Сүплек – ваҡ эш түгел06.12.2016
Башҡортостанда сүплектәрҙе тергеҙеү буйынса программа әҙерләнә башлаясаҡ. Был турала Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашҡанында белдерҙе.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары ауыл-ҡалалар янында рөхсәтһеҙ булдырылған сүплектәргә бәйле хәлде ике йылдан ашыу өйрәнә. Ҡайҙа ла бер үк проблема – сүп-сар ташып өйөлә лә эшкәртелмәй. Һөҙөмтәһе билдәле: бындай яуапһыҙлыҡ йыш ҡына экологик проблемаларға сәбәпсе була.
Шуға ла Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға арналасаҡ 2017 йылда сүплектәрҙе тергеҙеү буйынса республика программаһын әҙерләргә тәҡдим итте. Бының өсөн аҡсаны әйләнә-тирәне бысратҡан өсөн предприятие һәм ойошмалар түләгән штрафтар иҫәбенән алырға мөмкин. Ижтимағи хәрәкәт әүҙемселәре иҫәпләүенсә, был йылына яҡынса 400 миллион һум тигән һүҙ.
– Халыҡ күңелендә тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү мөһим, – тине Рөстәм Хәмитов. – Көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү автомобиль йөрөтөү мәҙәниәтенә оҡшаш.
Республика Башлығы бынан ике тиҫтә йыл элек, Башҡортостандың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры булған сағында, заманса полигондар төҙөү буйынса эш башлап йөрөгәне хаҡында һөйләне. Ул ваҡытта республикабыҙ илдә ошо тема менән әүҙем шөғөлләнгән төбәктәрҙең береһе ине. Артабан әлеге йүнәлештең әһәмиәтһеҙ тип табылыуы арҡаһында хәҙер законһыҙ сүплектәргә ҡаршы көрәшергә тура килә.
– Власть әһелдәренең замандан артта ҡалыуын һәм ҡалдыҡтарҙы күмеү өсөн дөрөҫ йыһазландырылған майҙансыҡтар булдырмауын танырға тура килә. Объекттарҙы контролгә алыуығыҙ яҡшы, әлбиттә. Беҙ һеҙгә ярҙам итәсәкбеҙ һәм күмәкләп тәртип урынлаштырыуға өлгәшәсәкбеҙ. Рөхсәтһеҙ сүплектәр – криминаль структуралар өсөн ҙур килем сығанағы, шуға күрә көрәштең бик ҡаты булыуы ихтимал, – тине Рөстәм Хәмитов. – Экологик полицияның форматы тураһында уйларға, тәбиғәт һағында торған отрядтар, дружиналар мәсьәләһенә кире ҡайтырға кәрәк.