“Тәмле” бүләк Гөлсөмгә эләкте07.12.2016
“Тәмле” бүләк Гөлсөмгә эләкте
Октябрь аҙағында гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында интернет-бәйге иғлан иткәйнек. Шарттар буйынса Интернет селтәренең “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ултырғандар “Башҡортостан” гәзитенең рәсми төркөмөнә теркәлеп, үҙ диуарына репост эшләргә тейеш ине. Ә бүләккә “татлы коллекция” вәғәҙәләгәйнек.

Ниһайәт, бер ай барған бәйгелә 106 кеше ҡатнашып, ҡыштың беренсе көнөндә Random приложениеһы ярҙамында тәмле бүләккә эйә булыусы асыҡланды. Ҡыҙыҡлы бәйгегә ҡушылған бар сәмлеләр, афарин! Шулай итеп, еңеүсебеҙ – Өфө ҡалаһынан Гөлсөм Теләүсина! Ҡотлайбыҙ, Гөлсөм! Ҡышҡы иртәләге сәй табындарығыҙ бәрәкәтле булһын!
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы уҡып барайыҡ. “Башҡортостан” гәзите ойошторған матур бәйгеләрҙә лә ҡатнашырға онотмағыҙ! Әйткәндәй, тиҙҙән селфи-бәйгегә лә йомғаҡ яһаласаҡ. Уның шарттары менән баҫмабыҙҙың Интернет селтәрендәге рәсми төркөмөндә танышырға мөмкин. Дәртлерәк, әүҙемерәк булығыҙ. Бәлки, киләһе еңеүсебеҙ нәҡ һеҙ булырһығыҙ!



Вернуться назад