Һүрәттәге мөләйем ҡыҙ — “Урожай” крәҫтиән хужалығына ҡараған Яугилде фермаһының алдынғы һауынсыһы Гөлдәр Үтәгәнова.
— Эшенә яуаплы ҡарай, — ти ферма мөдире Рауил Солтанморатов уның хаҡында. — Әле төркөмөнә таналар ҙа беркеттек.
Уңған ҡатындың тормош иптәше Дәмин Садиҡов та ошонда эшләй. Ул Гөлдәрҙең төркөмөндәге таналарҙы, һыйырҙарҙы тәрбиәләй.
Ф. ҒӘЛИН.
Ғафури районы.