Ир икәнһең – тоғро бул02.12.2016
– Күптән ғаиләлемен, балаларыбыҙ буй еткерә, ләкин көтмәгәндә тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе: башҡа ҡатынды осраттым. Ике ут араһында ҡалдым кеүек. Ҡатынымдан айырылмай ғына икенсе никах уҡыта аламмы, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
А.М.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙ никахҡа ингәндә ниндәй вәғәҙә бирәбеҙ? Бер-беребеҙҙе яратырға, хөрмәт итергә, ауыр саҡта терәк-таяныс булырға, тоғролоҡ һаҡларға, ғаилә усағын һүндермәҫкә... Шул уҡ ваҡытта һис кемде мәжбүри өйләндермәйҙәр, барыһы ла ике яҡтың килешеүенә ярашлы башҡарыла. Никахҡа инер алдынан да бит “Ризаһыңмы?” тип һорала, тимәк, ҡарарҙың ныҡлымы-юҡмы икәнлеге йәнә бер ҡат тикшерелә. Ыңғай яуап биреп, кейәү менән кәләш бер-береһенең генә түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең алдында ҙур яуаплылыҡ ала. “Никах – сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәтемдән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә.
Ошондай осраҡтарҙа ҡайһы бер ир-ат: “Ҡөрьән”дә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнергә рөхсәт ителә бит”, – тип бәхәскә инеүсән. Эйе, ғаилә мәсьәләләренә, ҡатын-ҡыҙҙың хоҡуҡтарына бәйле “Ән-Ниса” сүрәһендә ундай юлдар бар. Уның тәүге аят-кәримәһендә Аллаһ Тәғәләгә тәҡүәлек ҡылырға, ҡанундарын үтәргә, туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға саҡырыла. Артабан сүрәлә дүрт ҡатынға ҡәҙәр өйләнергә рөхсәт ителә, ләкин шул уҡ ваҡытта: “Хәләл ефеттәрегеҙгә ҡарата ғәҙел була алмауҙан ҡурҡһағыҙ, берәүҙе генә һайлағыҙ”, – тиелә. Тимәк, бер нисә ҡатын алыу мотлаҡ түгел, фәҡәт рөхсәт кенә. Шул уҡ ваҡытта Ҡөрьәндең был ҡанунына ярашлы ҡоролған никахтар рәсми теркәлергә, гүзәл зат вәкилдәренең һәммәһе лә социаль йәһәттән ныҡлы тәьмин ителергә, мохтажлыҡ күрмәҫкә тейеш. Әгәр ҙә ки ир вафат була икән, мираҫтан барыһына ла, шулай уҡ балаларға ла өлөш бүленә. Был ҡанун ҡайһы бер мосолман дәүләттәрендә әле лә йәшәй, киң тамыр йәйгән.
Беҙҙең илгә килгәндә иһә, закон буйынса бер ҡатын менән генә никахлашырға мөмкин. Ғаилә башлығы баҡыйлыҡҡа күсһә, мөлкәте рәсми документта теркәлгән хәләл ефетенә, балаларына ҡала. Ә инде ирҙең йәнә бер “йәмәғәте” булып, ике арала никах уҡылған хәлдә лә, был ҡатын, шулай уҡ унан тыуған уртаҡ ул-ҡыҙҙар мираҫҡа дәғүә итә алмай. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, беҙҙә икенсегә өйләнеү – “ситтәге” ғаиләне социаль яҡлауҙан ситтә ҡалдырыу, һәр йәһәттән ауырлыҡҡа сумдырыу тигән һүҙ. Хөкүмәт тарафынан рәсмиләштерелһә, никах уҡытырға мөмкин булыр ине. Беҙҙең илдә бындай ҡанун юҡ, тимәк, ир-уҙаман ғүмер юлын законлы хәләл ефете менән матур итеп, шөкөрана ҡылып, тоғролоҡта үтергә бурыслы.
Ғаилә – иң изге төшөнсә, диндең дә, дәүләттең дә төп нигеҙе. Шуға күрә уға һәр яҡлап иғтибар бүленә. Ҡөрьәндә ғаиләне һаҡлауға, яҡлауға ҙур урын бирелһә, дәүләт тарафынан да был йәһәттән бихисап закон булдырылған. Ҡанундарҙы үтәү – һәр кемдең изге бурысы. Шуныһы айырыуса мөһим: ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың хаҡы шул тиклем юғары. Ул – балаларыңдың әсәһе, ғаиләнең усағын һүндермәйсә тотҡан, милләттең киләсәген үҫтергән, тормош ауырлыҡтарын күтәрешкән, тимәк, иң ҙур хөрмәткә лайыҡ кеше. Ошондай гүзәл заттың күҙ йәшен түктермәйек, йөрәгенә яра һалмайыҡ, мөхтәрәм ир-аттар. Шулай уҡ буй еткереп килгән балаларыбыҙға үрнәк күрһәтеп йәшәргә тейешлегебеҙҙе онотмайыҡ. Ғаиләңдәге ихтирамдың, абруйҙың әһәмиәте, көсө баһалап бөткөһөҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең хушлашыу хажында ла (унда 120 меңдән ашыу сәхәбә ҡатнашҡан) ҡатын-ҡыҙҙың хаҡын үтәргә бойорған. Хоҙай Тәғәлә һәр ир-атҡа ошо аманатҡа тоғро булырға, гүзәл затҡа ихтирам, хөрмәт күрһәтеп йәшәргә насип итһен, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.