Ҡулдағы сәпсек яҡшыраҡ07.12.2016
Рәсәйҙең Монополияға ҡаршы дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, дәүләт компаниялары ил иҡтисадының 70 процентын үҙ ҡулында тота. Дәүләт милкен хосусилаштырыу планы 2010 – 2015 йылдарҙа ни бары 20 процентҡа үтәлеп, федераль ҡаҙнаға 260 миллиард һум ингән. Дәүләттең 60 меңләп активы бар, ҡаҙнаның да объекттары шул сама, тип хәбәр итә “Ведомости” гәзите.
Был тиклем байлыҡҡа һөҙөмтәле идара итеү мөмкин түгел. Иҡтисадта дәүләт – насар менеджер, ти белгестәр. Тармаҡта дәүләттең өҫтөнлөк итеүе башҡа секторҙарҙың үҫешенә ҡамасаулап, дөйөм алғанда баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренең камиллашыуына етди аяҡ сала. Дәүләт үҙ объекттарын аҫрауға сығымдарҙы күберәк тотонорға мәжбүр. 2015 йылда ғына устав фондтарына иғәнәләргә һәм унитар предприятиеларға субсидиялар тәртибендә 67,5 миллиард һум йүнәлтеүгә ҡарамаҫтан, дивидендтар­ҙы биш тапҡыр кәмерәк алған. Илдә 346 дәүләт унитар предприятиеһы юҡҡа сығыу алдында, 286-һы финанс эшмәкәрлеге менән бөтөнләй шөғөлләнмәй.
Ҡаҙнаға табышты тик 12 компания ғына килтерә. Ғөмүмән, был субъекттарҙың күпселегендә ҡарарҙар тар даирәләрҙә ҡабул ителә, премияларҙы күпләп түләү киң таралған, эшмәкәрлек тураһында хәбәр йәшерелә. Дәүләткә кәрәге булмаған милекте һатыу зарурлығы эксперттар тарафынан йыш телгә алына. Алдағы өс йылда ла дәүләт ҡаҙнаһының сығымдары килемдәрҙән күпкә ҡайтыш булыуы менән бәйле дәүләт милкен хосусилаштырыу – ҡаҙнаны тулыландырыу йәһәтенән иң һөҙөмтәле алым, ти белгестәр. Әйткәндәй, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан хосуси ҡулдарға тапшырыу буйынса әҙерләнгән исемлектә күпселекте Федерация субъекттарының һәм урындағы үҙидараның түбән капитализациялы объекттары биләп тора.
Ҡаҙна ҡытлығын бөтөрөү өсөн милекте хосусилаштырыуҙы ҡыҙыулат­һаҡ, ти “Росимущество” вәкилдәре, 3–5 йылдан дәүләттең үҙ милке ҡалмаясаҡ һәм уны эшҡыуарҙарҙан ҡуртымға алырға тура киләсәк. Башҡа сиселештәр ҙә бар. Мәҫәлән, Юғары иҡтисад мәктәбе профессоры Светлана Авдашева раҫлауынса, хосусилаштырыу тармаҡта хәлде һауыҡты­рыуҙың берҙән-бер юлы түгел. Мәҫәлән, дәүләт милкен ҡуртымға, концессияға бирергә мөмкин.
Һауалағы торнаға ышанып, ҡулдағы сәпсекте ысҡындырмауҙы хуп күрә халыҡ. Етештереү тармаҡта­рының күпселегенең дәүләт ҡулында тупланыуының етди сәбәптәре бар, һәм уның нигеҙендә донъя тарихында осрамаған социализмдан һуңғы етештереү-бүлеү мөнәсәбәттәре ята. Дәүләт, насар менеджер булыуға ҡарамаҫтан, социаль йөкләмәләрен үтәүҙән баш тарта алмай, ә бына хосуси милексенең ундай йөкләмәһе юҡ.


Вернуться назад