Яуызлыҡтың нигеҙе нимә?06.12.2016
Донъялағы иң аңлашылмаған нәмә – һалым шкалаһы.
Альберт ЭЙНШТЕЙН.
***
Финанс эшмәкәрлеге – сәнғәтме ул, фәнме, белмәҫһең...
Амброз БРИС.
***
Хаҡ – тауарҙың ысын ҡиммәтенә намыҫтың йоҡлауын ҡушыуҙан килеп сыҡҡан сумма.
Амброз БРИС.
***
Йыш килгән ҡунаҡтан ҡотолайым тиһәң, уға бурысҡа аҡса биреп тор.
Бенджамин ФРАНКЛИН.
***
Бухгалтерия – математиканың аҡылды еңеүе ул.
Владимир БОРИСОВ.
***
Тотороҡло бюджет бер ҡасан да тотороҡло булмай.
Гюстав ФЛОБЕР.
***
Байҙар донъялағы иң мөһим нәмә мөхәббәт тип уйлай, ә фәҡирҙәр, исмаһам, аҡса икәнлеген аныҡ белә.
Джералд БРЕНАН.
***
Иҡтисад – сикләнгән ресурстар ярҙамында сикләнмәгән ихтыяжды ҡәнәғәтләндерә белеүсе сәнғәт.
Лоренс ПИТЕР.
***
Бәхәсләшер алдынан, әйҙәгеҙ, һанап ҡарайыҡ.
Вильгельм ЛЕЙБНИЦ.
***
Аҡса – барлыҡ яуызлыҡтың нигеҙе. Аҡсаһыҙлыҡ тураһында ла шулай тип әйтергә мөмкин.
Сэмюэл БАТЛЕР.
***
Аҡсаһыҙ эшләргә мөмкин булған берҙән-бер эш – бурысҡа батыу.
Хайнц ШЕНК.
***
Аҡсаның артынан ҡыуырға ярамай, уның ҡаршыһына сығырға кәрәк.
Аристотель ОНАССИС.
***
Аҡса – терпе кеүек: эләктереп алырға мөмкин әле, ләкин ҡулда оҙаҡ тотоуы...
Клавдий ЭЛИАН.