“Йомшаҡ” йомғаҡ06.12.2016
“Йомшаҡ” йомғаҡ Терпе лә үҙ балаһын “йомшағым” тип ярата, ти. Ысынлап та, энәләре булһа ла, үҙҙәрен яратырлыҡ шул. Бер кемде лә битараф ҡалдырмай улар. Бигерәк тә балаларҙы. Сабыйҙар терпеләр тураһында йәнһүрәттәрҙе яратып ҡарай, йотлоғоп шиғырҙар тыңлай. Ә беҙ һуң, өлкәндәр, был йәнлектәр тураһында нимә беләбеҙ?
Ябай терпе, йәғни фәнни тел менән әйткәндә, Көнбайыш Европа терпеһе һоро күкрәкле булараҡ билдәле. Энәләре ҡараһыу һоро төҫтә, ҡорһаҡ өлөшө ошондай уҡ төҫтәге ҡыҫҡа ғына йөн менән ҡапланған. Кәүҙә оҙонлоғо уртаса 13,5 – 26,5 сантиметр, ауырлығы – 700 – 1000 грамм. Биш бармаҡлы тәпәйҙәре осонда осло тырнаҡтары була: 2-се, 3-сө, 4-се бармаҡтары бер оҙонлоҡта, ә 1-се, 5-се бармаҡ­тары ҡыҫҡараҡ. Артҡы тәпәйҙәре алдағыларына ҡарағанда оҙонораҡ, ләкин бер үк ҡалынлыҡта. Тәне 20 миллиметрлыҡ энәләр менән ҡапланған. Терпенең энәһенең һаны кәмендә – биш мең.
Был йәнлектең үҙенсәлеге, уның киң таралыуының сере – ашауға талымһыҙ булыуында. Аҙығы шунан ғибәрәт: селәүсенде, тәлмәрйенде ярата, ҡоштарҙан, сысҡандарҙан баш тартмай, көслө тештәре ҡош йомортҡаларын һыта, сәтләүектәрҙе вата, бәшмәк, еләк-емеш менән хушһына.
Терпеләрҙең аталаныу ваҡыты апрелдән алып авгусҡаса бара, балалары май менән октябрь араһында тыуа. Инә терпе 31 – 49 көн дауамында йөклө йөрөй. Балалары тыуған саҡта уларҙың энәләре йоҡа ғына тире менән ҡапланған була. Тыуғас, йомшаҡ ҡына 150 аҡ энәһе сыға. Ә 36 сәғәттән һуң инде ҡараһыу төҫтәге башҡа энәләре ҡалҡа. Бер аҙҙан энәләре тағы арта. Инә терпе бер – туғыҙ бала таба. Ике төрлө оялары була: йәйге һәм ҡышҡы. Ҡышҡы­һында октябрҙән апрелгәсә йоҡлайҙар, ләкин йоҡолары ҡыҫҡа һәм уяу, донъяларын онотмайҙар. Ояларын төрлө ерҙә ҡоралар. Бигерәк тә ҡыуаҡлыҡтарҙы, һирәк ағаслы урындарҙы, ҡуйы үләнле тигеҙлектәрҙе яраталар.
Терпеләр энәләре менән һаҡлана, тибеҙ. Юҡ, улай ғына түгел икән шул, улар дошмандарынан эстәрендә йыйылған һаҫыҡ тынды, газды сығарып та һаҡлана, имеш. Улар тағы ла әсе, һаҫыҡ еҫ килгән урындарҙа аунап (үлгән ҡош, серегән алма һ.б.), ул ерҙәрҙе ялап, танау осо менән ошо һаҫыҡты арҡаһы буйлап энәләренә йүгертә. Биологтарҙың билдәләүенсә, был уларҙы паразит бөжәктәрҙән, хатта ауырыуҙарҙан да һаҡлай.
Энәләре лә үҙенсәлекле. Энәнең ярым ҡыуыш эсендә айырым ка­мералар була. Һәр береһенә мускул беркетелгән. Улар энәләрҙе бер күтәрә, бер төшөрә. Ҡурҡыныс тыуғанда энәләр арҡыс-торҡос килә. Был инде уның тәненә үтеп инерлек түгел, тигән һүҙ. Шарға бөгәрләнеп, терпе юғары бейек­лектән дә ҡолай ала.
Йыш ҡына баҡсасылар, терпеләр арҡаһында алма урлай, ти. Йәнәһе, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ йыя инде. Энәләренә алма ҡаҙап йүгергән терпеләр шулай уҡ йәнһүрәттәрҙә, балалар китаптарындағы һүрәт­тәрҙә лә күренә. Ләкин биологтар киреһен һөйләй: терпегә күп алма бер нимәгә лә кәрәкмәй, сөнки улар төрлө аҙыҡ менән ҡорһаҡтарын тултырып, май йыйып, ҡышҡы йоҡоға тала. Ошо уларға имен булыуға етә. Ә бына был йән эйәләренән файҙа күп: ҡайһы йылдарҙа баҡсаларҙа сысҡан үрсей, терпеләр – уларҙың дошманы. Улар хатта йыландарҙы ла бөтөрә.

• Терпеләр ғаиләһенә 19 төр ҡарай. Шуларҙың дүртәүһе (Ер шарының йылы яғында) – энәһеҙ. Улар йоҡламай, йыл буйы балаларға һәләтле.

• Даур төркөмөнә ингән терпеләр Байкал аръяғы далаларында йәшәй. Улар бурһыҡ һәм йомрандар өңөндә оя ҡора. Хәҙер бик аҙ ҡалғандар, шуға ла Ҡыҙыл китапҡа индерелгәндәр.

• Терпе көндөҙ йоҡлай, кискә табан һунарға сыға.

• Яланғас терпеләрҙең ҡорһаҡ йөндәре йомшаҡ, ҡолаҡтары оҙонораҡ була. Улар сысҡандар ғаиләһенә ҡараған кимереүселәргә оҡшаш.

• Терпене ағыу алмай тиерлек, шуға ағыу сәскән йыландарға ла һөжүм итәләр. Бының серен әлегә ғалимдар аса алмай.

• Был йәнлектәр ерҙәге һағыҙаҡ ояһын да туҙҙыра һәм хужаларын ашап бөтә ала. Уларҙың энәһе аша һағыҙаҡтарҙың “тештәре” үтмәй.

• Терпе йорт шарттарында үҙен яҡшы тоя. Һөт, икмәк менән туҡланып, хатта ҡырҙағыларға ҡарағанда ике-өс йылға артығыраҡ та йәшәй.

• Европала һәм Америкала терпеләрҙе айырым клиникала дауалайҙар. Ә уларҙы тапҡан кешене бүләк көтә. Дауаланған йәнлекте йәшәгән урынына кире ебәрәләр.

• Ҡышларға ятҡан терпе йомғаҡҡа урала. Шуға ла улар ояһындағы йылылыҡ “йәшәү минимумы”нан төшмәй (плюс 5-6 градус).

• Ата терпе бала тәрбиәләүҙә ҡатнашмай. Инәһе һунарға киткәндә балаларын япраҡ менән ҡаплай.

• Терпе сабыйҙарын 1,5 ай имеҙгәс, уларҙы үҙе артынан эйәртеп йөрөй.

• Ҡар аҙ ятҡан ерҙә терпе, яҙҙың тәүге йылыһын тойоу менән, яҙ ныҡлап етте икән, тип иртә уяна. Аҙыҡ булмауын күреп, май күберәк йыйған олораҡтары кире йоҡоға тала. Ә бына тәжрибәһе булмаған йәштәре ошо осорҙа үлә.


Вернуться назад