Атайым айыу алып ҡайтҡайны...27.03.2012
“Бәпәйҙәремде...” Атайым баш осома килеп, маңлайымдан үбеп ала. Мин уянһам да, күҙҙәремде асмай, иркәләнеп ятам. Һуң ғына эштән ҡайтҡан атайым һәр беребеҙҙе, ҡыҙҙарын, шулай яратып сыға.
Өй эсе таҙа, бөхтә, тәмле аш еҫе таралған. Әсәйем һалма әҙерләй, атайым ҡурайҙа уйнай. “Сибай”, “Урал” кеүек башҡорт халыҡ йырҙарынан һуң, бейеү көйҙәренә күсә. Мин, онотолоп китеп, ҡурай моңонда бәүеләм...
Был төш түгел, ә минең бала сағым, бәхетле бала сағым! Тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, уфтанмай, зарланмай, алты ҡыҙын ҡарап үҫтергән атайым Данияр Латиф улы, әсәйем Мәстүрә Ҡәнзәфәр ҡыҙы Моратовтарға сикһеҙ рәхмәтлемен. Атайым, урман ҡарауылсыһы, көнө-төнө эштә булды. Яҙын ағас ултыртты, йәйен һирәкләне, төрлө дарыу үләнен йыйып тапшырыу тиһеңме... Һунарсы ла булды ул. Ауылға айыу, бүре балаларын алып ҡайтып, кешегә тамаша ҡуя ине. Кәртә тулы мал, ҡош-ҡорт аҫранылар, ҡуянын да, бал ҡортон да тотто улар. Әсәйем оҫта хужабикә, яғымлы булды. Шәлен дә бәйләне, күлдәктәрҙе лә беҙгә үҙе тегеп кейҙерә торғайны.
Атайым данлыҡлы ҡурайсы ла ине. Тирә-яҡта уны “ҡурайсы Данияр” тип йөрөтәләр. 1969 йылда Өфөлә республиканың 50 йыллыҡ юбилейына арналған смотр-концертта ҡатнаша, һуңынан шул уҡ коллектив менән баш ҡалабыҙ Мәскәүгә һәм Ленинградҡа ла концерт менән баралар.
Атайым 33 йыл урман ҡарауылсыһы булып эшләне. Уның Маҡтау ҡағыҙҙары, приздары, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашҡан өсөн алған бүләктәре бихисап.
Беҙ алты ҡыҙ үҫтек. Ел-ямғыр теймәй, ҡаҡмай-һуҡмай, тыныс мөхиттә тәрбиәләндек. Барлыҡ ир-ат та минең атайым һымаҡ булһа ине.
Камила ХӘЙРИЗАМАНОВА.
Йылайыр районы.


Вернуться назад