Киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле – хеҙмәтебеҙгә, һәләтебеҙгә, яуаплылығыбыҙға06.12.2016
Киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле –  хеҙмәтебеҙгә, һәләтебеҙгә, яуаплылығыбыҙға Үткән аҙнала ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Бер сәғәт тә туғыҙ минут эсендә уҡып сыҡты ул документты. Былтыр иһә 58 минут ваҡыт киткәйне. Иң тәүҙә Путин Рәсәй халҡына патриотик ҡиммәттәр хаҡына берләшеүҙәре өсөн рәхмәтен еткерҙе. “Әлбиттә, барыһына ла ҡәнәғәт һәм бөтәһе менән дә килешкәндәре өсөн берләшмәнеләр. Ҡыйынлыҡтар һәм хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Әммә граждандар уларҙың сәбәптәрен аңлай һәм яҡты киләсәккә ышана. Рәсәй хаҡына хеҙмәт итеү, эскерһеҙ һәм ихлас һөйөү — бына нимәләр ята берләшеүҙең нигеҙендә”, — тине ил етәксеһе. Иң мөһиме, Президент билдәләүенсә, халыҡ иҡтисади хәлдең тотороҡланыуына өмөт итә. Бынан тыш, Владимир Путин бына тағы нимәләр хаҡында әйтте...

Һайлау кампанияһы: асыҡлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәш

Президент сентябрҙә үткән Дәүләт Думаһына һайлауҙарға туҡталып, быйыл йәнә тергеҙелгән “ҡатнаш һайлау системаһы” хаҡында телгә алды һәм моделдең 2012 йылдағы Мөрәжәғәт­намәлә үк хупланыуын хәтергә төшөрҙө. Ил етәксеһе билдәләүенсә, был — тәү сиратта йәмәғәтселектең ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә, уларҙың ышанысын яҡлауға табан яһалған аҙым.
— Халыҡ үҙ-үҙен күрһәтеү, һәләтен танытыу өсөн бөтә мөмкинлектәр булырына, хоҡуҡтарының һаҡланырына, үҙҙәренә, хеҙмәттәренә ихтирам менән ҡарауға ышана, — тине ул.
Путиндың фекеренсә, Дәүләт Дума­һының роле, вәкәләтле орган булараҡ үҫте, абруйы ла нығынды. “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла парламентта Хөкүмәттең терәгенә әйләнде.
— Хәҙер граждандар алдындағы вәғәҙәләрҙе, бурыстарҙы үтәрлек итеп берлектәге эште төҙөргә кәрәк. Сөнки һайлауҙың һөҙөмтәләрен тап граждандар билдәләне, — тине ул.

Иҡтисад: ауыл эшсәндәренә рәхмәт

— Санкциялар шарттарында иҡтисад­ҡа аяҡ салынды, әммә эске проблема­ларҙың да үҫеште тотҡарлауын оноторға ярамай, — тине Президент.
Ил етәксеһенең фекеренсә, әлеге проб­лемалар тәү сиратта инвестиция ресурстарына, заманса технологияларға ҡағыла. Һуңғы йылдарҙа кадрҙарға ҡытлыҡ та үҙен һиҙҙергән. Конку­рент­лыҡтың үҫешмәүе лә — эшлекле климат­тың бер кәмселеге. Шулай ҙа ҡайһы бер тармаҡтарҙа үҫеш бар. Әйтәйек, сәнәғәт етештереүе бер аҙ яҡшырған. Былтыр эске тулайым продукт яҡынса 3,7 про­центҡа төшһә, быйыл ул әллә ни ҙур булмаҫ тип көтөлә. Төҙөлөштә лә ыңғай күрһәткестәр бар. 2015 йылда илдә 85 миллион квадрат метр торлаҡ фай­ҙаланыуға тапшырылған. Ә бына ауыл хужалығы тармағына Владимир Путин айырым туҡталып китте.
— Ауыл хужалығының илде ашатырына һәм халыҡ-ара баҙарҙы яулай алырына шик юҡ. Был тармаҡта экспорт күрһәткесе хатта ҡорал һатыу күләменән дә ашып китте. Бының өсөн ауыл эшсәндәренә рәхмәт, — тине ил етәксеһе һәм алып-һатыу мөмкинлеген булдырыу өсөн ауыл хужалығы кооперациялары төҙөүгә иғтибар биреләсәген әйтте.

