндәй булыуына ла бәйле, шуға ла ҡағыҙ эшен кәметергә һәм бары тик өс кенә документ – класс журналы, электрон журнал һәм уҡытыу программаһын ғына тултырырға кәрәк буласаҡ, тип белдерҙе мәғариф министры Ольга Васильева.
Эшсе кадрҙар һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһе буйынса дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Н.М. Золотарева иһә 2018 йылға мәктәпкәсә, башланғыс, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү системаһында 220 мең эш урыны булдырыу планлаштырылыуы тураһында әйткәйне. Квалификациялы кадрҙар әҙерләү бурысы педагогия колледждары иңенә ятасаҡ, сөнки күп осраҡта нәҡ ошо уҡыу йортон тамамлаған белгестәр артабан һөнәрен камиллаш­тырыуға, үҫеүгә ынтыла, тигәйне ул. Быйыл көҙ депутаттарыбыҙ ҙа медицина менән оборонаға сығымдарҙы ҡыҫҡартып, социаль сәйәсәткә һәм мәғарифҡа күберәк аҡса бүлергә тип тәҡдим итте. Әлбиттә, был тәҡдимдәр һәм белдереүҙәр һүҙҙә генә ҡалмай, уңышлы тормошҡа ашырылһа, белем биреүгә лә күберәк ваҡыт ҡалыр, педагогия колледждарына абитуриенттар йәлеп итеп, яңы кадрҙар әҙерләүгә лә әҙме-күпме кимәлдә ярҙам булыр ине. Шул арҡала педагогтарҙың эш хаҡы лайыҡлы, уҡытыусы һөнәре конкурентлыҡҡа һәләтле булып китһә, был өлкәгә ир-егеттәр ҙә күберәк ылығып китмәҫме? Ә бөгөн киләсәктә үҙен уҡытыусылыҡҡа бағышларға теләгән, был һөнәрҙең әһәмиәтен аңлаған йәштәр бармы һуң?
Әле мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр, демографик көрсөк тә педагогия колледждарына абитуриенттар йыйыуҙы ауырлаштыра. Элек IX класты бөткән балалар бында күпләп уҡырға килергә тырыша тор­ғайны. Был йәһәттән мәктәптәрҙә аңлатыу эштәре лә алып барылды. Хәҙер иһә мәктәп дирек­торҙары ла ике ут араһында. Улар өсөн балаларҙың IX кластан һуң китеүе бер ҡыуаныс та килтермәй, сөнки етәксе иңендә мәктәпте һаҡлау бурысы ла ята. Әгәр ҙә инде X-XI класҡа уҡыусылар иҫәбе тулмай икән, мәктәпте тулы булмаған урта мәктәпкә әйләндереү өсөн оҙаҡ баш ватып тормайҙар.
Һүҙ ҙә юҡ, элекке студенттар менән хәҙергеләре араһында айырма ҙур. Тәүгеләре башлыса ата-әсәләренең юлын ҡабатлап, педагог һөнәренең абруйын белеп, уҡытыусылар династияһын дауам итергә теләгәндә, әлеге ваҡытта хәлдәр башҡасараҡ. Йәшереп тораһы түгел, бөгөн күберәк юғары уҡыу йортона инә алмаған, белем, мәҙәни кимәле түбәнерәк булған, тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән уҡыусылар педагогия колледжына килә. Элекке кеүек ҡабул итеү имтихан­дарының булмауы, дөйөм белем тураһындағы аттестаттың уртаса һөҙөмтәләре буйынса ғына ҡабул итеү ҙә колледждың баһаһын төшөрә. Шул арҡала артабан ҡайҙа барырға белмәгән уҡыу­сылар ошонда килеп булһа ла һөнәр алырға тырыша.
БДИ-нан ҡурҡып уҡытыусы булырға хәл итеүселәр уҡытыу сифатын да төшөрә, артабан уның был һөнәр буйынса эшләүе лә икеле. Киләсәктә илгә кәрәкле кадрҙар тәрбиәләгән белгестәр әҙерләгән уҡыу йортоноң статусын күтәреү тураһында дәүләте­беҙгә уйланырлыҡ урын күп әле. Юғары һөҙөмтәләргә ирешеү, уҡыу йортоноң абруйын үҫтереү өсөн дә, тәү сиратта, заманса ҡорамалдарға эйә булыу, халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу, үҙебеҙ­ҙә лә юғары дәрәжәләге осрашыу­ҙар үткәреү, район мәктәптәре менән бәйләнеш тотоу мөһим.
Шуныһы ҡыҙыҡ, бөгөнгө сту­дент­тарҙы китап уҡырға ярат­маған, үҙе менән уҡытыусы араһындағы дистанцияны хөрмәт итмәгән балалар тип билдә­ләйҙәр. Бына ошондай быуынды лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиә­ләү уҡытыусылар иңенә ята ла инде. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа педагогтарҙың абруйы, педагогик белем биреү учрежде­ние­ларының дәрәжәһе бер аҙ төшөү сәбәпле, егеттәр был һөнәргә әллә ни атлығып тормай, бында алған эш хаҡы уның ғаиләһен ҡарауға ла етмәйәсәк.
Ысынлап та, бер туҡтауһыҙ барған реформалар, юғары талаптар, эш хаҡының түбәнлеге уҡытыусы хеҙмәтенең абруйын төшөрә, ошо сәбәпле үҙ эшенең оҫтаһы булған, юғары квалификациялы кадрҙарға ҡытлыҡ тыуа. Октябрҙә педагогтарҙың килемен яңынан иҫәпләп ҡарағандан һуң уртаса эш хаҡының рәсми әйтелгәндән ике тапҡырға аҙ булыуы асыҡланған. Бының өсөн Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы уҡытыусыларға айлыҡ килемдәре буйынса һорау биргән, килгән смс-хәбәрҙәрҙе анализлаған. Уртаса иҫәпләгәндә уҡытыусы­ларҙың эш хаҡы 15 мең 700 һум килеп сыҡҡан, ә Рәсәй Статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса ул – 36 мең 800 һум. Башҡортос­тан рәсми статис­тикаһына ярашлы, беҙҙең уҡытыусылар уртаса 23 мең 136 һум ала. Рәсәй йәмәғәт телевидениеһы анализы буйынса был һан – 16 мең самаһы.
Педагогтарҙың абруйын, ошо кадрҙарҙы әҙерләгән уҡыу йорт­тарының статусын кү­тәрмәгәндә, киләсәктә педагогия колледждарына абитуриенттар йыйыу ҙа, илебеҙгә грамоталы, компетентлы, универсаль белгестәр әҙер­ләп сығарыу ҙа көнүҙәк мәсьәлә­ләрҙең береһенә әйләнмәҫ, тимә. Был проблема иһә, “конверттағы” эш хаҡта­рының артыуына, “күлә­гә­ле” бизнестың үҫеүенә һәм күберәк эш хаҡы вәғәҙә итеүсе­ләрҙең матур һүҙҙәренә ышанып, үҙ һөнәре буйынса эшләмәүсе­ләрҙең күбәйеүенә лә килтерәсәк тигән һүҙ.


Вернуться назад