Оҫтаның да оҫтаһы27.03.2012
Фәйрүзә Тажетдинова матур тәбиғәтле Эйек йылғаһы буйындағы Бикбулат ауылында үҫә. Өфө полиграфия училищеһында белем алғас, юллама менән Аҡъярға ебәрелә.
Эшкә тилбер ҡыҙҙы тиҙҙән Мораҡҡа күсерәләр, ә бер аҙҙан Күгәрсен районының типографияһына директор итеп ҡуялар. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, яуаплы эшкә ең һыҙғанып тотона, оҫта ойоштороусы булып таныла.
Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы тормошҡа сыҡҡас, биш балаға ғүмер бүләк итә. Иң өлкәне Азамат бөгөн инженер-программист булып эшләй. Тормош гел генә тыныс бармай шул. Ҡыҙы Гөлназ, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын ҡыҙыл дипломға тамамлап, матур ғына эшләп йөрөгән сағында, юл фажиғәһендә вафат була. Фәйрүзә шул ҡайғыларҙан һынмай, үҙендә көс табып, балалары өсөн йәшәй, донъя көтә. Өсөнсө ҡыҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшләй, бәләкәстәре Илүзә менән Азалия Мораҡ башҡорт гимназияһында белем ала.
Фәйрүзә Ҡаһарман ҡыҙы бына өс тиҫтә йылдан ашыу “Хеҙмәткә дан” дәүләт унитар предприятиеһына етәкселек итә. Тырыш хеҙмәте өсөн күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнде ул.
Үҙ эшенең оҫтаһы, тиҙәр уның хаҡында хеҙмәттәштәре.
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.
Күгәрсен районы.


Вернуться назад