Ҡыҙыл түшелдерек, ҡара бүрек...06.12.2016
Ҡыҙыл түшелдерек, ҡара бүрек...
Ҡупшыҡай ҡыҙылтүште башҡа бер ҡош менән дә бутау мөмкин түгел. Бигерәк сағыу шул ап-аҡ ҡарға күмелгән ағас ботағында ултырған ҡып-ҡыҙыл түшелдерекле, ҡара бүрекле ҡошҡай.
Беҙҙең яҡтарға улар көҙөн-ҡышын әскелтем миләш, балан емештәрен ауыҙ итергә, саған ағасы бөрөләрен сүпләп туҡланырға ҡайта. Ҡыштың икенсе яртыһында Уралдың һалҡын, ҡарлы-буранлы ҡышынан туйып, әкренләп көньяҡҡа табан юл алалар.
Йәй һуҙымында күкһел зәңгәр төҫтәге ваҡ ҡына төрткөләр менән ҡапланған йомортҡа һалалар. Инә ҡош уларҙы 13—15 көн тирәһе баҫып ултыра. Атаһы ашарға ташый, һирәк-һаяҡ инәһен алмаштыра. Ҡошсоҡтар май айында һәм июндең беренсе яртыһында донъя күрә. Ояла 15-16 көн тирәһе йәшәйҙәр. Уларҙы ҡоштар алмашлап туйҙыра.
Улар — йырсы ҡош. Инәләре бигерәк тә оҫта була: ҡайһылары башҡа ҡоштарҙың һыҙғырыуын отоп алып та ҡабатлай. Европа илдәрендә элек-электән моңло һайрарға өйрәтеү алымдары ҡулланылған. Ҡанаттары нығынып бөтмәгән ҡошсоҡтарҙы оянан алып өйрәткәндәр.
Башҡортостан — төрлө ҡоштарға бай төбәк. Беҙҙең яҡтарҙы ваҡытлыса төйәк иткән ҡыҙылтүш ҡыш көнө тирә-яғыбыҙҙы биҙәй.


Вернуться назад