Ҡырмыҫҡалар нисек һөйләшә?06.12.2016
Ҡырмыҫҡалар  нисек һөйләшә?
Беҙ, кешеләр, үҙебеҙҙе генә аҡыллы тип һанайбыҙ. Йәнәһе, уйлай ҙа беләбеҙ, һөйләшәбеҙ ҙә. Ә бит тәбиғәттә бөтә йән эйәһе лә аралаша, ҡырыҫ шарттарҙа йәшәй, ишәйә ала икән, тимәк, аҡылдары ла үҙҙәренә етә. Мәҫәлән, ҡырмыҫҡаларҙы ғына алайыҡ.

Японияның Хоккайдо утрауында белгестәр, был бәләкәй генә йән эйәләрен тикшереп, иҫ киткес асыш яһаған. Баҡһаң, бындағы 45 мең ҡырмыҫҡа иләүенең һәр береһе бер квадрат майҙанды алып тора икән, ә иң ҡыҙығы — улар ер аҫты юлдары аша бер-береһе менән тоташҡан. Тимәк, аралашып тереклек итәләр!
Ғөмүмән, ҡырмыҫҡаларҙың үҙҙәренә генә хас теле бар. Бер-береһен ҡурҡыныс янағанда иҫкәртә, аҙыҡты ҡайҙан һәм ҡасан әҙерләргә кәрәклеген аңлата. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың телен феромон тигән химик матдә алмаштыра икән. Йөрөгән саҡта күҙәтеүсе ҡырмыҫҡа (“вазифа” буйынса улар төрлө төркөмгә бүленә) феромонлы эҙ ҡалдырып бара. Әйткәндәй, төрлө “һүҙ”гә (шартҡа) төрлө феромон тура килә. Шундай эҙҙәрҙе күреүгә, эшсе ҡырмыҫҡалар үҙҙәренә мөһим мәғлүмәт ала һәм ни эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлай. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ: феромон еҫенә айырым бер төркөм ҡырмыҫ­ҡалар ғына иғтибар итә. Бүтәндәре башҡа телдә аралаша. Хатта үлгән ҡырмыҫҡа ла феромон бүлә икән. Шуға эшсе ҡырмыҫҡалар уны тере һымаҡ күрә. Тик еҫе килә башлағас ҡына (үҙенсәлекле һелте бүленә), уны “ҡәберлек”кә сығаралар. Әгәр ошо һелтегә тере ҡырмыҫҡа буялһа, уны ла ҡыуалар, башҡаса иләүгә индер­мәйҙәр. Тик химик матдәнең еҫе бөткәс кенә, был ҡырмыҫҡа башҡаларға ҡушыла ала.


Вернуться назад