Ҡоштарға ярҙам итәйек07.12.2016
Яңыраҡ иҫ киткес бер һандарға тап булдыҡ. Бөтә донъялағы һәр кешегә 50 ҡош тура килә икән. Күпме? Эйе! Ләкин тағы ла икенсе һан уйланырға мәжбүр итә: ҡышҡы һалҡындарҙа, аҙыҡ юҡлыҡтан ун беснәктең берәүһе генә иҫән сыға. Туғыҙ ҡошсоҡтоң үле кәүҙәһен күҙ алдына килтереүҙән йөрәк әрнеп ҡуйҙы.

Һыуыҡтар башланыу менән уларға аҙыҡ табыу ауырлашты. Шуға ҡоштарҙы асҡа үлтермәҫ өсөн тағараҡтар эшләп ҡуяйыҡ. Һоло, көнбағыш, төрлө ярмалар, икмәк ҡалдыҡтарын улар яратып ашай. Туңмайҙы со­ҡорға ла әүәҫтәр. Ә бына бор­саҡ һәм арпа кеүек куль­тураларҙы бирергә ярамай.
Ҡоштар — баҡсасыларҙың дуҫтары. Ағас ҡайырыларының эсендә йәшеренеп ҡышларға ҡалған бөжәктәрҙе лә сүпләй­ҙәр. Ә яҙ етеү менән был эшкә айырыуса ихлас тотоналар. Әгәр баҡсағыҙҙа ҡоштар оя ҡорһа, уңышығыҙҙың мул булырына шик юҡ. Шуға ла ҡанатлы дуҫтарыбыҙға иҫән-һау ҡыш сығырға ярҙам итәйек.



Вернуться назад