Сәләмәтлек: сәйәсәттең маҡсаты — халыҡты һаҡлау

— Халыҡтың тәбиғи артыуы дауам итә. Ҡасандыр юғары технологиялы медицина ярҙамы, перинаталь үҙәктәр тураһында фекер алыша инек, улар юҡ кимәлендә ине. 2018 йылда һуң­ғыларының һаны 94-кә етәсәк. Беҙҙең табиптар яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡотҡарыу буйынса ҙур эш башҡара. Был күрһәткестәр буйынса алдынғы илдәр рәтенә сыҡтыҡ, — тине Владимир Путин.
Ғөмүмән, һуңғы ун йыл эсендә юғары технологиялы медицина ярҙамының күләме 15 тапҡырға артҡан. Хәҙер ҡатмарлы операцияларҙы федераль үҙәктәрҙә генә түгел, төбәктәрҙә лә яһайҙар. Әгәр 2005 йылда юғары технологиялы медицина ярҙамы 60 мең кешегә күрһәтелһә, быйыл был һан 900 меңгә еткән.
— Киләһе йылдан федераль һәм төбәк медицина үҙәктәре базаһында, юғары уҡыу йорттарында табиптарҙың белемен камиллаштырыу йәһәтенән даими рәүештә уҡыуҙар ойоштороуҙы башлау мөһим. Уларҙы ҡағыҙ тултырыуҙан, отчеттарҙан арындырып, пациенттар менән күберәк эшләү мөмкинлеге бирергә кәрәк, — тине ул.
Бынан тыш, Владимир Путин киләһе ике йылда барлыҡ дауаханаларҙы һәм поликлиникаларҙы Интернетҡа тоташтырыу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте. Барып етеүе ауыр булған төпкөл төбәктәр ҙә күҙ уңынын ысҡынманы — санитар авиация хеҙмәтен үҫтерергә тәҡдим ителде. Был тәү сиратта Себер, Төньяҡ, Алыҫ Көнсығышҡа ҡағыла. Президент билдәләүенсә, киләһе йылда әлеге проектты тормошҡа ашырыуға 3,3 миллиард һум бүлеү күҙаллана.

Мәғариф: бөтә уңайлыҡтар — йәш быуынға

— Илдең һәр биләмәһендә балалар уңайлы, заманса мәктәптәрҙә уҡырға тейеш. Шуға ла беҙ белем усаҡтарын яңыртыу һәм төҙөкләндереү программаһын дауам итәбеҙ. Авария хәлендәге, ярым емерек уҡыу йорттары ҡалмаһын. Икенсе, өсөнсө сменалар ҙа бөтөргә тейеш, — тине Владимир Путин һәм академик Лихачевтың һүҙҙәрен иҫкә төшөрҙө: – “Мәктәптең төп маҡсаты — белем биреү һәм әҙәплелек тәрбиәләү”. Артабан өҫтәп:
— Беҙҙең белем биреү системаһы нигеҙле принципҡа ҡоролорға тейеш: һәр бала — талантлы. Спорт өлкәһендә булһынмы ул, фән, мәҙәниәт, сәнғәт йүнәлешендәме — һәр ҡайһыһы нимәгәлер һәләтле. Ә бына ошо талантты асыу — уныһы беҙҙең бурыс. Ошо инде Рәсәйҙең уңышы, — тине.

