Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ06.12.2016
Өфө ҡалаһында йәшәгән хөрмәтле класташыбыҙ Сәмәрә Ғариф ҡыҙы Ғәлимова-Хәмитованы 65 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ул БДУ-ны тамамлағандан һуң дүрт тиҫтә йыл балалар баҡсаһында, Рәми Ғарипов исе­мен­дәге 1-се баш­ҡорт гимназия-интернатында, шунан Республика Башҡорт лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләне. Тыуған ояһынан иртә осоп сыҡҡан ҡошсоҡтарҙы — үҙ уҡыусыларын йөрәк йылыһын, күңел изгелеген йәлләмәй шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һалды. Уның тормош мәктәбен үткәндәрҙең барыһы тиерлек юғары белем эстәп, яҡшы ғаилә ҡороп, аҡыллы балалар үҫтерә. Рәхмәтле уҡыусылары яратҡан апайҙарын әле лә ихтирамдан, иғтибарҙан өҙмәй, йә шифаханала ял ойошторалар, йә иң яҡшы табиптарға күрһәтәләр. Беҙ һәм уның Гөлнур ҡыҙы Сәмәрә Ғариф ҡыҙының ауырлыҡтарға бирешмәй йәшәүенә, оло ихтыяр көсөнә, аҡылына һоҡланабыҙ, өлгө алабыҙ. Киләсәктә ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бәрәкәтле мул тормош теләйбеҙ.

Иң изге теләктәр менән Рәйлә,
Венера, Заря инәй.


Вернуться назад