Өфөлә производствола ҡаты имгәнгән кешеләргә өр-яңы машина асҡыстары тапшырылды. “Лада Гранта” маркалы автомобиль заказ буйынса эшләнгән һәм махсус ҡорамал менән йыһазландырылған. Элегерәк инвалидтарға “Запорожец”, “Ока” машиналары тапшырыла ине. Бындай автомобилдәрҙә автоматлаштырылған тиҙлекте алмаштырыу ҡумтаһы хаҡында һүҙ ҙә булманы. Социаль страховка фонды инвалидтарға бүлгән әлеге “Лада Гранта” шәхси параметрҙарҙы, яңы хужаларҙың һаулыҡ мөмкинлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән.
Законға ярашлы, инвалидтар автомобилде бушлай ремонтлатыу, квартал һайын яғыулыҡ менән тәьмин ителеү хоҡуғына эйә. Тағы ла бер үҙенсәлек – машина түләүһеҙ яңыртыла. Йәғни инвалид ете йылдан яңы автомобиль алыу мөмкинлегенә эйә.