Ололар яңғыҙ ҡалмаҫ07.12.2016
Ололар яңғыҙ ҡалмаҫ
Бөгөнгө Рәсәйҙәге көнүҙәк темаларҙың береһе – ҡарауһыҙ ҡалған ҡарттарҙы яңы ғаиләләргә ҡабул итеүҙе ҡанунлаштырыу. Күптән түгел Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ла шул туралағы закон проектын тикшерҙе.
Был эш үҙ-үҙен хеҙмәт­лән­дереү һәләтен юғалтҡан оло йәштәге кеше, рес­публиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, ҡарауға алыусы ғаилә араһында, йәғни өс яҡлы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул һәр яҡ өсөн дә отошло булырға тейеш. Ни яҡтары менән?
– Әле Рәсәйҙә халыҡтың хеҙмәт йәшенән олораҡ өлөшө 23,5 процент булһа, 2021 йылға был күрһәткес 26,7 процентҡа етәсәк тип күҙаллана, – тине министр урынбаҫары Ольга Кабанова, депутаттар алдында сығыш яһап. – Һөҙөмтәлә социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж кешеләр һаны ла арта бара. Башҡортостанда 2008 йылда ундайҙар 224 мең кеше булһа, былтыр ошо күрһәткес 384 меңгә етте. Уларҙың күпселеген ҡарттар һәм инвалидтар тәшкил итә.
Тимәк, яңы ҡанундың үтәлеше дәүләт ҡаҙнаһына көсөргәнешлекте кәметәсәк. Ҡабул иткән ғаиләгә иһә айлыҡ пособие түләнәсәк. Быйылға уның күләме 6 200 һум тәшкил итә. Әгәр ҙә аҫрауға алынған кеше беренсе төркөм инвалиды йәки йәше 80-дән уҙған икән, сумма 30 процентҡа арттырыла. Бында бер шарт ҡуйыла: ғаилә ҡабул итеп алған бабай йәки әбей туған-тыумаса булырға тейеш түгел, йәғни ҡарт атай-әсәйеңде йәки оло йәштәге ағай-апайыңды ҡара­ған өсөн дәүләт ярҙа­мына өмөт итеү килеп сыҡмаясаҡ. Шуныһы ла бар: башҡа төбәк­тәрҙән айырмалы рәүештә, беҙҙең республика законы проектында ғаиләгә алынған ҡарт кеше теләһә ҡайҙан түгел, ә мотлаҡ стационар учреждениенан (ҡарттар йортонан) булырға тейешлеге тура­һында әйтелгән. Йә булмаһа, шундай урынға йүнәлтмәһе булыуы зарур. Бер ғаиләгә өстән дә артыҡ кеше алыу тыйыла.
Был ҡанунды тормошҡа ашырыу өсөн 2016 йылда республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 785,6 мең һум аҡса кәрәк буласаҡ. Был сумма “Башҡортостан Республи­каһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһының “Ҡараусылар хеҙмәтен ойоштороу” тигән өлөшөндә ҡа­ралған да инде. Тимәк, финанслау йәһәтенән тотҡар­лыҡ тыумаҫҡа тейеш.
Хәҙерге ваҡытта ошондай хәлдә ҡалған ҡарттарҙы һәм инвалидтарҙы ҡабул иткән ғаиләләр Рәсәйҙең 27 төбәгендә ойошторолған, шуларҙың ун икеһендә был эш урындағы парламенттар тарафынан ҡанунлаш­тырыл­ған. Уларҙағы тәжрибә күрһә­теүенсә, бындай ғаиләләр һаны арта бара.


Вернуться назад