Матур ғаилә27.03.2012
Матур ғаиләМөхәббәтле ғаиләне ғүмер миҙгелдәренең дауыллы осорҙары ла ҡаҡшата алмай, уларҙың балалары ла бәхетле булып үҫә.
Ахун ауылында йәшәүсе Ғәзизә менән Миңлебай Тажетдиновтар алтмыш йылдан ашыу бәхетле ғүмер кисерә. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар “Йүрүҙән”, “Һарғамыш” совхоздарында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Хисапсы ла, бригадир ҙа була. Ә Ғәзизә апай – хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы. Өй түрендәге бихисап Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары уларҙың тырыш хеҙмәте хаҡында һөйләй.
Матур ғаиләлә ете бала буй еткерҙе. Хәҙер улар үҙҙәре атай-әсәй инде. Миңлебай ағай менән Ғәзизә апай балаларының шатлыҡтарына, уңыштарына ҡыуанып бөтә алмай.
Ирина ИЛГИЗОВА.
Салауат районы.



Вернуться назад