Нурлы йөҙлө Әлфиә27.03.2012
Нурлы йөҙлө Әлфиә– Әлфиә апай, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә концерт әҙерләргә йыйынабыҙ. Беҙгә материал табышырға ярҙам итмәҫһегеҙме икән?
Ана шундай үтенес менән Иҫке Бәпес ауыл китапханаһына уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә йыш килә. Бында уларҙы китапханасы Әлфиә Байдәүләтова һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршы ала, ихлас күңелдән ярҙам итә.
Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы үҙ эшен яратып башҡара. Төрлө-гәзит журналдарҙан фәһемле материалдарҙы йыйып бара. Айырыуса байрамдар яҡынлаша башлаһа, берәй сара үткәрергә булһалар, шул кәрәк ине, был булмаҫмы тигәнерәк һорауҙар менән йыш киләләр. Китапханала ойошторолған “Кәрәҙ” исемле шиғриәт клубы ла уңышлы эшләй. Алсаҡ йөҙлө апайҙары балаларға ижад серҙәре тураһында һөйләй, әҙиптәрҙе ҡунаҡҡа саҡыра. Ғайса Хөсәйенов, Барый Ноғоманов, Рәмзәнә Әбүталипова менән булған фәһемле осрашыуҙы ауыл халҡы һаман һағынып хәтерләй.
Үҙ эшенән йәм табып, ауыл халҡының тормошон йәмләп йәшәй Әлфиә Әсҡәт ҡыҙы.
Х. ӘХМӘТОВ.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Вернуться назад