Октябрь революцияһының 100 йыллығы: тарихһыҙ киләсәк юҡ

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәлә киләһе йылға Октябрь һәм Февраль революцияларына 100 йыл тулыуы хаҡында ла әйтте.
— Бер быуатлыҡ тарихи ваҡиғаларҙы объектив һәм дөрөҫ баһалау шарт. Был тәү сиратта революцияларҙың сәбәп­тәренә ҡағыла. Беҙгә бындай “бөйөк тетрәнеүҙәр”ҙең нимә менән тамамланыуы хаҡында тәфсирләп тороу урынһыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуатта илебеҙ бындай тетрәнеүҙәргә аҙ дусар булмаған, — тине ил етәксеһе һәм тарих дәрес­тәренең халыҡ араһындағы низағтарға, төрлө ваҡиғаларға дөрөҫ баһа биреү йәһәтенән ни тиклем етди фән булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Мөрәжәғәтнамәлә шулай уҡ оборона-сәнәғәт комплексы, был тармаҡты яңыртыуҙа ҙур эш башҡарылыуы, һөҙөмтәлә бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәшелеүе, ҡоралланыу программаһын үтәү буйынса заказдарҙың күпләп килеүе хаҡында ла һүҙ булды. Тикшереү-күҙәтеү органдары эшмәкәрлеге — айырым тема. Ил етәксеһе был тармаҡҡа ла асыҡлыҡ индерергә ҡушты. Юҡһа кемдең, ҡасан, ниндәй йышлыҡта тикшереүе, кемдең нимә өсөн яуап биреүе һәм ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшеүе йыш ҡына үрмәксе ауын хәтерләтә. “Хеҙмәт сифатына, кешеләр хәүефһеҙлегенә янамаған, шул уҡ ваҡытта бизнесҡа аяҡ салған инструкцияларҙы юҡҡа сығарырға кәрәк”, — тине Владимир Путин. Президент мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән граждандар йәмғиәте араһындағы үҙ-ара яуаплы­лыҡҡа ла баҫым яһаны һәм яҡын арала был мәсьәләне Мәҙәниәт буйынса совет ултырышында күтәреп сығасағын әйтте.
Сығышының аҙағында ил Президенты, йәнә тышҡы сәйәсәткә туҡталып:
— Беҙгә дуҫтар кәрәк. Тик үҙ мән­фәғәттәребеҙҙе сикләүгә, һанға һуҡмауға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Беҙ асыҡ, тиң хоҡуҡлы, тыныс шарттарҙағы әңгәмәгә әҙер. Ә шулай ҙа киләсәгебеҙ үҙебеҙгә бәйле — хеҙмәтебеҙгә, һәләтебеҙгә, яуаплылығы­быҙға, — тине.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан республикаһы Башлығы:
– Президент халыҡтың көндәлек тормошона ҙур баҫым яһаны. Был социаль тармаҡҡа ла, мәғарифҡа ла, мәҙәниәткә лә, һаулыҡ һаҡлауға ла ҡағыла. Билдәле, иҡтисадһыҙ ҙа әллә ни ҙур эштәр башҡарып булмай. Әммә, икенсе яҡтан, халыҡтың йәшәйешенә даими иғтибар итеү — төп шарт. Төбәк башлыҡтарына ла ярайһы күп кенә бурыстар йөкмәтелде: хеҙмәт сифатын кәметмәү, халыҡ менән бергә эшләү... Беҙҙең өсөн ил етәксеһенең ирекле иҡтисадты үҫтереү яҡлы булыуы ла бик мөһим.

Константин ТОЛКАЧЕВ, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе:
– Үҙенең сығышында Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенең иң әһәмиәтле йүнәлештәрен яҡтыртты, илде үҫтереүҙең өҫтөнлөктәрен билдәләне. Мөрәжәғәтнамәнең үҙәгендә социаль һәм гуманитар өлкәгә ҡағылған демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләре урын алды. Был тармаҡтарҙа һиҙелерлек алға китеш бар, тиелде.
Президент билдәләүенсә, Рәсәй иҡтисады объектив һәм субъектив характерҙағы ауырлыҡтарға лайыҡлы рәүештә ҡаршы тора алды. Санкциялар индерелеүгә ҡарамаҫтан, беҙ бер урында тапанманыҡ, ә, киләсәк тураһында уйлап, үҙебеҙ өсөн ҙур резервтар астыҡ.
Дәүләт хеҙмәткәрҙәренең күпселеге – тәртипле, ғәҙел кешеләр. Ә намыҫһыҙ власть вәкилдәре өсөн вазифалары ла, элекке күрһәткән ҡаҙаныштары ла ышыҡ була алмай, тине Президент коррупция өлкәһендәге низағтар хаҡында.
Мөрәжәғәтнамәлә парламентҡа үткән һайлауға ҡарата ыңғай баһа яңғыраны. “Берҙәм Рәсәй” партияһы граждандар алдында биргән барлыҡ вәғәҙәләрен һәм бурыстарын үтәргә тейеш, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Президенты.


Вернуться назад