Янут – урман эте06.12.2016
Янут – урман эте
Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығына янут этен тәүге тапҡыр 1935 йылда килтерәләр. Ә егерме йылдан һуң Нуриман районына ебәрәләр. Һуңғыһы һөҙөмтәлерәк була, һәм был эт үрсеп тирә-яҡҡа тарала башлай.
Икенсе төрлө уны урман эте лә тиҙәр. Эт ҙурлығы менән төлкөнән әллә ни айырылмай. Шулай ҙа уларҙы бутау мөмкин түгел. Янут ҡыҫҡа йөнтәҫ ҡойроҡло, ҡараһыу-һоро төҫтә, ҡыҫҡа аяҡлы.
Башҡа эт төркөмөнә ҡараған йәнлектәр (бүре, төлкө һәм башҡалар) менән сағыштырғанда, урман этенең аҙығында һыу буйы тереклеге өҫтөнлөк итә. Һаҙлыҡлы урынды төйәк итергә яратҡан был йыртҡыс күберәк тәлмәрйен, кеҫәртке тота, ҡош-ҡорт ояларын туҙҙыра.
Тағы бер үҙенсәлеге бар: ҡышҡы йоҡоға тала. Ләкин серем итеүе һаҡ, өҙөк-өҙөк була, шуға ла уны йоҡо тип тә булмайҙыр. Яҙҙың тәүге нурҙары ерҙе йылыта башлағас та һунарға сыға.
Көсөкләү, ҡышҡы йоҡоға талыу өсөн ағас ҡыуыштарын, ташландыҡ өңдәрҙе һайлай. Бер юлы бер – биш көсөк табырға һәләтле. Көсөк­тәре, эт ғаиләһенә ҡараған барлыҡ йәнлектәрҙеке һымаҡ уҡ, “һуҡыр” булып тыуа. Күҙҙәре асылыу менән һунар ҡомары уяна, тирә-яҡтағы бөжәктәргә һөжүм итә башлайҙар.
Башҡортостанда тәүҙә янут эте Ағиҙел йылғаһының урта өлөшөндә таралһа, хәҙер иһә уны Белорет, Бөр­йән яҡтарында ла осратырға мөмкин. Бигерәк тә ул төньяҡ-көнсығыш райондарҙа күпләп үрсене.
Беҙҙә быға ҡараш төрлөсә. Ҡайһы бер белгестәр уны үрсетеү яҡлы. Сәнәғәт өсөн дә был отошло: тиреһе әллә ни ҡиммәт түгел, унан тегелгән әйберҙәр йылы. Икенсе төркөм тәбиғәт һаҡсыларын башҡа нимә борсой: ҡотороу сиренә тиҙ бирешә, трихинеллез ауырыуын йөрөтә, күп осраҡта шуның сығанағы булып тора. Шулай уҡ ҡош-ҡорт йоморт­ҡаларын һәм ҡошсоҡтарҙы күпләп ашай.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙә урман эте үрсеп, республика фауна­һында үҙ урынын тапты.


Вернуться назад