Төнгө хужа06.12.2016
Төнгө хужа
Был ҡоштоң исеме сәйер яңғырай — ябалаҡ. Ул сыбар төҫтә, башында “ҡолаҡтары” — ослайып торған ҡауырһын шәлкемдәре бар.
Күҙҙәре ҡыҙғылт-һары, туп-тура ҡарап тора, тырнаҡтары эре, ҡуңыр төҫтә. Томшоғо ҙур, бер аҙ бөкрө. Йөнө ҡуңыр ерәндән алып алтындай йылҡылдап торған төҫкәсә, ҡабырғаларында, ҡорһа­ғында ҡуйы ҡара “һүрәттәре” лә бар. Көнбайыш Себерҙә ҙур аҡ­һыл төҫтә, далаларҙа бәләкәйерәк балсыҡ төҫөндәге ябалаҡтарҙы осратырға мөмкин. Кәүҙәгә ярай­һы уҡ ҙур булһа ла, улар тауыш-тынһыҙ оса. Кискә табан ултыр­ғанда ғына “һупылдап” ҡуя.
Ябалаҡ – төрлө тәбиғәт шарттарына тиҙ яраҡлашып китеүсе ҡош: төньяҡтың бейек тауҙарының һалҡынын да, Сахара менән Төркмәнстандың эҫелеген дә берҙәй яҡшы кисерә. Был ҡоштоң төп аҙығы — кимереүселәр, ваҡ йыртҡыстар, ҡоштар, ҡуяндар. Ояһы ябай соҡорҙо хәтерләтә, уны инә ҡош урман тупрағында, мүкле һаҙлыҡта соҡоп яһай. Ағас ҡыуышлығын да һайлауы мөмкин. Ғәҙәттә, ул ике-дүрт йомортҡа һала.
Ябалаҡ ҡояш байығас ҡына теремекләнә. Ул тауыш-тынһыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән таштарға, ағастарға ултыра-ултыра үҙенең һунар биләмәһен байҡап йөрөй. Уның бер үк ерҙә оҙаҡ йылдар оя ҡороуы, пары үлгәндә лә был урындан китмәй ҡалыуы билдәле.


Вернуться назад