Мохтаждарға – биш мең һум06.12.2016
Киләһе йыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙәге инвалидтарҙың барыһы ла биш мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Бындай башланғыс менән ил Хөкүмәте 2016 йылғы инфляцияны ҡапларға ниәтләй.
Яңы йылда инвалид балаларға һәм бала саҡтан I төркөм инвалидтарына социаль пенсия күләме арта. 1 апрелдән ул 13,17 мең һум тәшкил итәсәк. Инвалид балаларға шулай уҡ бер тапҡыр 2397,59 һум, ә ата-әсәләренә 5,5 мең һум аҡса түләнә. 2017 йылдан башлап халыҡтың бындай категорияһына махсус түләүҙәр 5,8 процентҡа индексациялана, ә пенсия 2,6 процентҡа арта.
Аҡса менән алмаштырырға мөмкин булған ташламаларға килгәндә, I һәм эшләмәгән II төркөм инвалидтары табип рецептары буйынса дарыуҙы бушлай алырға тейеш. Эшләп йөрөгән II һәм эшһеҙ III төркөм инвалидтарына дарыуға 50 процентлыҡ ташлама бирелергә тейеш. Шулай уҡ ҡала-ара транспортында юл йөрөүгә льготалар, шифаханаларға бушлай юлламалар бүлеү күҙаллана. Һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән кешеләр юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ инеү хоҡуғына ла эйә.