Иң тәмле икмәк ҡайҙа?07.12.2016
Иң тәмле икмәк ҡайҙа?Ошо көндәрҙә республиканың ҡулланыусылар кооперацияһы өсләтә юбилейын билдәләй: Рәсәй Ҡулланыусылар кооперацияһына – 185, Башҡортостанда был тармаҡҡа нигеҙ һалыуға – 145 һәм “Башпотребсоюз”ға 100 йыл тула. Баймаҡ районындағы “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте — республикала тотороҡло эшләп килгән ойошмаларҙың береһе. Йәмғиәт советы рәйесе Фәриҙә Күсәева бының өсөн барлыҡ көсөн һәм тырышлығын һала.
Үҙенең тормошон Фәриҙә Алтынғужа ҡыҙы ҡулланыу кооперацияһы менән 80-се йылдарҙа бәйләй. Баймаҡ рай­поһында официант, һатыусының ярҙам­сыһы булып эш башлай, тауар белгесе вазифаһында ла үҙен һынап ҡарай. Свердловск ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, шунда уҡ өлкән тауар белгесе итеп тәғәйенләнә.
90-сы йылдарҙа Фәриҙә Күсәеваға “Башҡортспорткультторг”тың Баймаҡ филиалын етәкләргә тәҡдим итәләр. Барыһы ла уңышлы бара, әммә Фәриҙә Алтынғужа ҡыҙы ҡулланыусылар кооперацияһындағы эшен һағына. Был өлкәгә ҡайтыу мөмкинлеге тыуғас та, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтен етәкләргә ҡушҡуллап риза була.
Был йылдар ауырға тура килә. Кредитҡа батҡан кешеләр, ауырлыҡтан ҡурҡып, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт иткән ветерандарҙы, коллективты ташлап китә. Нисек кенә булмаһын, мәсьәләне хәл итергә кәрәк. Фәриҙә Алтынғужа ҡыҙы бирешмәй, үҙ көсөнә ышанып, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға, предприятиены бөлгөнлөктән һаҡлап ҡала. Бурыстан ҡотолалар. Ҡасандыр яҡшы тормош эҙләп коллективтан киткән ветерандар Фәриҙә Күсәеваға ышанмауҙарына әле булһа үкенә.
Бөгөн район үҙәгендә һәм ауылдарҙа 25 магазин һанала, шуларҙың бише – ҡалала. Баймаҡ ҡалаһында – кондитер, Темәстә икмәк бешереү цехтары эшләй. Улар тулыһынса йыһазландырылған, яңы ҡорамалдар файҙаланыла. Кондитер һәм кулинар цехтары хеҙмәткәр­ҙәренә лә эш етерлек, заказ буйынса халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләнде­рерлек тәмле аҙыҡ-түлек етештерә улар. 130 кеше ошо өлкәлә эш менән тәьмин ителгән. Шуныһы ҡыуаныслы: эшселәргә, йәш белгестәргә әллә ни ҡытлыҡ юҡ, сөнки һуңғы йылдарҙа йәштәр ҙә сауҙаға күпләп ылыға. Ете машинанан торған автомобилдәр паркы бар. Бында дәүләт ярҙамын яҡшы тойоп эш итәләр, төрлө субсидиялар ҙа бүленә. Әйткәндәй, урындағы үҙидара бүлгән субсидияға лизингка бер икмәк ташыу машинаһы һатып алғандар. Иҫке техниканы ташлап ҡуймайҙар, ә йүнә­теп, эшкә ҡушалар. Техника яңы булғас, продукция халыҡҡа ваҡытында оҙаты­ла. Күптән түгел район үҙәгендә “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙәренә ҙур подвал урыны булдырған.
– Халыҡ бит хәҙер продукцияның хаҡынан бигерәк сифатына өҫтөнлөк бирә. Беҙҙә ихлас, уңған, тырыш халыҡ эшләй, – ти ҡулланыусылар йәмғиәте советы рәйесе Фәриҙә Күсәева. – Баҙар шарттарында ла яңыса эшләргә өйрән­дек. Хәҙер заманаһы башҡа бит, аҡса эшләү мөмкинлеге бихисап. Тик конкуренция ла көслө, быны хеҙмәткәрҙәр яҡшы аңлай, шуға арзан да, сифатлы ла продукция етештерергә тырышабыҙ.
Райондың күп кенә ауылдары магазиндары бөгөн алдынғылар иҫәбендә, сөнки бында үҙ һөнәрен яратып башҡарған һатыусылар эшләй.
Баймаҡ районы ҡулланыусылар йәмғиәте етәкселеге киләсәккә ҙур хыял менән йәшәй, яңы магазин-кафелар асып, байтаҡ эш урыны булдырырға уйлай. Ә тырыш, егәрле етәксеһе менән эшкә бөтмөр, уңған хеҙмәткәрҙәре булған ойошма бер ваҡытта ла һынатмаясаҡ.


Вернуться назад