Күмертау ҡалаһының Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация үҙәге директорының дауалау буйынса урынбаҫары Рәсилә Рәҡип ҡыҙы НИЗАЕВА менән үҙәктең көнитмеше, маҡсаты хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ. – Рәсилә Рәҡип ҡыҙы, үҙәктең эшмәкәрлеге хаҡында ентекләберәк һөйләгеҙ әле. Кемдәр бында ял итә ала? – Беҙҙең реабилитация үҙәге бына 15 йыл инде 18 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡабул итеп, дәүләт бурысын үтәй. Стәрлетамаҡ районының Наумовка ауылында һәм Стәрлебаш ауылында филиалдарыбыҙ бар. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы раҫлаған график буйынса йылына 1598 баланы ҡабул итәбеҙ, һәр заезда 90 кеше ял итә, 21 көн дауалана. Йылына 15 смена ойошторола, ул балалар өсөн бушлай. Һуңғы йылдарҙа санатор-курорт дауалауы менән шөғөлләнеүҙе киңәйтеп, ҡала балаларын, өлкәндәрҙе лә ҡабул итәбеҙ.
– Дауаланыуҙың ниндәй төрҙәре бар? Һеҙҙә һаулығын нығытҡан кешеләр шифаханаларҙан бер ҙә кәм түгел, ти. Шул дөрөҫмө? – Үҙәктә ортопедия, неврология, педиатрия, терапия, диетология, физиотерапия буйынса дауаланыу ойошторолған. Массаж, һыу аҫтында умыртҡа һөйәген һуҙыу, кедр мискәһе, шифалы батҡаҡ, тоҙ шахтаһы бар. Физиотерапия кабинеты заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Балалар гидромассаж ваннаны ла ярата.
Психология-педагогия бүлексәһендә логопед, психолог, социаль педагог ярҙамын алырға була. Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе көнкүрешкә әҙерләү өсөн махсус кабинет бар.
– Балаларҙың ялы нисек ойошторола? – Әлбиттә, балаларҙың буш ваҡыттарында экскурсиялар ойошторола. Ҡаланың иҫтәлекле урындары, китапхана, мәҙәниәт һарайы, музей менән танышыу бик мауыҡтырғыс. Һәр кис төрлө мәҙәни сараларҙан үҙәк гөрләп тора.
– Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды һеҙҙә ҡунаҡта булғайны. Шул хаҡта ни әйтерһегеҙ? – Әлеге ярҙам Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” фонды менән республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы берлектә тормошҡа ашырған “Хыял ҡанаттарында” проектына ярашлы күрһәтелде. 500 мең һумлыҡ махсус спорт йыһаздары, тренажерҙар бүләк ителде. Хәҙер беҙҙең дауалау-физкультура залы иң яҡшы шифаханаларҙыҡынан ҡалышмай. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә махсус белемле инструкторҙар ярҙамында бик ихлас шөғөлләнә. Иң мөһиме, уларҙың сәләмәтлегендә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
– Кемдәр һеҙгә мөрәжәғәт итә ала? – Бығаса 16 район, башлыса республиканың көньяҡ төбәге халҡын ҡабул иттек. Быйылдан тотош республика райондарынан да килә алалар. Тик уларға ғариза менән урындағы социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.