Һуңғы осорҙа гәзит, яңы һулыш алып, эстәлеге байып сыға башланы. Ошо үҙгәрештәргә ҡарата ҡайһы бер теләктәремде, уй-фекерҙәремде гәзит уҡыусыларға ла еткергем килә.
Баҫманың тиражы йылдан-йыл кәмей барыуы борсоуға һала. Халыҡ гәзит уҡырға, алдырырға ҡаршы түгел, тик ваҡытында уларҙы иҫкәртеп тороу кәрәк, минеңсә. Был эшкә ауыл хакимиәттәрен, район, төрлө ойошма етәкселеген йәлеп иткәндә һәйбәт булыр ине. Ни өсөндөр ауылдарҙа хужалыҡ етәкселәре лә был мөһим эштән ситтә ҡала. Ҡайһы ваҡыт шул кеше тураһында мәҡәлә баҫылған тиһәң, аптырайҙар, сөнки үҙҙәре лә уҡымай, күрәһең. Элек беҙ хужалыҡта эшләүселәргә хеҙмәт хаҡы иҫәбенә матбуғатҡа яҙҙырыуҙы ойоштора торғайныҡ. Тағы бер мөһим мәсьәлә: төрлө тармаҡ белгестәре ни эшләптер яңылыҡтар тураһында мәҡәләләрҙе аҙ яҙа. Ә уҡыусының фән яңылыҡтарын да белгеһе килә, улар барҙыр бит?!
Әмирхан САЛАУАТОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Хәйбулла районы.